Ер

Ҡояш системаһындағы Ҡояштан өсөнсө планета From Wikipedia, the free encyclopedia

Ер

Ер (символы: 🜨) — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса өсөнсө эске планета. Ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Тығыҙлығы буйынса беренсе урында. Планеталар йондоҙ-ара матдәнән — туҙан һәм газ өлөшсәләренән барлыҡҡа килгән, тигән фараз бар. Был матдә һыуына барып, уҡмашып төрлө ойошҡаҡтар барлыҡҡа килтергән. Ай — Ерҙең берҙән-бер юлдашы.

Ҡыҫҡа факттар Орбита характеристикалары, Перигелий ...
Ер
Thumb
Орбита характеристикалары
Перигелий

147 098 290 км
0,98329134 а. е.[комм. 1]

Афелий

152 098 232 км
1,01671388 а. е.[комм. 1]

Ҙур ярымкүсәр (a)

149 598 261 км
1.00000261 а. е.[1]

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,01671123[1][2]

Әйләнеүҙең сидерик периоды

365,256366004 көндәр
365 дн. 6 ч. 9 мин. 10 сек.[3]

Орбита тиҙлеге (v)

29,783 км/c
107 218 км/ч[4]

Уртаса аномалия;(Mo)

357,51716°[5]

Ауышлығы (i)

7,155° (сағыштырмаса Ҡояш экваторы)[4], 1,57869° (сағыштырмаса инвариант яҫылыҡ)[4]

Долгота восходящего узла (Ω)

348,73936°[5]

Перицентр аргументы (ω)

114,20783°[5]

Юлдаштары

1 (Ай), 8300+ (яһалма)[6]

Физик характеристикалар
Поляр ҡыҫылышы

0,0033528[2]

Экватор радиусы

6378,1 км[2]

Поляр радиусы

6356,8 км[2]

Уртаса радиус

6371,0 км[2]

Ҙур түңәрәк оҙонлоғо

40 075,017 км (по экватору)[7]
40 007,86 км (по меридиану)[8]

Өҫлөк майҙаны (S)

510 072 000 км²[9][10]
148 940 000 км² ҡоро (29,2 %)[9]
361 132 000 км² һыу (70,8 %)[9]

Күләме (V)

10,8321·1011 км³[2]

Массаһы (m)

5,9736·1024 кг (3·10-6 M☉)[2]

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

5,5153 г/см³[2]

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

9,780327 м/с² (0,99732 g)[2]

Беренсе космик тиҙлек (v1)

7,91 км/с[комм. 2]

Икенсе космик тиҙлек (v2)

11,186 км/с[2]

Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге

1674,4 км/ч (465,1 м/с)[11]

Әйләнеү периоды (T)

0,99726968 көндәр (23 ч 56 м 4,1 с)[12]

Күсәр ауышлығы

23°26’21".4119[3]

Альбедо

0,306 (Бонд)[2]
0,367 (геометрик)[2]

Температура
 
мин. сред. макс.
Цельсий
−89,2 °C[13] 14 °C[14] 56,7 °C[15][16]
Кельвин
184 K 287,2 К 329,9 К
Атмосфера[5]
Состав:

78,08 % Азот (N2)
20,95 % Кислород (O2)
0,93 % Аргон (Ar)
0,039 % Углекислый газ (СO2)[17]
Яҡын 1 % һыу быу (климат бойондороҡ)
Ябырға

Ерҙең азот, кислород һәм бер аҙ углекислый газдан торған атмосфераһы бар. Ер өҫтөнөң 70%-ы һыу — диңгеҙ-океандар менән ҡапланған. Башҡа планеталарҙа ундай күренеш юҡ.

Планета Ҡояштан 150 млн километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уның диаметры 12742 км.

Ер Ҡояш тирәләй 1 йыл эсендә үҙ орбитаһы буйынса урап сыға. Үҙ күсәре тирәләй 24 сәғәт эсендә әйләнеш яһай.

Ерҙә тормоштоң, йәшәүҙең булыуы — бүтән планеталарҙан айырып торған иң мөһим үҙенсәлек.

Планетаның эске төҙөлөшө бик ҡатмарлы. Уның уртаһында үҙәге урынлашҡан. Үҙәк тирәләй мантия һәм ер ҡабығы килә. Ерҙең үҙәге ҡаты. Үҙәгенең тышы шыйыҡ һәм ҡайнар хәлдә. Үҙәк температураһы 6000 °С-ҡа етә. Үҙәк тимер һәм никелдән тора.

Үҙәк тирәләй мантия уратып алған. Мантияның температураһы 2000 °С-ҡа етә, ул бик юғары баҫым аҫтында ҡаты һәм шыйыҡ хәлдә.

Мантияны ерҙең ҡаты тышсаһы — Ер ҡабығы уратып алған. Уның ҡалынлығы 5 км-ҙан 75 км-ға тиклем. Ер ҡабығы гранит, эзбизташ, таш күмер, балсыҡ, ҡом кеүек тау тоҡомдарынан тора.

Иҫкәрмәләр

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.