Remove ads
совет математигы, геофизигы һәм Арктиканы тикшереүсе From Wikipedia, the free encyclopedia
Шмидт Отто Юльевич (30 сентябрь 1891 йыл, Могилёв — 7 сентябрь 1956 йыл, Мәскәү) — СССР математигы, географ, геофизик, астроном, китап баҫыуҙы һәм мәғариф системаһындағы реформаларҙы ойоштороусы. Памирҙы (1928) һәм Төньяҡты тикшереүсе.
Профессор (1924). СССР Фәндәр Академияһы (01.06.1935, 01.02.1933 йылдан ағза-корреспондент), УССР Фәндәр Академияһы (27.05.1934) академигы, Советтар Союзы Геройы (1937).
Атаһы яғынан ата-бабалары — XVIII быуаттың икенсе яртыһында Лифляндияға (Латвияға) күсеп килгән немец-колонистары, ә әсәһе яғынан — Эргле фамилияһын йөрөткән латыштар.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Отто Юльевич Шмидттың ғаиләһендә өс телдә аралашалар: урыҫ, немец һәм латыш телдәрендә. Һуңғараҡ ул үҙен урыҫ мәҙәниәтенә индереүен белдерә[9].
Бала саҡта ул яҙыу әсбабтарын һатыу менән шөғөлләнгән кибеттә эшләй. Классик Могилев ирҙәр гимназияһында уҡый. Һәләтле малайҙы гимназияла уҡытыу өсөн аҡсаны латыш олатаһы Фрицис Эргле бүлә.
Киевтың 2-се гимназияһын алтын миҙалға (1909) һәм Киев университетының физика-математика факультетын (1913) тамамлай. Университетты тамамлағандан һуң профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн артабан уҡырға ҡалдыралар һәм профессор Д. А. Граве етәкселегендә төркөмдәр теорияһы буйынса тикшеренеү эштәрен башлай. 1916 йылдан — Киев университетының приват-доценты.
1917 йылдың октябренән — Аҙыҡ-түлек Халыҡ комиссариаты идаралығының (Наркомат) аҙыҡ-түлек һатыу-һатып алыу буйынса начальнигы, 1918—1920 йылдарҙа — Наркомпрод коллегияһы ағзаһы. 1918 йылда РСДРП (интернационалистар) сафына инә, 1918—1919 йылдарҙа — Үҙәк Комитет ағзаһы. 1919 йылда бөтә партия менән бергә РКП(б)[10] сафына ҡабул ителә, интернационалистар партияһы сафында булыуы ла партия стажына индерелә.
1921—1924 йылдарҙа Дәүләт нәшриәтендә мөдир булып эшләй, мәғариф системаһындағы реформаларҙы ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнә, Ҙур Совет энциклопедияһына (1924—1942) нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, баш мөхәррир вазифаһын башҡара.
1928 йылда О. Ю. Шмидт СССР Фәндәр Академияһы ойошторған беренсе совет-герман Памир экспедицияһында ҡатнаша. Экспедицияның маҡсаты — Көнбайыш Памирҙың иң бейек түбәләрен тикшереү һәм уларға күтәрелеү.
1929 йылда Мәскәү Дәүләт университеты физика-математика факультетында Юғары алгебра кафедраһына нигеҙ һала(1933 йылдан — МДУ-ның механика-математика факультеты), 1949 йылға тиклем уны етәкләй[11].
1932 йылдан 1950 йылға тиклем «Математика йыйынтығы» журналының баш мөхәррире.[12]
1930—1934 йылдарҙа «Седов», «Сибиряков» һәм «Челюскин» боҙватҡыс пароходтарында данлыҡлы арктик экспедициялар етәксеһе була [13]. 1930—1932 йылдарҙа — Бөтә Союз Арктика институты директоры[14], 1932—1938 йылдарҙа — Төньяҡ диңгеҙ юлы баш идаралығы (ГУСМП) начальнигы.
1939 йылдың 28 февраленән 1942 йылдың 24 мартына тиклем СССР Фәндәр Академияһы вице-президенты.
Ҡояшты уратып алған газ-саң болоттарының конденсацияһы һөҙөмтәһендә Ҡояш системаһында есемдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһындағы космогоник гипотеза өҫтөндә эшләй.
«Төркөмдәрҙең абстракт теорияһы» монографияһы (1916, 2, нәшере — 1933) был теорияның үҫешенә ярайһы уҡ ҙур йоғонто яһай. Был өлкәләге иң мөһим ҡаҙаныш — сикһеҙ оператор төркөмдәренең туранан-тура тарҡалыуы изоморфемы тураһынджағы теорема (1928). Шмидт Мәскәү алгебра мәктәбенә нигеҙ һалыусы булып тора, ул күп йылдар буйы уның етәксеһе була. Был мәктәп Шмидт 1930 йылда ойошторған төркөмдәр теорияһы семинары нигеҙендә барлыҡҡа килә[15].
Төньяҡ поляр территорияларҙы өйрәнеүгә тос өлөш индерә. 1932 йылда тарихта беренсе тапҡыр бер навигация осоронда Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап «Сибиряков» боҙ ватҡыс тибындағы параходта үткәрелгән экспедиция начальнигы була. «Ҙур совет энциклопедияһын» булдырыу инициаторы һәм ойоштороусыһы, Советтар Союзы хөкүмәте ҡушыуы буйынса уның баш мөхәррире. Академик геофизика институтын булдырыу инициаторы.
Отто Шмидттың өс ҡатынан өс ул тыуа:, Владимир, Сигурд һәм Александр[16]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.