Remove ads

Леона́рд Э́йлер (нем. Leonhard Euler; 4 (15) апрель 1707(17070415), Базель, Швейцария — 7 (18) сентябрь 1783, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы) — швейцар, немец, рәсәй математигы, ул математикаға, механикаға, физикаға, астрономияға һәм башҡа ярҙамсы фәндәргә ҙур өлөш индергән ғалим.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Леонард Эйлер
Leonhard Euler
Thumb
Эмануэль Һандманн төшөргән портрет (1756)
Тыуған көнө

4 (15) апрель 1707({{padleft:1707|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Базель, Швейцария

Вафат көнө

7 (18) сентябрь 1783({{padleft:1783|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы

Ил

Швейцария

Ғилми даирәһе

Математика, механика, физика, астрономия

Альма-матер

Базель университеты

Ғилми етәксеһе

Йоһанн Бернулли

Автограф

Thumb

Ябырға

Эйлер — 800-ҙән ашыу хеҙмәт авторы[1] былар математик анализ, дифференциаль геометрия, һандар теорияһы, яҡынса иҫәпләүҙәр, күк йөҙө механикаһы, математик физика, оптика, баллистика, караптар төҙөү, музыка теорияһы һәм башҡа өлкәләрҙәге хеҙмәттәр.

Рәсәйҙә ярты ғүмерен йәшәп, илебеҙҙә фәнде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. 17411766 йылдарҙа Берлинда эшләй, (бер үк ваҡытта Петербург Академияһының почетлы ағзаһы булып ҡала). Уның ҡайһы бер тоҡомдары әле лә Рәсәйҙә йәшәүен дауам итә[2].

Remove ads

Биографияһы

Швейцария (1707—1727)

Леонард Эйлер 1707 йылда базель пасторы Пауль Эйлер ғаиләһендә донъяға килгән. Бик иртә математикаға һәләттәре асыла.

Thumb
Базель университеты, XVII—XVIII быуаттар

1720 йылдың 20 октябрендә 13 йәшлек Леонард Эйлер Базель университетының сәнғәт факультетына уҡырға инә. Әммә Леонардтың математикаға һәләтенә профессор Йоһанн Бернулли иғтибар итә һәм ошо өлкәгә йәлеп итә.

1724 йылдың 8 июнендә 17 йәшлек Леонард Эйлер латынь телендә Декарттың, Ньютондың фәлсәфәһе буйынса телмәр тота һәм магистр дәрәжәһе ала.

Бер нисә фәнни хеҙмәт яҙһа ла, 19 йәшлек Эйлер профессорҙар кафедраһына йәш тип алмайҙар. Ул саҡта Швейцарияла ғалимдарға урын әҙ була. Шуға күрә Эйлерҙың йәшлек дуҫтары, профессорының улдары Даниил һәм Николай Бернулли Рәсәйгә кит. Унда Санкт-Петербург Фәндәр Академияһы ойошторола башлаған була; улар Эйлерҙы ла саҡыртып ала.

Рәсәйгә тәүге килеүе (1727—1741)

Яңы асылған Академияла дәреслектәр етешмәү сәбәпле үҙ ағзаларына уларҙы яҙырға тәҡдим итә. Эйлер физиолог булып иҫәпләнһә лә бик төплө «Арифметикаға ҡулланма» яҙа, ул рус теленә тәржемә ителеп, башланғыс дәреслек булараҡ байтаҡ йылдар ҡулланыла. Барыһын да ғәжәпләндереп, бер йылдан уҡ Эйлер рус телендә иркен һөйләшә башлай[3].

1733 йылда профессор дәрәжәһенә өлгәшкән 26 йәшлек Леонард Эйлер өйләнә (нем. Katharina Gsell), ҡатыны Катарина швейцар милләтле була. Уларҙың 13 балаһы тыуа, әммә 3 улы менән 2 ҡыҙы ғына тере ҡала[C 1].

Эйлер эш өсөн йәшәгән кеше була. Рәсәйҙә йәшәгән осоронда 90 ҙур фәнни хеҙмәт яҙа.

1735 йылда Академия астрономия буйынса бик күләмле эш ала. Академиктар төркөмө был эшкә 3 ай һорай, ә Эйлер бер үҙе өс көндә башҡара ла ҡуя. Әммә көсөргәнешле эш эҙһеҙ үтмәй, ул ауырып китә һәм уң күҙгә һуҡырая.

1730 йылдарҙа Эйлер Европала ла таныла. Ике томлыҡ «Механика, йәки хәрәкәт тураһында фән, аналитик һүрәтләмәлә» тигән китабы донъяға таныта (1736 йыл).Шул хәлдән һуң теоретик механика математиканың ярҙамсы тармағына әйләнә.

1740 йылда императрица Анна Иоанновна вафат булғандан һуң Петербург Академияһы тамам бөлөнә,Эйлерҙы Пруссия короле Фридрих II Берлин Фәндәр Академияһына , Математик департаментена директор сифатында эшкә саҡыра .

Пруссия (1741—1766)

1741 йылдың 29 майында Эйлер Академиянан китергә рөхсәт ала[4]. Ул Академияның почетлы ағзаһы булып ҡала һәм 200 һум оклад түләнә. Бының өсөн Эйлер Петербург Академияһына ярҙам итеп торорға вәғәҙә бирә.[C 2]. В 1747 Ломоносовтың эштәренә юғары баһа бирә[C 3]: Бындай баһа биреүгә хатта Ломоносовтың математика буйынса хеҙмәт яҙмауы ла ҡамасау итмәгән[C 4].

Thumb
1756 йылғы портрет: Эмануэлем Һандманн эше (Kunstmuseum, г. Базель)

1741 йылда Леонард Эйлер ғаиләһе менән Берлинға күсенә. Унда 25 йыл йәшәп, 260 хеҙмәт яҙа.

Яңынан Рәсәй (1766—1783)

Thumb
Петербург фәндәр Академияһы бинаһы, XVIII быуаттың икенсе яртыһы (Кунсткамера)

1766 йылда 60 йәшлек Эйлер ғаиләһе менән Рәсәй башҡалаһына күсеп килә. Императрица Екатерина II уны бик юғары хөрмәт күрһәтеп ҡаршы ала, йорт алырға 8000 һум аҡса бирә, хатта башланғыс осорҙа үҙенең ашнаҡсыһын да биреп ҡуя һәм Академияны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән план әҙерләргә бойора.

Бәхетһеҙлеккә күрә, Эйлер һуҡырая һәм хеҙмәттәрен әйтеп тороп яҙҙыра. 400 мәҡәлә һәм 10 китап яҙа.

Ул Смоленск лютеран зыяратында Петербургта ерләнгән булған. 1955 йылда бөйөк математиктың кәүҙәһе «XVIII быуат Некрополенә» — Александр-Невский лавраһына күсерелә.

Маркалар, монеталар, банкноталар

2007 йылда РФ Үҙәк банкыһы Эйлерға 300 йәш тулыу айҡанлы иҫтәлекле монета сығара[C 5] Эйлер портреты Швейцарияның 10 франклыҡ банкнотаһында була, Швейцария, Россия һәм Германи монеталарында ла уның портреты ҡуйыла.

Remove ads

Библиография

  • Новая теория движения Луны. Л.: Изд. АН СССР, 1934.
  • Метод нахождения кривых линий, обладающих свойствами либо максимума, либо минимума. — М.-Л.: ГТТИ, 1934.
  • Основы динамики точки. — М.-Л.: ОНТИ, 1938.
  • Дифференциальное исчисление. — М.-Л., 1949.
  • Интегральное исчисление. В 3 томах. М.: Гостехиздат, 1956-58.
  • Избранные картографические статьи. — М.-Л.: Геодезиздат, 1959.
  • Введение в анализ бесконечных. В 2 томах. М.: Физматгиз, 1961.
  • Исследования по баллистике. М.: Физматгиз, 1961.
  • Письма к немецкой принцессе о разных физических и философских материях. СПб.: Наука, 2002. — 720 с. ISBN 5-02-027900-5, 5-02-028521-8.
  • Опыт новой теории музыки, ясно изложенной в соответствии с непреложными принципами гармонии / пер. с лат. Н. А. Алмазовой. — Санкт-Петербург: Рос. акад. наук, С.-Петерб. науч. центр, изд-во Нестор-История, 2007. ISBN 978-598187-202-0. (Перевод Tentamen novae theoriae musicae ex certissismis harmoniae principiis dilucide expositae (Tractatus de musica). — Petropol.: Typ. Acad. Sci., 1739.)
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Список объектов, названных в честь Леонарда Эйлера
  • История математических обозначений
  • Астрономическая обсерватория Петербургской академии наук

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Remove ads

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads