Японияның йәнһүрәт мәҙәниәте From Wikipedia, the free encyclopedia
Аниме (['anʲɪmə, ənʲɪ'mɛ], япон. アニメ [anʲime], ингл. animation — анимация[1]) — япон анимацияһы[2]. Балалар өсөн яһалған башҡа илдәр йәнһүрәттәренә ҡарағанда, аниме күп осраҡта үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн ҡаралған, шуға күрә донъяла киң билдәле[3]. Персонаждарҙы һәм тирә-йүнде үҙенсәлекле итеп төшөрөү менән айырыла[1]. Телесериалдар, киң тамашасы өсөн фильмдар рәүешендә сығарыла[4]. Сюжеттары күп төрлө персонаждарҙы ҡылыҡһырлап, урындары, дәүерҙәре, жанр һәм стилдәре менән айырыла[1].
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Аниме-сериалдар өсөн сығанаҡ итеп манга (япон комикстары)[5], ранобе (лайт-новел), йәки компьютер уйындары (йыш ҡына «визуал новел» жанрында) алына[6]. Экранлаштырғанда төп нөсхәнең график стиле һәм башҡа үҙенсәлектәре һаҡлана. Һирәгерәк башҡа сығанаҡтар, мәҫәлән, классик әҙәбиәт әҫәрҙәре алына. Шулай уҡ тулыһынса үҙенсәлекле сюжетлы аниме ла була (был осраҡта үҙе аниме китап һәм манга сығанағы була ала). «Аниме» термины мәғәнәһе контекстҡа ҡарап үҙгәрә[7]. Көнбайыш илдәрҙә аниме мәҙәниәтсе, социолог, антрополог ғалимдары — Эри Изава, Скотт Маклауд, Сьюзан Напьер, Шерон Кинселла һ.б. — тарафынан өйрәнелә[8].
«Аниме» һүҙе инглиз теленән animation һүҙенән (япон. アニメーションアニメーション [animēshon], рус. «анимация») килеп сыға, тамырҙары бер[1][9]. Япон транскрипцияһында animation һүҙе оҙон, әйтелеше ауыр, шуға күрә уңайлы «аниме» һүҙе менән алмашына. Икенсе аңлатмаһы ла бар: япондар animation һүҙен (ингл. йәнләндереү) «аниме» һүҙенә алмаштыра, сөнки латин тамыры anima (башҡ. «йән») яҡыныраҡ. Хәҙерге ваҡытта «аниме» термины халыҡ-ара һүҙлегенә ингән[9]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа «аниме» һүҙе француз әйтеменән dessin animé («мультипликация») килеп сыҡҡан, тигән фекер йөрөй[10][11], әммә был фекер бәхәсле[12]. Япон телендә «аниме» һүҙе стиле, сығарған иленә ҡарамай, бар анимацияны аңлата[13][14]. 1970-се йылдарға тиклем «манга-эйга» термины йөрөгән («кино-комикстар»)[15].
Урыҫ телендә «аниме» һүҙе урта затта ҡулланыла, буйһонмай.
Аниме тарихы XX быуатта башлана, япон кинорежиссёрҙары Көнбайышта уйлап табылған мультипликация техникаһы менән тәүге тәжрибәләрен башлай[16]. Иң тәүге һаҡланған япон анимацияһы — Katsudo Shashin 3 секунд бара[17]. Тәүге аниме 1917 йылғы ике минутлыҡ комедия фильмы «Namakura-gatana» була[18][19]. Япон мультипликацияһында беренсе юл һалыусы Шимокава Отен, Джуничи Кочи һәм Сейтаро Китаяма була[20]. Билдәле һәм анһат ысул булып киҫелгән анимация тора, уны Санае Ямамото, Ясуджи Мурата, Ноборо Офудзи аниматорҙары ҡуллана. Һуңынан ҡорама һымаҡ ҡорау техникаһы тарала[21]. Шулай уҡ Кензо Масаока, Митсуйо Сео аниматорҙары уңыш ҡаҙана, улар анимация фильмдарын тәрбиәүи һәм пропагандалау маҡсаттарында төшөрә[22]. Тәүге тауышлы Chikara to Onna no Yo no Naka анимеһын Масаока 1933 йылда төшөрә[23][24]. Тәүге тулы метражлы анимацион фильмды Momotarou: Umi no Shinpei Митсуйо Сео 1945 йылда төшөрә, спонсорлыҡ ярҙамды Японияның император флоты күрһәтә[25].
Хәҙерге аниме ғәҙәттәрен Осаму Тезука индерә. Мәҫәлән, Тезука Диснейҙан хистәрҙе күрһәтеү өсөн күҙҙәрҙе ҙурайтыу ысулын ала; нәҡ уның етәкселеге аҫтында башланғыс анимеға ҡараған әҫәрҙәр килеп сыға[26]. Тезукиның тәүге эше — Shintakarajima мангаһы. Һуңынан Tetsuwan Atomu (Astro Boy) мангаһын сығарып, уңыш ҡаҙана[27]. 1970-се йылдарға манга билдәлелек яулай, Тезукуны «легенда»[28], «манга һәм аниме аллаһы» тип атайҙар[29][30].
Бер быуатлыҡ тарихы эсендә аниме ҙур үҫеш юлын үтә. Йылдар үтеү менән аниме сюжеттары ла ҡатмарлана, күтәрелгән мәсьәләләр етдиләнә.
Ун дүрт йәштән өлкән үҫмерҙәр өсөн аниме-сериалдар килеп сыға, улар оло йәштәгеләргә лә оҡшай.
Бөгөнгө көндә аниме айырым мәҙәни ҡатлам тәшкил итә, эсенә балалар өсөн сериалдар (кодомо жанры), үҫмерҙәр һәм оло йәштәгеләр өсөн әҫәрҙәр — шонен (егеттәр өсөн аниме), шоджо (ҡыҙҙар өсөн аниме), тик «өлкәндәр» өсөн аниме (сейнен, джосей) инә[31].
Анименың юғары нөктәһендә режиссёр Хаяо Миязаки эштәре урын алған. Уның «Шәүләләр алып киткән» анимация фильмы Берлин кинофестиваленең «Иң яҡшы фильм» премияһын беренсе һәм берҙән-бер алыусыһы[32]. Шулай уҡ Миязакиҙың «Минең күршем Тоторо», «Порко Россо», «Принцесса Мононоке», «Йөрөй торған замок», «Калиостро һарайы» эштәре билдәле. 2014 йылдың ноябрендә кинематографтағы күренекле хеҙмәте өсөн «Оскар» маҡтаулы премияһына лайыҡ була. Шул уҡ йылда «Фәнни фантастика дан залына» индерелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.