From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәтлембәт (рус. Татлембетово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Мансур ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 22 кеше[1]. Почта индексы — 453712, ОКАТО коды — 80253849007.
Ауыл | |
Тәтлембәт Тәтлембәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тәтлембәт ауылына завод төҙөлөшө ваҡытында ерҙәренән яҙған ҡыуаҡандар нигеҙ һалған. Улар Ҡаратабын улусы ерҙәренә керҙәштәр булып күсеп килгән. Өҫтәүенә, был биләмәләр Златоуст заводтары менән бәхәсле була. 1795 йылда унда 16 йорт-ихатала 72 кеше йәшәгән. 64 йылдан һуң — 25 йортта — 100 кеше. 1920 йылда 43 йортта 231 кеше иҫәпләнгән. Ауылдың икенсе исеме — Биксура. Ике исеме лә антропонимдан, әммә тәүге төпләнеүселәр ҙә, уларҙың балалары ла аныҡ билдәләнмәгән.
Ауылдың бер нисә йәйләү урыны булған. 32 йорт (123 кеше) 200 ат, 60 һыйыр, 130 һарыҡ һәм 80 кәзә тотҡан. Шулай уҡ игенселек менән шөғөлләнгәндәр[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 22 | 10 | 12 | 45,5 | 54,5 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1859 йылда[5] ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.