Йүрүҙән һәм Әй йылғалары, Ағиҙел һәм Мейәс йылғаһы башы башҡорттары, Табын ҡәбиләләр берләшмәһенә ҡараған башҡорт ырыуы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыуаҡан — Йүрүҙән һәм Әй йылғалары аралығындағы, Ағиҙел һәм Мейәс йылғаһы башы башҡорттары, Табын ҡәбиләләр берләшмәһенә ҡараған төньяҡ-көнсығыштағы башҡорт ырыуы. Ағастары — ҡарағас; ҡоштары — ҡарағош, шоңҡар; орандары — Салауат, Һандал. Тамғалары — О — сүмес, ижау (ковш), асҡыс[1].
Файл:Kuakan.jpg Ырыу тамғаһы: сүмес, асҡыс | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: ? мең
| |
Тел | |
Дин | |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар | |
Этник төркөм |
• Йылан • Ҡыркүле • Сәғит • Һатҡы• Тау • Түбәләҫ • Һунбыҡ • Тәүеш • Ҡыуыҡ • Һарүҙәк • Тимерәк • Аҡбалта • Мырҙаш • Алмас • Сөсәй • Бараҡ • Әжембәт • Ишембәт һ.б. |
Ҡыуаҡан ырыуына Салауат районы Алтауыл Түбәләҫ ырыуы ауылдары:Башҡорт Илсекәйе, Тирмән (Салауат районы), Урмансы, Яңы Сүрәкәй Ҡарағол, Мөрсәлим, Ҡыйғы; Учалы районындағы Һөләймән, Аҙнаш (Сәйетмәмбәт), Көсөк, Ҡарағужа, Төхфәт ауылдары ҡарай. XIX быуат уртаһында Иҫәнбай, Һөйөндөк, Ясин ауылдары ғына үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә йәшәгән. Ҡотоҡ ауылы Һатҡы районы биләмәһендә, Буранғол, Иҡсан, Байһаҡал менән Күкәй ауылдары Барын-Табын, Ҡаратабын ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе менән ултырған, уныһы ла Златоуст заводы менән бәхәсле биләмә булған, шулай уҡ Шәрип (Әүәз), Тәтлембәт, Ялсығол, Златоуст заводының бәхәсле ерендә ултырған. Манаҡай, Сәйетҡол, Сәйет ауылдары, хәҙерге Силәбе өлкәһендә Арғаяш районы Булат һәм Байрамғол, Уй районы Булат ауылында, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Бикбирҙе ауылында, Белорет районындағы бер нисә ауылда йәшәй[2][3].
Башҡорт Илсекәйендә: Һунбыҡ • Тәүеш • Тимерәк • Ҡыуыҡ • Һарүҙәк • Алмас нәҫелдәре • Асытҡын тигән нәҫел дә булған тиҙәр[4] ; Тирмәндә: Бараҡ • Сөмәй • Ҡалмаҡ • Ҡырғыҙ • Йомай • Талаҡ • Йәнырыҫ • Туҫтаҡ • Туғыҙ • Сөсәй • Баҙраҡ • Ҡыртмыш; Ҡалмаҡҡолда: • Сөсәй • Урмансыла: Аҡбалта • Мырҙаш • Аушан • Манғул • Ҡырғыҙ • Үзбәк • Тайшан • Аҡмырҙа • Тәүеш • Һунбыҡ ; Сүрәкәйҙә: Аҡтамаҡ • Ҡыуаҡан • Өрөстән • Ҡаһаш • Мөһәш • Сөмәй • Ҡырғыҙ[5]; Ҡарағолда: Әжембәт • Ишембәт • Сөсәй • Алмас [6]
Ҡыуаҡан этнонимы Алтайҙағы Курынан, ҡоман, ҡоманлылар, ку-кижи (лебединцы -аҡҡоштар) — «ҡошҡа табыныусылар» мәғәнәһендә) ырыуҙарына барып тоташа. Ҡурыҡандар Алтайҙа Теле ҡәбиләһенә ҡарағанлыҡтан, ҡыуаҡандарҙың Көньяҡ Уралға миграцияһы Теләүҙәрҙең көнбайышҡа күсенеүе менән бәйле. Ҡыуаҡандар Көньяҡ Уралда Ҡаратабындар менән йәнәш урынлашҡан.
Рәил Ғүмәр улы Кузеев[7] Табындарҙы башҡорт ырыуҙары араһындағы һан буйынса иң эре һәм составы буйынса иң ҡатмарлы берләшмә тип атаған. Табын берләшмәһенә алты — Табын, Ҡыуаҡан, Һырҙы, Бишул, Баҙраҡ һәм Ҡумрыҡ — ҡәбиләләре ингән. Табын ҡәбиләһе үҙе туғыҙ ырыуҙан, ҡыуаҡан — алты, бишул ике ырыуҙан торған. «Табындарҙың дөйөм һаны XVIII быуат башында яҡынса 60 мең кеше булған[8]. Был бөтөн башҡорт халҡының дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән» ти Р. Ғ. Кузеев. Ғалимдың раҫлауы ысынбарлыҡҡа тап килмәйҙер, тип уйларға ҡала, сөнки башҡорттар, хатта ул дәүерҙә булһа ла, шул тиклем аҙ һанлы булмағандыр.
Табындар ҙур Көнбайыш һәм Көнсығыш ҡәбиләләр бүлексәһенән тора. Көнсығыш Табындар башлыса Урал артында: Яйыҡтың үрендә һәм Урал, Көнбайыш Себер йылғаларының киҫешкән урынында ойошҡан, Урал арты күлле далаларында башҡа ҡәбиләләр менән ҡатнаш ултырған. XVIII быуат башына Көнсығыш Табындарҙың һаны 26,5 меңгә еткән, ти Р. Ғ. Кузеев.
Шулар араһында үҙенсә айырылып торған ҡәбилә — Ҡыуаҡандар. Ҡыуаҡандар этник яҡтан Алтай төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Ҡыуаҡандар Ағиҙел йылғаһының үрге ағымындағы таулы урындарҙы, Йүрүҙән һәм Әй йылғалары аралығын төйәк иткән. Һәм ҡатай, һыҙғы, һырҙы, табын, әйҙе, көҙәй ҡәбиләләре менән күрше йәшәгән. Табындар, ҡатайҙар Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышына көнбайыштан, Урал буйҙарынан XIII—XIV быуаттарҙа килгән. Көнбайыштан килгән миграция тулҡыны икегә бүленгән, Табындар үҙәк Башҡортостан аша төньяҡ-көнсығышҡа, Әйҙеләрҙең көньяғына килеп урынлашҡан.
Табындың бер тармағы булған Ҡыуаҡандар XVI—XVII быуаттарҙа эре һәм ҡатмарлы ҡәбиләгә әйләнгән. Ләкин XVIII—XIX быуаттарҙа Ҡыуаҡан ҡәбиләһе, ваҡ төркөм булып, Урал артына, Башҡортостандың башҡа ерҙәренә күсеп ултырырға мәжбүр булып, шаҡтай тарҡалыш кисергән. Был хәл Ҡыуаҡан ерҙәрен Йүрүҙән һәм Әй йылғалары, Ҙур һәм Кесе Һатҡы йылғалары ағымында интенсив рәүештә тау заводтары төҙөү маҡсатында колонизациялау күренеше менән аңлатыла. Бик күп ерҙәр заводсылар ҡулына күскән, ә ҡыуаҡандар элекке ерҙәренең периферияһына ҡыҫырыҡланғандар йәиһә был ерҙәрҙе бөтөнләй ташлап киткәндәр. (Хәҙер был ерҙәрҙә Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән, Һатҡы, Баҡал, Межевой ҡалалары урынлашҡан). Ағиҙелдең үрге ағымында ҡыуаҡан ултыраҡтары һиҙелеп һирәгәйгән.
Ҡыуаҡандарҙың Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилейә (Сулея) ҡасабаһынан алып көнбайышҡа Йүрүҙән йылғаһына тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән ерҙәргә тиклем, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр-Көҙәй ырыуы (Яхъя, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән-Көҙәй ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Ҡытау-Ивановск (Катав-Ивановск), Ҡытаутамаҡ (Усть-Катав) ерҙәре менән сикләнгән. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн яландар йәйрәп ята, урмандары төрлө йәнлектәргә, һунар ҡоштарына бай, бал ҡорттары солоҡтарға бал йыя. Әй, Йүрүҙән, Һилиә, Олойөр йылғаларында мыжғып балыҡ үрсегән.
Ҡыуаҡан ерҙәре үҙенең мәғдән байлыҡтары менән урыҫ промышленниктарын йәлеп иткән. «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе „һатып“ алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар „законлаштырып“ тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә»[9].
Хәҙер Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең күпселек өлөшө Силәбе өлкәһенә инә, тик 10-15 проценты ғына аҫабалар ҡулында ҡалған.
1770 йылдың 27 майында Паллас Шихан йылғаһының Әйгә ҡойған ерендә урынлашҡан Биктуған тигән башҡорт ауылына яҡын ғына үткән. «Әй янындағы Олойөр (йылға) ҡултығында Биктуған ауылының ҡайһы бер башҡорттары бик күп селитралы ер алалар һәм унан дары яһайҙар. Ләкин уларҙың береһе лә был ерҙе күрһәтергә теләмәне» тип яҙған ул[10].
«П.- С. Паллас әйтеп үткән селитра табыу һәм дары эшләү факты үҙе үк көкөрттөң дә сығарылыуын раҫлай. Сөнки дарыны көкөртһөҙ эшләп булмай. Биктуған ауылы тирә-яғы саф көкөрт ятҡылыҡтарына мул булғандыр. Көкөрт бында эзбиз таштарҙа һәм гипстарҙа, айырыуса улар эргәләш ятҡан урындарҙа осрай. Ҙур ятҡылыҡтар унда юҡ, әммә XVIII быуатта башҡорттар бында үҙҙәренә дары яһау өсөн етерлек көкөрт сығарғандар, әлбиттә… Шулай итеп, Һикеяҙ тамағындағы мәмерйә селитраһын башҡорттарҙың фәҡәт дары өсөн ҡулланыуҙарына шик булырға мөмкин түгел. Бында дарыны 1736—1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында етештереүҙәре лә, бәлки, иртәрәк файҙалана башлауҙары ла ихтимал»-, тип яҙған беҙҙең ата-бабалар тураһында Диҡҡәт Бураҡаев[11]. 1740 йылдағы ихтилалдан һуң яндырылған ауылдар араһында Мишәр ауылы булһа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Биктуған ауылы ла яндырылған.
Нисек кенә булһа ла, Ҡыуаҡанға ҡараған Ҡырғөйлө һәм Түбәләҫ ырыуҙары Йүрүҙән һәм Әй йылғаларының урта ағымында сағыштырмаса компакт ултырып йәшәүен дауам иткән. Түбәләҫ ырыуы өлөшләтә Әйле ерҙәрендә ултырғанлыҡтан, XVIII быуаттың күп кенә исемлектәрендә уларҙы Әйле ырыуҙарына индереп ебәргәндәр. Хатта ғалимдар Тажетдин Ялсығол да, Әхмәтзәки Вәлиди ҙә Түбәләҫтәрҙе, ошо мәғлүмәттәргә таянған өсөндөр, Әйле ырыуҙар берләшмәһенә ҡарай, тип яҙғандар.
Әйлеләр, Табындар һәм Ҡатайҙар бергә башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш этнографик төркөмө нигеҙен тәшкил иткән һәм уларҙың һөйләшеү теле башҡорт теленең Көнсығыш диалектының Ҡыуаҡан бүлексәһенә (Әй-Йүрүҙән һөйләше) ҡарай. XVI быуатта Һырҙы ҡәбиләһе Әйҙең үрге ағымында, Ҡыуаҡандар менән сиктәш йәшәһә, һуңғараҡ улар Урал артына, Теча һәм Мейәс йылғалары аралығына, күсеп китәләр.
Табын ҡәбиләләр берләшмәһенең иң эреһе — туғыҙ ҡәбиләле Табын. Улар Урал артында аҫаба ерҙәргә хужа булған. Ә бына Ҡара-Табын, Барын һәм Күбәләк, Ҡыуаҡан ҡәбиләләре Жалованный грамота менән аҫабалыҡ хоҡуғы бирелгән үҙ аллы биләмә хужаһы булмаған. Оло Табын менән Ҡыуаҡандар араһында ер өсөн бәхәстәр сығып торған. Бөтөн Табын ерҙәренә Батша Жалованный грамотаһы тик Ҡаратабындарға ғына бирелгән була. XVI—XVII быуаттарҙа Себер ханы Күсем яғында, Ҡаратабындар етәкселегендә башҡа Табын ҡәбиләләре, шул иҫәптән Ҡыуаҡандар ҙа, Рәсәйгә ҡаршы торған. XVII—XVIII быуаттарҙа, башҡорт ихтилалдарын ҡанһыҙ баҫтырыу арҡаһында, Табындарҙың сәйәси әүҙемлеге һүрелгән.
Табындарҙың боронғо риүәйәттәре уларҙың тыуған ере Алтай булған, тиҙәр. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ риүәйәттәрендә урын алған Төмән бей тураһындағы тарихтар ҙа Табындарҙың праиле Алтай һәм улар төрки сығышлы икәнде раҫлай. Ҡыуаҡан һәм Һырҙы ҡәбиләләренең этник тарихы Ҡаратабын ҡәбиләһе менән тығыҙ бәйләнгән. Был турала тулыһынса тап килгән тамғалар, риүәйәттәр, генеалогия һөйләй. Ҡыуаҡандар риүәйәттәре ата-бабаларҙың «Алтайҙан», «Байҡал күленән» килгәнен бәйән итә. Ҡыуаҡан ҡәбиләһенә ҡараған Түбәләҫ ырыуы (С. Мираҫов буйынса -түбәс) башҡорттары үҙҙәренең ата-бабаһы тип «Алтай тауҙарында» ерҙәре булған Таймаҫ бейҙе атайҙар. Ошо риүәйәттәрҙән билдәле: XIX быуатта ла Түбәләҫ-Ҡыуаҡандарҙың Алтайҙағы туған-тыумасалары уларҙы һаман «Тыуған илгә кире ҡайтырға» өндәгәндәр.[12]. Риүәйәттәр сағыу этнонимия менән тулыландырыла. Ҡыуаҡандарҙың Ҡырғөйлө, Ҡырҡтар ырыу берәмектәренең Алтай шалғандарында аналогияһы бар. Ҡыуаҡандарҙа монгол (мангул) этнонимы ла теркәлгән. Түбәләҫ ырыуының ике араһында Һун (гунн) атамаһының һаҡланғанлығын мәғлүмәт биреүсе ҡарттарҙың «беҙҙең ырыуыбыҙ һундарҙан» тип ғорурланып әйтеүе раҫлай[13][14].
Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән[15]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрөк атамаһы; ку-кши, куу-кижи -«Аҡҡош йылғаһы кешеләре» — Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә шалғандарҙың (челканцы) атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре туваларҙа ла бар. Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүгеләрҙән булып ике һунарсы егеттең килеүе тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан булалар. Был урын уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар Күкши-тау һәм Башыташ-тау (Башташ тауының иң бейек нөктәһен Түбәләҫтәр Аҡҡашҡа тип йөрөтәләр) тип исем биргәндәр. Ҡыуаҡандарҙың, ғөмүмән, Табындарҙың, Алтайҙар менән матди мәҙәниәттә лә, һынлы сәнғәттә лә, туғанлыҡ системаһында ла бик күп дөйөм һыҙаттары бар.
Башҡортостан Рәсәй составына ингәндән һуң, аҫаба ҡыуаҡан ерҙәре Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы биләмәһендә булған. XVIII-XIX быуаттарҙа ҡыуаҡандар ултырған территория Троицк өйәҙенә, кантон идаралығы системаһы урынлашҡас — 4‑се Көнбайыыш башҡорт кантоны (XIX быуаттың 40‑сы йылдарына тиклем) соствында була. Хәҙер был территориялар Башҡортостан Республикаһының Учалы районы һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Уй райондарына инә.
XVIII быуат башында көнсығыш табындарҙың аҫаба ерҙәре Әй, Яйыҡ, Уй, Өйәлкә һәм Мейәс йылғаларының үрге ағымынан башлана көнсығышҡа табан Урал аръяғы далаларына: Кыуаҡан улусы — йылға үрге ағымынан. Әй, Һатҡы, Йүрүҙән йылғаларынан Урал аръяғы күлдәренә тиклем һуҙылған. Ҡыуаҡандар Верхнеурал, Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәрендә урынлашҡан. Көңгөр бургомистры Юхнев мәғлүмәттәре буйынса, 1725—1726 йылдарҙа Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусындағы 315 йортта 945 ир-ат иҫәпләнгән. 1737 йылғы улустар исемлегендә ҡыуаҡан халҡы Табын түбәһе составында иҫәпләнгән.
1726 йылда Ҡыуаҡан тармағы Түбәләҫ улусындағы 57 йортта 171 ир-егет теркәлгән. 1816 йылда 359 ир-ат йән башына 41596 дисәтинә ер (шуның эсендә һөрөнтө ерҙәр — 517, бесәнлектәр — 8000, урман — 30196, уңайһыҙ ерҙәр — 1867 дисәтинә) тура килгән. Уларҙың аҫаба ерҙәрендә керҙәштәр (припущенник) булмаған.
Троицк өйәҙенең 4-се Загорный һәм 4-се Көнбайыш кантондары башлыҡтары ведомостары буйынса, 1841—1842 йылдарҙа 1737 йылда тәүге тапҡыр телгә алынған Әүәз (Шәрип), Байһаҡал (Этимгән, 1795), Буранғол (Яңауыл, Киксерле, 1776), Иҡсан (1790), Иҫәнбай (1795), Күкәй (1775), Көсөк (1740), Лапы (1776), Сәйетмәмбәт (1790), Һөйөндөк (1795), Тәтлембәт (1816), Төхфәт (Абҙан, 1834), Ялсығол (1795), Ясин ауылдарында бөтәһе 2349 кеше иҫәпләнгән. Төрлө сығанаҡтарҙа ҡыуаҡан ауылы тип телгә алынған ауылдар: Манаҡай (1775), Сәйетҡол (1765), Троицк өйәҙе Сәйет (1737) һәм Һөләймән; Силәбе өйәҙе Бикбирҙе (Ҡыуаҡан улусы); Верхнеурал өйәҙе Ҡыуаҡан (Ҡарағужа, 1795).
XIX быуат уртаһында ни бары 3 ҡыуаҡан ауылы — Иҫәнбай, Һөйөндөк, Ясин ғына үҙҙәренең аҫаба башҡорт ерендә йәшәгән. Ҡотоҡ Һатҡы заводы ерендә ҡалған. Күкәй һәм Байһаҡал — Златоуст заводы менән бәхәсле ерҙә, Әүәз, Буранғол, Иҡсан, Сәйетмәмбәт, Тәтлембәт, Ялсығол — шулай уҡ Златоуст заводы менән бәхәсле ерҙә, уныһы ла керҙәш булып инергә рөхсәт иткән Барынтабын һәм Ҡаратабын ерҙәрендә тороп ҡалған. Хәҙер Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары йәшәгән территорияла (10 ауыл) Башҡортостан Республиканың Учалы районы урынлашҡан. Силәбе өлкәһендәге 3 ауылда: Арғаяш районының Булат (балаҡатайҙар менән бергә) һәм Байрамғол ауылдарында Уй районының Булат ауылында (балаҡатайҙар менән бергә) ҡыуаҡандар йәшәй[16][17].
1735—1740 йылдарҙағы баш күтәреүҙәрҙең әүҙем юлбашсыһы Ҡыуаҡан улусы старшинаһы Аҙнабай Ҡарағужин булған. Уның атаһы Ҡарағужа Аҡаев (Аҡаҡов), олатаһы — Аҡай Ҡамаҡаев (30-сы йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан), ҡарт олатаһы — Ҡамаҡай Биҡҡолов.
1735 йылдың авгусында Барын-Табын ырыуы батыры Йосоп Арыҡов менән Түбәләҫ ырыуы батыры Байрас Йәнырыҫов Верхнеурал (Юғарғы Яйыҡ) нығытмаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта төҙөлөп ятҡан Орск нығытмаһына китеп барған йөктө туҡтатҡан. Баш күтәреүселәр обозды ла, Яйыҡ нығытмаһын да ҡамауҙа тотҡан. Тик Себерҙән драгун полкы һәм Кирилловтан махсус хәрби отрядтар килгәс кенә ҡамау өҙөлгән[18].
Байтаҡ ауылға башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡан ҡыуаҡан батырҙары исеме бирелгән. Мәҫәлән, Ҡыуаҡан ауылының икенсе исеме — Ҡарағужа — 1737—1740 йылдарҙағы ихтилалалда ҡатнашҡан, үҙенең кешеләрен «Йүрүҙән ҡалҡыулыҡтарынан Уйылға яҡтарына алып киткән» Аҙнабай Ҡарағужинға йә уның атаһына мөнәсәбәтле, тип фаразларға була. Сәйет ауылы Ҡараһаҡал ихтилалында ҡатнашҡан Сәйет Киләев исемен йөрөтә.
1737—1738 йылдарҙа Ҡыуаҡан ырыуы муллаһы Бәпәнәй Төрөпбирҙин, башҡа ырыу батырҙары менән, ихтилалды дауам иткән. Ул ихтилалдың идеологы булған. Бәпәнәнең «Беҙҙең башҡа барыр еребеҙ юҡ» тигән һүҙҙәре әлеге көндә лә актуаллеген юғалтмаған.
1755 йыл тирәһендә телгә алынған «Ҡыуаҡан улусы башҡорто Ҡотоҡ Ямашев» исеме Ҡотоҡ ауылына бирелгән, моғайын. Шул уҡ 1755 йылда телгә алынған Күкәй ауылы 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан старшина Күкәй Бикбулатов мсеме менән аталған. Старшина Иҡсан Яҡупов исеме Иҡсан ауылына бирелгән. 1775 йылғы документтарҙа «Ҡыуаҡан улусы Манаҡай ауылынан ышаныслы кеше сотник Манаҡай Сәлихов», 1760 йылда — ҡыуаҡан старшинаһы Сәйетҡол Атанғолов телгә алына[19][20].
1773—1775 йылдарҙағы Салауат Юлаев етәкселегендәге көрәшкә Илсекәй ауылынан Ғәбдеш Таҡил, Аҡһары Йосопов, Илсекәй Биктуғанов, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев (Һунбыҡ нәҫеленән), Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов, Биҡҡол Тәүешев (Тәүеш нәҫеленән), Сүрәкәй ауылынан Ҡалмаҡҡол Килтәков, Арыҫланғол Собханғолов, Ҡарағол ауылынан Ишембәт Иҫәкәев ҡушыла. Улар бөтәһе лә С. Юлаев һәм уның атаһы Ю.Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Ошо шаһиттар Эҫем заводын яндырыу, Йүрүҙән, Ҡытау-Ивановск заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт биргән. Әммә С. Юлаевтың һәм Ю. Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һорауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек»,- тигәндәр. Был мөмкин тиклем ихтилал етәкселәрен яҡларға тырышыу тураһында һөйләй[21].
Урындағы риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, үҫмер Салауат Түбәләҫ һабантуйҙарына килеп (ул ваҡытта Йүрүҙән йылғаһын хәҙерге Иҙрис ауылы янында кисеп сығып, Башташ тауы итәге буйлап 17 саҡрым оҙонлоғондағы араны һыбай үтерлек тура юл булған), Урмансынан Мырҙаш батыр менән көрәшеп йөрөгән. Был турала уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина «Салауат батыр — ир ине» тигән тамаша сценарийы яҙҙы[22].
1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ улусының старшинаһы вазифаһын башҡарған Собханғол Килтәков (1720—1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. «Салауат Юлаев» энциклопедияһында Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашыусы, полковник, тигән аңлатма бирелә. 1773 йылда ул, улустың батыр йөрәкле ирҙәрен йыйып, Һатҡы заводына һөжүм иткән[23][24]
1812 йылғы Ватан һуғышында түбәләҫтәр 4-се Көнбайыш башҡорт кантоны улустарынан төҙөлгән 7-се полк составында һуғышҡан. 1813 йылдың 4-7 октябрендә биш башҡорт полкы Лейпциг янындағы «Халыҡтар алышы» тип аталған яуҙа ҡатнашҡан. Ошо һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн байтаҡ башҡорт егеттәре Изге Анна ордены менән бүләкләнгән[25]. Шулар араһында Урмансы батыры зауряд-хорунжий Биктимер Аҡбалтин да була[26]. 1812 йылғы Ватан һуғышында Илсекәй, Тирмән, Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол ауылдарынан да тиҫтәләгән яугир ҡатнашҡан. Уларҙың исемдәрен киләсәктә төгәл асыҡлайһы бар.
1816 йылғы VII рәүиз материалында 1812 йылда һәләк булған Илсекәев Абдрахман һәм Күсәшев Ғәбделхәлил күрһәтелгән. 1834 йылғы рәүиз исемлегендә Әхтәриев Искәндәр, Иманғолов Иштимер, Ҡабанов Ғәбделжәлил, Ҡабанов Туғыҙбай, Ҡалмаҡов Аҡкөбәк, Наҙарғолов Ибрай, Наҙарғолов Моңайтмаҫ, Тимрәков Ҡорманғәли хеҙмәт иткән тип иҫәпкә алынған. Илсекәй исемлеге бөткәс, 35-се һан аҫтында Урмансы башҡорто поход есаулы Ҡалмаҡ Һағынов теркәлгән һәм 1813 йылда вафат булған тиелә. Был яугирҙең француздарға ҡаршы 1812 йылғы Ватан һуғышында башын һалғанын ышаныслы фаразларға була. Шулай уҡ Тәүеш нәҫеле Бикҡолов Хисаметдин 1813 йылда яуҙа һәләк булған. 36-сы һан менән 31 йәшлек сотник Биктимер Ғайсин теркәлгән. Һуғыш сыҡҡанда уға 27 йәш булған, хәрби чины ла бар, уның да регуляр булмаған ғәскәри хеҙмәттә йөрөгәнлеге көн кеүек асыҡ[27]. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, «1812-1814 йылғы һуғыш иҫтәлеге» миҙалы менән бүләкләнгән һәм 1836-1839 йылғы иҫәп алыуға тиклем тере булған ҡыуаҡандар араһында урядник Ҡылыс Киҙәев һәм 10 рядовой ҙа бар.
1795 йылға Түбәләҫ ырыуы башҡорттарының 6 ауылы булған (бөгөн дә бар). 1866 йылға тиклем Түбәләҫ улусы Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙенә, 1865 йылдан Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенә ҡараған. Улус үҙәге, этноним исемен йөрөткән Түбәләҫ ауылы — уны элек Олөйөр башы тип йөрөткәндәр — хәҙер Силәбе өлкәһе биләмәләренә инә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.