From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалдар (рус. Калдарово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 322 кеше[3]. Почта индексы — 453335, ОКАТО коды — 80238805004.
Ҡалдар | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Волостновка ауыл Советы (Күгәрсен районы) |
Административ-территориаль берәмек | Волостновка ауыл Советы (Күгәрсен районы) |
Халыҡ һаны |
322 кеше (2010)[1], 373 кеше (2002)[2], 351 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 453335 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 75 %, тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1900 йыл | 250 | ||||
1920 йыл 26 август | 193 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 98 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 225 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 344 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 373 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 322 | 159 | 163 | 49,4 | 50,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ерекле йылғаһының уң яҡ ярында (ул уң яҡтан Мәнеү йылғаһына ҡоя) XVIII—XIX быуаттар башында Ҡалдар ауылы барлыҡҡа килә. Уға Ҡалдар Ишбулатов нигеҙ һалған (1725—1812). Уның улы Тайыш, 1766 йылғы; Тайыштың балалары Әлибай, Мәүлембирҙе. Тайыш Ҡалдаровтың туғандары Абдулхалиҡ менән Кучак (игеҙәктәр, 1771 йыл), Яныбай һәм Һөйөндөк.
Ауылда 1816 йылда — 13, 1859 йылда — 40 (230 кеше), 1920 йылда 44 ихатаһы булған.
1842 йылда 139 кешегә 58 сирек (464 бот) яҙғы иген сәселә. Уларҙың 320 йылҡыһы, 110 баш һыйыр малы, 7 һарығы булған[6].
Юскаев Ильвир Ильяс улы, 9-сы класс. Ҡалдар ауылының ер-һыу атамалары[7].
Әсәйҙәргә — дан миҙалы[9]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.