12 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 12-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 353 көн ҡала (кәбисә йылында 354).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дятлов Игнатий Семёнович (1925—31.07.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Соколов Михаил Анисимович (1925—14.01.2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы.
- Абдуллин Фәрит Ғәли улы (1950—2007), хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2001 йылдарҙа Кушнаренко районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Байегетов Нияз Мулләхмәт улы (1960), педагог, 1984 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумының «Йәйғор» халыҡ бейеү ансамбле, 2006 йылдан — Сибай педагогия колледжының «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Заһиҙуллин Ринат Васиҡ улы (1960), ғалим-физик, 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәре докторы (2002), профессор.
- Зәйнетдинов Денис Фоат улы (1980), балет артисы. 1998—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм педагог-репетиторы, 2006 йылдан — Екатеринбург опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғайсин Фәрит Әхмәт улы (1942—22.05.2002), ғалим-социолог, партия органдары, дәүләт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1967 йылдан — партия эшендә; 1990 йылдан Башҡортостандың халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары; 1996—2002 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты ректоры. Социология фәндәре докторы (1996), профессор (2001), Социаль технологиялар һәм урындағы үҙидара академияһы академигы.
- Сәфиуллина Зөлфиә Хәсән ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2-се республика клиник дауаханаһының ультратауыш диагностикаһы бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Петрова Ирина Юрьевна (1962), хеҙмәт ветераны. Белорет юл төҙөү-ремонтлау идаралығының инженер-лаборанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Булатова Дилбәр Данис ҡыҙы (1972), журналист, яҙыусы. 2011 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Вәлиева Фәриҙә Наил ҡыҙы (1963), тренер-педагог. 1991 йылдан Салауат ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт-техник мәктәбе завучы, 2003 йылдан — «Снайпер» махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2010) һәм Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Лунёва Наталья Николаевна (1973), ғалим-иҡтисадсы, педагог. 1995 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалы уҡытыусыһы, 2005 йылдан кафедра мөдире урынбаҫары, 2012 йылдан директор урынбаҫары, 2015 йылдан — филиал директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2004), доцент (2007). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Бочко Светлана Дамир ҡыҙы (1963), спортсы. 2001 йылдан пауэрлифтинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Студенттар араһында донъя (2002—2003), ветерандар араһында Европа чемпионы (2003), Рәсәйҙең абсолют чемпионы (2001), Рәсәй чемпионы (2002—2007).
- Әбләев Рөстәм Борханетдин улы (1978), тау инженеры, йәмәғәтсе. 2011 йылдан Хәйбулла районындағы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән ошо райондың Степной ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Диваев Рәшит Мансур улы (1929—7.09.2010), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—1995 йылдарҙа Ауырғазы районы «Октябрь» колхозы агрономы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1981). Райондың почётлы гражданы (2000). Сығышы менән Туҡай ауылынан.
- Григорьев Виктор Михайлович (1939), физик-ғалим, ҡояш физикаһы һәм астрофизика приборҙары эшләү өлкәһендәге белгес. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Себер ионосфера һәм радиотулҡындар таралыу магнетизмы институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1986 йылдан бүлек мөдире, 1991 йылдан — директор урынбаҫары. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2000), физика-математика фәндәре докторы (1991). Почет ордены кавалеры (2006), 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалы (1999) һәм Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы (2014) менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Курушев Юрий Павлович (1939—19.05.2010), төҙөүсе. 1969 йылдан «Башмедьстрой» тресының 244-се, 1970 йылдан — 545-се механизацияланған күсмә колоннаһы, 1989 йылдан 4-се төҙөлөш идаралығы начальнигы; 2001—2004 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт йәмғиәте Төҙөлөш-монтаж идаралығының 4-се төҙөлөш идаралығы начальнигы, «Төҙөлөш команияһы» йәмғиәте директоры. Рәсәйҙең (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәлфин Алмаз Әнүәр улы (1944—2017), педагог. 1987—2008 йылдарҙа Учалы ҡалаһының 5-се урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). Учалы районының М. Х. Минһажетдинов исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Илсе ауылынан.
- Лесунов Валерий Павлович (1949—18.12.2004), иҡтисадсы-ғалим, сәнәғәт өлкәһе һәм дәүләт органы хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, 1998—2004 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш (1995—2004) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2003), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1995). Почёт ордены кавалеры (2000).
- Ғайсин Усман Барый улы (1954), тарихсы-ғалим. 2002—2022 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, тарих һәм культурология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2005).
- Мөфтиев Ғамил Ғәббәс улы (1954), (1954), иҡтисадсы-ғалим. 1998—2014 йылдарҙа Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Өфө институты (филиалы) деканы, уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса проректоры, кафедра мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1903: Игорь Васильевич Курчатов, СССР-ҙың атом бомбаһын уйлап табыусы физик-ядерщик, академик.
- 1907: Сергей Павлович Королёв, СССР ғалимы, ракета-космос техникаһын уйлап табыусы һәм етештереүҙе ойоштороусы, ғәмәли космонавтикаға нигеҙ һалыусы.
- 1915: Вадим Шефнер, СССР яҙыусыһы, шағир һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).
- 1936: Раймонд Паулс, СССР һәм Латвия композиторы, дирижёр, пианист, сәйәси эшмәкәр. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985). Ленин комсомолы премияһы лауреаты.
- 1956: Николай Иванович Носков, СССР һәм Рәсәй музыканты.
- 1984: Наталья Морарь, Молдавия журналисы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға