3 июль — григориан стиле буйынса йылдың 184-се (кәбисә йылында 185-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 181 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
- 1928: АҠШ-та донъялағы тәүге телевизорҙар һатыуға сығарыла.
- 1936: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Дәүләт автомобиль инспекцияһы (ГАИ) ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Гвоздик Татьяна Анатольевна (1960), Архангел районы хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең элекке етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (1913—31.03.1989), агроном, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районы Киров исемендәге колхоздың йылҡы фермаһы мөдире, 1949 йылдан — колхоз рәйесе, 1954 йылдан «Ҡыҙыл Урал колхозы агрономы, 1966—1971 йылдарҙа Йыланлы ауыл советы рәйесе. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943). Сығышы менән Йыланлы ауылынан.
- Исмәғилев Ғәләү Сиражетдин улы (1918—16.03.1995), философ-ғалим, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан ВКП(б)-ның Ауырғазы район комитеты, 1944—1950 йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре; 1954 йылдан Өфө авиация институтының марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1956 йылдан — Өфө юғары партия мәктәбенең, 1960 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 1971—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылынан.
тулы исемлек
- Мырҙабулатов Салауат Барый улы (1928—25.02.2002), малсы, йәмәғәтсе. Баймаҡ районының элекке һарыҡ көтөүсеһе. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш (1962—1966) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һарыҡ көтөүсеһе (1956). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Мырҙабулат ауылынан.
- Ҡоҙабаев Айҙар Сәйфулла улы (1933), педагог. 1951 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры; 1962 йылдан район мәғариф бүлеге инспекторы, 1967—1971 йылдарҙа — мөдире; 1990—1998 йылдарҙа Аҡъярҙағы 110-сы һөнәри училище уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Сығышы менән Аҡъяр ауылынан.
- Дауытов Әғләм Хәсән улы (1933), нефтсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1956—1994 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау цехының өлкән инженеры, мастеры, НГДУ-ның участка начальнигы, нефть промыслаһы мөдире, партком секретары, цех начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районынан.
- Исламов Йонос Мулланур улы (1938), инженер, ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм именлек органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан ВЛКСМ-дың Ҡалтасы район комитетының беренсе секретары, 1970 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1972 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының икенсе секретары; 1975—1992 йылдарҙа дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, полковник (1986). Почёт ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының Яңы Әшит ауылынан.
- Әхмәтов Хәмзә Рәис улы (1958—13.10.2007), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2000—2007 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Лукьянцева Ирина Александровна (1968), инженер. 1990 йылдан Салауат химия заводы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы (1924—31.07.2006), ғалим-офтальмолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1975). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).
- Торомтаев Йәүҙәт Мифтах улы (1949), юрист, 2000–2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры. Юстицияның III класлы дәүләт советнигы. Рәсәй прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Утарбай ауылынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1850: Альфредо Кейль, Португалия композиторы, илдең дәүләт гимны авторы, сығышы менән Германиянан.
- 1875: Фердинанд Зауэрбрух, Германия хирургы, күкрәк хирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1895: Марк Рейзен, йырсы, Ҙур театр солисы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 1900: Алессандро Блазетти, Италия кинорежиссёры.
- 1900: Маргарита Рудомино, СССР-ҙың китапхана белгесе, хәҙер уның исемен йөрөткән Сит ил әҙәбиәте китапханаһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе етәксеһе.
- 1920: Николай Месяцев, дәүләт эшмәкәре, 1964—1970 йылдарҙа СССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
- 1924: Владимир Богомолов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1925: Марк Орлов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист.
- 1925: Анатолий Эфрос, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, педагог.
- 1935: Харрисон Шмитт, Америка астронавы.
- 1955: Ирина Моисеева, СССР фигуристкаһы, боҙҙа бейеү буйынса ике тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы.
- 1960: Винс Кларк, Британия музыканты, йырҙар авторы.
- 1960: Хокан Лооб, Швеция хоккейсыһы, олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1965: Конни Нильсен, Дания актрисаһы.
- 1970: Сергей Бадюк, СССР һәм Рәсәй актёры, спортсы, йәмәғәтсе.
- 1970: Теему Селянне, Финляндия хоккейсыһы.
- 1980: Лиза Оливия Манн, АҠШ-тың кино актрисаһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға