Remove ads
башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәшит Шәкүр (тулы исеме — Шәкүров Рәшит Закир улы, 11 ғинуар 1937 йыл — 23 июнь 2024 йыл [2] [3] ) — башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018).
Рәшит Шәкүр | |||||
Шәкүров Рәшит Закир улы | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы[1] Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылы | ||||
Вафат көнө |
23 июнь 2024 (87 йәш) | ||||
Вафат урыны | |||||
Ил | |||||
Ғилми даирәһе | |||||
Ғилми дәрәжәһе |
Филология фәндәре докторы | ||||
Ғилми исеме |
Профессор | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй[1] районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.
Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңынан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, «Ағиҙел» журналы, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» авторҙарының береһе.
Рәшит Шәкүр — 180-дән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Уның фәнни эҙләнеүҙәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған. 1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры.
Әҙип, публицист һәм ғалим булараҡ, өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе.
Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.
Башҡорт фольлоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе, уның шиғри шәлкемдәре, төрлө темаға яҙылған публицистик һәм ғилми мәҡәләләре республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып тора.
2012 йылда «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн Рәшит Шәкүргә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012) бирелде. Ул шулай уҡ Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.