From Wikipedia, the free encyclopedia
Ай (символы: ) — Ерҙең берҙән-бер тәбиғи эйәрсене. Ерҙә Ҡояштан һуң яҡтылығы буйынса[комм. 1] икенсе урында, Ҡояш системаһында тәбиғи эйәрсендәр араһында ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Һәм шулай уҡ кеше аяғы баҫҡан ерҙән ситтәге беренсе һәм берҙән-бер объект. Ерҙең үҙәгенән Ай үҙәгенә тиклем яҡынса 384 467 км.[3]
Ай | ||||
Орбита характеристикалары | ||||
---|---|---|---|---|
Перигей |
363 104 км | |||
Апогей |
405 696 км | |||
Ҙур ярымкүсәр (a) |
384 399 км | |||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,0549 (уртаса) [1] | |||
Әйләнеүҙең сидерик периоды |
27,321582 көн | |||
Әйләнеүҙең Синодик периоды |
29,530588 дней | |||
Орбита тиҙлеге (v) |
1,023 км/с (средняя)[1] | |||
Ауышлығы (i) |
5,145° эклиптика меңен сағыштырыу | |||
Долгота восходящего узла (Ω) |
(кәмеү)18,6 йылда бер әйләнеш | |||
Перицентр аргументы (ω) |
(артыу) 8,85 йылда 1 әйләнеш | |||
Нимәнең юлдашы | ||||
Физик характеристикалар | ||||
Поляр ҡыҫылышы |
0,00125 | |||
Экватор радиусы |
1738,14 км | |||
Поляр радиусы |
1735,97 км | |||
Уртаса радиус |
1737,10 км | |||
Ҙур түңәрәк оҙонлоғо |
10 917 км | |||
Өҫлөк майҙаны (S) |
3,793·107 км² | |||
Күләме (V) |
2,1958·1010 км³ | |||
Массаһы (m) |
7,3477·1022 кг | |||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) |
3,3464 г/см³ | |||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
1,62 м/с² | |||
Беренсе космик тиҙлек (v1) |
1,68 км/с | |||
Икенсе космик тиҙлек (v2) |
2,38 км/с | |||
Әйләнеү периоды (T) |
Синхронлаштырған юлдаш (Ергә бер яғы менән ҡарай) | |||
Күсәр ауышлығы |
1,5424° (эклиптика яҫылығына ҡарата) | |||
Альбедо |
0,12 | |||
Күренгән йондоҙ дәүмәле |
−2,5/−12,9 | |||
Температура | ||||
| ||||
Температура |
| |||
| ||||
Атмосфера | ||||
бик һирәк, водород, гелий, неон һәм аргона эҙҙәре[2] |
Күк йөҙөндә тулы айҙың йондоҙ дәүмәле − 12m,71[4]. Болотһоҙ төндә тулы Айҙың Ер өҫтөнә яҡтыртыуы − 0,25 лк. Ай өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың 7 % ғына кире ҡайтара.
Ай Ер тирәләй хәрәкәт итә һәм Ер яғына һәр ваҡыт бер яҡ йөҙө менән ҡарай. Эллиптик орбитаның ҙур ярым күсәре − 384 399 км, эксцентриситеты 0,0549-ға тигеҙ.
Барлыҡ төрки телдәрҙә (сыуаш теленән башҡа) Ерҙең юлдашын «ай» тип йөрөтәләр[5]. Боронғо славян һәм һинд-европа телдәрендәге lūna «луна» һүҙе латин теленән ингән[6]. Гректар Селена (грек. Σελήνη), боронғо мысырлылар Ях (Иях)[7], вавилонда — Син[8], япондар — Цукиёми[9] тип атаған.
Боронғо замандарҙан алып кешеләр Айҙың хәрәкәтен һүрәтләргә һәм аңлатырға тырышҡан. Ваҡыт уҙыу менән, анығыраҡ теориялар барлыҡҡа килә.
Хәҙерге заман иҫәпләүҙәренең нигеҙен Браун теорияһы тәшкил итә. XIX—XX быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм Айҙың хәрәкәтен ул ваҡыттағы үлсәү приборҙары аныҡлығы менән тасуирларға мөмкинлек биргән.
Хәҙерге фән Айҙың хәрәкәтен иҫәпләүҙе тағы ла теүәлерәк иҫәпләй ала. Лазер локацияһы ысулдары менән үлсәгәндә, Айға тиклемге арала хата бер нисә сантиметр ғына булырға мөмкин[10].
Айҙың ғәмәлдәге хәрәкәте ярайһы уҡ ҡатмарлы, уны иҫәпләгәндә күп факторҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк, мәҫәлән, Ҡояштың көслө йоғонтоһо, ул Айҙы Ергә ҡарағанда 2,2 тапҡырға көслөрәк тарта[комм. 2].
Ай ҡабыҡтан, мантиянан (астеносферанан) тора, уның үҙенсәлектәре төрлө һәм дүрт ҡатлам барлыҡҡа килтерә, бынан тыш, мантия менән йәҙрә араһындағы күсеү зонаһы, шулай уҡ тышҡы шыйыҡсаһы һәм эске ҡаты[11] өлөшө[12] булған йәҙрәнең үҙе. Атмосфера һәм гидросфера бөтөнләй юҡ. Айҙың өҫкө йөҙө реголит — Ай менән метеориттарҙың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ваҡ туҙан һәм ҡая онтаҡтары ҡатышмаһы менән ҡапланған. Реголит ҡатламының ҡалынлығы метр өлөштәренән алып тиҫтә метрға тиклем тәшкил итә[13].
Эске ҡаты йәҙрә | 0—230 км |
Эске шыйыҡ йәҙрә | 230—325 км |
Күсеү зонаһы | 325—534 км |
Мантия | 534—1697 км |
Ҡабыҡ | 1697—1737 км |
Ай өҫтөндә атмосфера бөтөнләй юҡ тиерлек. Айҙағы тәүлек Ерҙәге 27,32 тәүлеккә тиң. Ерҙәге ике аҙнаға һуҙылған Ай көнөндә уның йөҙө +120 °C-ҡа тиклем йылына, шулай уҡ оҙайлы Ай төнөндә һәм күләгәлә −160 °C-ҡа тиклем һыуына. Ай өҫтөндә күк йөҙө һәр саҡ аяҙ сем-ҡара, йондоҙ һәм планеталар көндөҙ ҙә күренә. Айҙың Ергә ҡараған яғынан, Айҙан 3,67 тапҡыр ҙурыраҡ Ер шары күренә. Айҙа һауа юҡ, шуға курә күк йөҙө гел аяҙ, болоттар йөҙмәй, таң нурҙары уйнамай. Ай өҫтө метеориттар бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән ҡая һыныҡтары һәм туҙан менән ҡапланған.
Ай яҡтыртмай, тик ҡояш нурҙарын ғына сағылдырғанға күрә, Ерҙән Ай өҫтөнөң Ҡояш яҡтыртҡан өлөшө генә күренә. Ай Ер тирәләй әйләнә, шул рәүешле Ер, Ай һәм Ҡояш араһындағы мөйөш үҙгәрә; беҙ был күренеште ай фазалары циклы кеүек күҙәтәбеҙ.
Ай тупрағының составы Айҙың диңгеҙ һәм инә райондарында ныҡ ҡына айырыла. Ай тоҡомдарында һыу әҙ. Ул шулай уҡ тимер һәм осоусан компоненттар менән ярлыланған[15]. Ай тупрағынан янған еҫ сыға.
Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
YouTube сайтында Ай саңы тураһында ИКИ РАН фильмы, 2019 йыл |
Ай реголитында шулай уҡ оксидтар составына ингән кислород күп, иң ныҡ таралғаны — кремний диоксиды — 42,8 %[16]. «Луна-20» космос карабы тупраҡты материктан, ә «Луна-16» диңгеҙҙән алып килә[17].
Ай диңгеҙҙәре, ҡасандыр киң базальт лаваһы менән тулған уйһыулыҡтарҙан тора. Башта улар ябай диңгеҙҙәр тип һаналған. Һуңынан был кире ҡағыла, ләкин исемен үҙгәртмәйҙәр. Ай диңгеҙҙәре Айҙың күренеп торған майҙанының яҡынса 40 процентын биләй.
Русса атмаһы | Халыҡ-ара атамаһы[18] | Айҙың яғы | |
---|---|---|---|
1 | Дауылдар океаны | Oceanus Procellarum | күренә |
2 | Томра ҡултыҡ | Sinus Aestuum | күренә |
3 | Йәйғор ҡултығы | Sinus Iridum | күренә |
4 | Ысыҡ ҡултығы | Sinus Roris | күренә |
5 | Үҙәк ҡултыҡ | Sinus Medium | күренә |
6 | Дымлылыҡ диңгеҙе | Mare Humorum | күренә |
7 | Көнсығыш диңгеҙ | Mare Orientalis | күренә |
8 | Ямғырҙар диңгеҙе | Mare Imbrium | күренә |
9 | Муллыҡ диңгеҙе | Mare Foecunditatis | күренә |
10 | Сик диңгеҙе | Mare Marginis | күренә |
11 | Кризистар диңгеҙе (хәүефтәр) | Mare Crisium | күренә |
12 | Хыял диңгеҙе | Mare Ingenii | кире |
13 | Мәскәү диңгеҙе | Mare Mosquae | кире |
14 | Нектар диңгеҙе | Mare Nectaris | күренә |
15 | Болоттар диңгеҙе | Mare Nubium | күренә |
16 | Быу диңгеҙе | Mare Vaporum | күренә |
17 | Күбек диңгеҙе | Mare Spumans | күренә |
18 | Смит диңгеҙе | Mare Smythii | күренә |
19 | Тыныслыҡ диңгеҙе | Mare Tranquillitatis | күренә |
20 | Һыуыҡ диңгеҙ | Mare Frigorum | күренә |
21 | Көньяҡ диңгеҙ (Ай) | Mare Australe | күренә |
22 | Асыҡлыҡ диңгеҙе | Mare Serenitatis | күренә |
Ай — дифференцияланған есем, уның геохимик яҡтан төрлө булған ҡабығы, мантияһы һәм ядроһы бар. Эске йәҙрәнең ҡабығы тимергә бай, радиусы 240 км, тышҡы шыйыҡ йәҙрәһе башлыса шыйыҡ тимерҙән тора, уның радиусы яҡынса 300—330 километр тәшкил итә. Йәҙрә тирәләй өлөшләтә 480—500 километр радиусы менән өлөшләтә ирегән сик ҡатламы урынлашҡан[19]. Был структура 4,5 миллиард йыл элек Ай барлыҡҡа килгәндән һуң магманың глобаль океанынан фракцион кристаллашыуҙан барлыҡҡа килгән тип фаразлана[20]. Ай ҡабығының ҡалынлығы яҡынса 50 км.
Ай — Ионан һуң Ҡояш системаһында тығыҙлығы буйынса икенсе юлдаш. Әммә Айҙың эске йәҙрәһе ҙур түгел, радиусы яҡынса 350 км; был Ай радиусының 20 проценты ғына.
Айҙың ландшафы үҙенсәлекле. Ай төрлө ҙурлыҡтағы кратерҙар менән ҡапланған — диаметры — микроскопиктан алып йөҙләгән саҡрымға тиклем. Оҙаҡ ваҡыт ғалимдар Айҙың кире яғы тураһында мәғлүмәттәр ала алмай. Был йыһан аппараттары барлыҡҡа килеү менән генә мөмкин була. Юлдаштың ике ярымшарының да бик ентекле карталары эшләнгән. Айҙың ентекле карталары киләсәктә Айға кешене урынлаштырыуға һәм колониялаштырыуға — ай базаларының, телескоптарҙың, транспорттың уңышлы урынлашыуына, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүгә әҙерләнеү өсөн төҙөлә.
Йыһан дәүере башланыу менән Ай тураһында белемдәр күләме һиҙелерлек артты. Ай тупрағының составы билдәле була, ғалимдар уның өлгөләрен ала, кире яғының картаһы төҙөлә.
«Луна-2» совет планета-ара станцияһы тәүге тапҡыр Айға 1959 йылдың 13 сентябрендә барып етә. Айҙың кире яғын беренсе тапҡыр 1959 йылда, уның өҫтөнән «Луна-3» совет станцияһы осҡанда һәм ерҙән күренмәгән ер өҫтөнөң бер өлөшөн фотоға төшөргәндән һуң күрергә мөмкин була.
Айҙы тикшереүҙең күпселек хоҡуҡи мәсьәләләре 1967 йылда Дәүләттәрҙең йыһан киңлеген, шул иҫәптән Ай һәм башҡа күк есемдәрен тикшереү һәм файҙаланыу эшмәкәрлеген көйләүсе принциптар тураһындағы килешеү менән хәл ителә[21]. Шулай уҡ Айҙың юридик статусы 1979 йылдан Ай тураһындағы килешеүҙә тасуирлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.