24 май — григориан стиле буйынса йылдың 144-се (кәбисә йылында 145-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 221 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Бөтә донъя видеоуйындар көнө.
- Милли
- Һөнәри
- 1925: «Комсомольская правда» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1956: Швейцарияла беренсе тапҡыр «Евровидение» йыр бәйгеһе үтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Боков Владимир Александрович (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-географ, ландшафт белгесе, эколог. 1967 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 1973 йылдан — Удмурт университеты (Ижевск), 1980 йылда — В. И. Вернадский исемендәге Таврия милли университеты (Симферополь) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылдан геоэкология кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Ҡырым Республикаһының (2000) һәм Украинаның (2004) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Мальханов Владимир Борисович (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-офтальмолог. 1969 йылдан) Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1974—2013 йылдарҙа бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Родичкин Николай Иванович (1937), механизатор. 1960 йылдан Әбйәлил район «Урал» совхозы электрослесары, 1965 йылдан — комбайнсы, тракторсы-машинист. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылынан.
- Сәғетдинова Илюза Тимербулат ҡыҙы (1942), сәнәғәт ветераны. 1961—1987 йылдарҙа Өфө текстиль быяла-сүс заводы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
- Ҡарабаева Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы (1972), нәшерсе. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең корректоры, өлкән корректоры, мөхәррир, сектор мөдире һәм баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ҡалдар ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Синёва Рәсимә Әхсән ҡыҙы (1958), дәүләт органы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2007 йылдан Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан Республика бүлексәһенең Ағиҙел ҡалаһындағы идаралыҡ начальнигы. Ағиҙелдең бишенсе саҡырылыш ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2018). Рәсәй Пенсия фонды отличнигы (2013).
- Хәбибуллин Булат Нурмый улы (1958), фалим-математик. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1993)
- Әлибаев Фәнүр Хажиәхмәт улы (1958), «Көньяҡ Урал» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, биология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе.
- Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы (1963), табип-ғалим, невролог, физиотерапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- Ғәлимов Артур Марат улы (1978), ғалим-инженер. 2001 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры, цех мастеры, инженер-электригы, 2017 йылдан — Дүртөйлө ҡорамалдар эксплуатациялау цехы начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иванай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мархасин Виктор Ильич (1944–28.11.1987), ғалим-тау инженеры, геофизик. 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (1949—14.09.2020), йырсы. 1976–1998 йылдарҙа Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының солист-вокалисы. Татар АССР‑ының (1991) һәм Башҡортостан Республикаһының (2020) халыҡ артисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1971), «Татар йыры» халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан, 2013) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ҡотлояр ауылынан.
тулы исемлек
- Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы (1954), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
- Миронов Ринат Ғаян улы (1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре. Юридик фәндәр докторы (2007). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1905: Михаил Шолохов, СССР яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса 1965 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1925: Май Сеттерлинг, Швеция актрисаһы, сценарист һәм кинорежиссёр.
- 1934: Анатолий Бичуков, скульптор, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, 2001 йылдан Рәсәй һынлы сәнғәт академияһының вице-президенты.
- 1935: Александр Леманский, СССР һәм Рәсәй ғалимы, «Алмаз» ғилми-производство берекмәһенең генераль конструкторы.
- 1940: Иосиф Бродский, СССР һәм АҠШ шағиры, әҙәбиәт буйынса 1987 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1945: Евгений Киндинов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1945: Присцилла Пресли, АҠШ актрисаһы.
- 1960: Кристин Скотт Томас, Британия актрисаһы.
- 1965: Синъитиро Ватанабэ, Японияның аниматор-режиссёры.
- 1990: Джоуи Логано, АҠШ автоуҙышсыһы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға