21 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 52-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 313 көн ҡала (кәбисә йылында 314).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- ЮНЕСКО: Халыҡ-ара туған тел көнө.
- Ер: Ҡатын-ҡыҙ бәхете көнө.
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Халыҡ-ара экскурсовод көнө.
- Беларусь: Ер төҙөлөшө һәм картография-геодезия хеҙмәткәрҙәре көнө.
- КАР: Хәрби көстәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Фельдшерҙар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кривов Тимофей Степанович (1886—16.08.1966), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1905 йылдан РСДРП-КПСС ағзаһы. 1902 йылдан Өфө тимер юл оҫтаханалары, 1906—1907 йылдарҙа Златоуст ҡалаһында паровоз депоһы слесары. 1905—1907 йылдарҙа РСДРП‑ның Өфө хәрби дружинаһы ағзаһы, 1917—1918 йылдарҙа Өфө ҡала хеҙмәт биржаһы мөдире, Өфө губерна эшсе һәм һалдат депутаттары Советы башҡарма комитеты, Өфө губерна революцион комитеты, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабы, РКП(б)‑ның Өфө губерна комитетыы ағзаһы. 1919 йылдың авгусынан Өфө губерна революцион комитеты рәйесе. Артабанғы йылдарҙа Мәскәүҙә, партия һәм дәүләт органдарында яуаплы вазифаларҙа. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы (1936—12.06.2005), хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм прозаик. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Сафуан Әлибай (1941—6.07.2014), шағир һәм журналист. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
- Фрид Аркадий Исаакович (1946), ғалим-инженер электромеханик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2002). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2002), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәфәрғолова Әлмира Әғзәм ҡыҙы (1961), хеҙмәт ветераны, режиссёр. 1984 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль‑әҙәби лекторийы концертмейстеры, 2003 йылдан — художество етәксеһе, 2008—2011 йылдарҙа директорҙың ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Мәжитов Урал Таһирбирҙе улы (1943), педагог. 1960 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1966 йылдан (өҙөклөк менән) Байыш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1972—1977 һәм 1983—2003 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Улицкая Людмила Евгеньевна (1943), урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе һәм сценарист. Сит ил һәм Рәсәй әҙәби премиялары лауреаты. Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы (1948), йырсы. 1969—2003 йылдарҙа Хор капеллаһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
- Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (1948), журналист, яҙыусы, журналист. 1970 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитенең бүлек мөдире, яуаплы секретары; 1980 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, 1986 йылдан — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының баш мөхәррире, 1991 йылдан — СССР һәм Рәсәй Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Рәжәпов Раузат Камалетдин улы (1958), инженер-механик, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2016 йылдан Ишембай араҡы-шарап заводы директоры. Башҡортостан аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Йәнырыҫ ауылынан.
- Нотфуллин Азат Самат улы (1963), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1992 йылдан Ҡыйғы районы «Әй» хужалығы рәйесе. 2006 йылдан район советы рәйесе урынбаҫары, 2016—2020 йылдарҙа — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2021). Сығышы менән ошо райондың Йүкәлекүл ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ғәрифуллин Фринат Йәүҙәт улы (1954), педагог. 1995 йылдан Ағиҙел ҡалаһындағы 146-сы һөнәри лицей, 2014—2021 йылдарҙа — урындағы «Ағиҙел» спорт-ял үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәкәре. «Ағиҙел ҡалаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе менән бүләкләнеүсе (2018). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Солтанай ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1835: Михаил Микешин, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1875: Жанна Луиза Кальман, Францияла йәшәгән, донъя тарихында иң оҙон ғүмерле кеше, 1997 йылда вафат була.
- 1895: Евгений Беляев, СССР-ҙың ғалим-шәрҡиәтсеһе, ислам тарихын өйрәнеүсе.
- 1905: Лев Атаманов, СССР кинорежиссёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978).
- 1915: Евгений Лифшиц, СССР-ҙың ғалим-физигы, академик.
- 1925: Алексей Парамонов, СССР футболсыһы, 1956 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1925: Игорь Шамо, СССР композиторы, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1975).
- 1935: Владимир Скулачёв, СССР-ҙың ғалим-биохимигы, академик.
- 1935: Борис Тимеркәев, СССР-ҙың ғалим-физигы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2000).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға