Берн
федераль әһәмиәттәге ҡала, Швейцарияның фактик баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
федераль әһәмиәттәге ҡала, Швейцарияның фактик баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Берн (нем. Bern [ˈbɛrn], франц. Berne, итал. Berna, ромш. Berna) — федераль әһәмиәттәге ҡала, Швейцарияның фактик[4] баш ҡалаһы. Немец телле Берн кантонының баш ҡалаһы һәм Берн-Миттельланд округының административ үҙәге. Альп тауҙарынан төньяҡта, Ааре йылғаһы үҙәнендә илдең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Берн нем. Bern | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Кантон |
Берн | ||||
Округ |
Берн | ||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Александр Шаппат | ||||
Нигеҙләнгән |
1191 год | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
в XII веке | ||||
Майҙаны |
51,6 км² | ||||
Бейеклеге |
555 м | ||||
Климат тибы |
уртаса | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
2 550 кеше/км² | ||||
Агломерация | |||||
Этнохороним |
бе́рнец, бе́рнка, бе́рнцы[3] | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+1, йәйге UTC+2 | ||||
Телефон коды |
+41 31 | ||||
Почта индексы |
3000-3030 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
BE | ||||
Рәсми код |
0351 | ||||
Рәсми сайт |
bern.ch | ||||
Халҡы — 131,5 мең кеше (2015 йылға), ҙурлығы буйынса илдә бишенсе ҡала. Агломерация сиктәрендә 270 мең кеше йәшәй (2015 йыл).
Берн Швейцарияның сәйәси үҙәге булып тора, унда хөкүмәт, парламент һәм үҙәк банк урынлашҡан. Бөтә донъя почта союзының һәм Швейцария тимер юлдарының штаб-фатиры урыны.
Аре йылғаһының бөгөлөндәге ярымутрауҙа барлыҡҡа килгән тарихи үҙәк ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып һанала. 1405 йылда янғындан ныҡ зыян күрә. Иҫке ҡалала боронғо готик собор, башня сәғәте, скульптура фонтандары, 6 километр оҙонлоҡтағы аркадалар урынлашҡан.
Герцог Церингенский Бертольд V тарафынан 1191 йылда нигеҙ һалынған. XIII—XVII быуаттарҙа империя ҡалаһы була. XIV быуатта Швейцария союзына инә. XVI быуат Реформация үткәрелә. 1848 йылдан — Швейцарияның парламент һәм хөкүмәт резиденцияһы.
Ҡаланың исеме тәүге тапҡыр 1208 йылдың 1 декабрендә грамотала телгә алына. Ҡала атамаһының килеп сығышы тураһында фәнни, шулай уҡ халыҡ- этимологик версиялары ла бар.
Берндың тирә яҡтарына Латен осоронан һуң түгел күсеп ултырғандар. Ангель ярымутрауында табылған боронғо кельт биләмәһе б.э. тиклем яҡынса II быуатҡа ҡарай. Боронғо Рим дәүерендә ярымутрауҙа б.э. тиклем 165 йылдан 211 йылға тиклем осорҙа ташланған галло-рим тораҡ пункты (vicus) урынлашҡан,
Иртә Урта быуаттарҙан ҡалған ҡәберлектәр күп.
XII быуат аҙағында бургундия герцогы Бертольд V Берн ҡалаһына нигеҙ һала, 1309 йылдағы «De Berno Cronica» йылъяҙмаһында нигеҙ һалыныу ваҡыты 1191 йыл тип күрһәтелгән. Яңы ҡала тиҙ үҫешә, сөнки герцогтың ныҡ ҙур биләмәләренең уңайлы үҙәге була, уға хатта «Бай» тигән ҡушамат тағыла. Бертольд 1218 йылда вариҫтар ҡалдырмай вафат була. Уның бургунд биләмәләре Изге Рим империяһының императоры Фридрих II күсә, шул уҡ ваҡытта Берн (һәм Цюрих) империя ҡалаһы тип иғлан ителә.
XIII быуат уртаһында Берндан алыҫ булмаған монастырь монахтары, «Берндың Алтын Хартияһы» тип аталған ялған документ яһайҙар. Документ 54 мәҡәләнән торған пергаменттан ғибәрәт булған, унда ысынлап та Фридрих бүләк иткән «империя ҡалаһы» статусы ғына түгел, ә ҡала идаралығында айырым өҫтөнлөктәр ҡуйылған, улар Бернды, асылда, бойондороҡһоҙ дәүләт яһаған. Пергамент император Фридрих II саф алтындан исемле мисәте менән нығытылған, шуға ла уны «алтын Хартия» тип атай башлайҙар. 1272 йылда ҡала был Хартияны Габсбургтар династияһынан беренсе король, Рудольф Беренсегә күрһәтә — Рудольф 10 йыл анархиянан һуң империя мөлкәтендә төшөнгәс, Хартияны ысын тип таный.
Шулай итеп Берн һуңғы Урта быуаттарҙа ирекле ҡала була — тулы үҙидара менән — империянан тик бер аҙ ғына сәйәси һәм финанс бойондороҡлолоғон һаҡлап ҡала. 1353 йылда Бернды «Һигеҙ ер союзына» берләштереү менән (Швейцария союзының тәүге формаларының береһе) — ҡала үҙенең тулы бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә. Киләһе 35 йыл буйына империя менән һуғышта. азатлығын яҡларға тура килә. 1389 йылдың империя Берн суверенитетын таный, «Һигеҙ ер союзы» менән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя.
Ҡала Швейцария яйлаһының көньяҡ өлөшөндә, Аре йылғаһы буйында урынлашҡан. Тарихи ҡала йылғаның бөгөлөндә ҡаланы тәбиғи һаҡлаусы бейек ҡалҡыулыҡта төҙөлгән.
Берн климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 2,8 | 4,7 | 9,5 | 13,4 | 18,2 | 21,6 | 24,3 | 23,7 | 19,1 | 13,8 | 7,3 | 3,5 | 13,5 |
Уртаса температура, °C | −0,4 | 0,7 | 4,7 | 8,1 | 12,7 | 16 | 18,3 | 17,7 | 13,7 | 9,3 | 3,7 | 0,6 | 8,8 |
Уртаса минимум, °C | −3,6 | −3,1 | 0,2 | 3 | 7,4 | 10,5 | 12,5 | 12,3 | 8,9 | 5,4 | 0,4 | −2,3 | 4,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 60 | 55 | 73 | 82 | 119 | 111 | 106 | 116 | 99 | 88 | 76 | 74 | 1059 |
Сығанаҡ: [5] |
Берн 6 районға бүленгән:
2013 йылда ҡалала 137 980 кеше теркәлгән. Ҡатын-ҡыҙҙар халыҡтың 52,3 %, ә ир-аттар ярашлы рәүештә 47,7 % өлөшөн тәшкил итә.
2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса Берн халҡы түбәндәге йәш төркөмдәренә бүленә:
Ҡала халҡының яҡынса дүрттән бер өлөшө (23,7 %) — швейцариялылар түгел һәм башлыса Германия, Италия, шулай уҡ Испаниянан килгәндәр.
Сығанағы: Statistik Bern Stadt, 2013.
Берн иҫтәлекле урындарға бай. Иҫтәлекле урындар тупланған ҡаланың иҫке өлөшө 1983 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Иҫке ҡала өлөшөнөң айырмалы үҙенсәлеге булып күп һанлы аркадаларҙың — ҡабырға яҡтан урамдарҙың өҫтөнән япмаларҙың булыуы тора. Ямғырлы көндәрҙә аркадалар өйҙәрендә сатырҙарын онотоп ҡалдырған ҡала халҡын ҡотҡара. 2014 йылда Берн халҡы ҡаланы Швейцариялағы иң матур ҡала тип атай[6].
Төп иҫтәлекле урындары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.