Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Украинаның Милли фәндәр академияһы (укр. Національна академія наук України, ҡыҫҡаса УМФА) — Украинаның юғары дәүләт фәнни ойошмаһы. 2002 йылдың 5 апрелендә Академияның дөйөм йыйылышы тарафынан раҫланған Устав һәм Украина хоҡуҡиәте нигеҙендә эшмәкәрлек итә. Тәбиғи, ижтимағи һәм техник фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.
Гетман П. П. Скоропадский (Украина державаһы) хөкүмәте тарафынан 1918 йылдың 27 ноябрендә нигеҙләнгән. В. И. Вернадский Украина фәндәр академияһының нигеҙләүсе ағзаһы һәм тәүге президенты булған[12]. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Украина геройы, Ленин премияһы лауреаты, академик Борис Евгеньевич Патон 1962 йылдан академияның президенты булып тора.
1918 йылдың 27 ноябрендә Украина фәндәр академияһының ойоштороу йыйылышы булған. Уның тәүге президенты итеп геолог һәм геохимик Владимир Иванович Вернадский, ә сәркәтибе итеп шәрҡиәтсе Агафангел Ефимович Крымский һайланған. Уның тәүге академиктары араһында артабанғы ғалимдар булған: тарихсылар Д. И. Багалей һәм О. И. Левицкий, иҡтисадсы М. И. Туган-Барановский, филолог Н. И. Петров, биолог Н. Ф. Кащенко, механик С. П. Тимошенко һәм башҡалар. Ойошторолоуынан алып фәнни эшмәкәрлектә ғәмәли математика (Г. В. Пфейффер етәкселегендә), математик физика (Н. М. Крылов етәкселегендә), тәжрибәле зоология (И. И. Шмальгаузен) өлкәләрәндә үҫеш күҙәтелгән.
1921 йылда Совет власы урынлаштырыуы менән академия Бөтә украин фәндәр академияһы тип үҙгәртелгән, уның составына быға тиклем айырым эшләгән «Украин Фәнни Товариществоһы» һәм Киев Археографик комиссияһы, ә 1922 йылда — Киево-Печера лавраһы типографияһы ингән. Башта ул өс фәнни бүлектән торған: тарихи-филологик, физик-математик һәм социаль фәндәр, улар составына 3 институт, 15 комиссия һәм милли китапхана кергән.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941—1943 йылдарҙа Украина ССР-ы Фәндәр академияһы Президиумы һәм институттарының күпселеге Өфөлә эвакуацияла була. Академияның ғалимдары Башҡортостанда фәндең үҫешенә ҙур өлөш индергән.
1930-сы йылдарҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында академияның иң ҙур ҡаҙаныштары араһында артабанғылар булған: гелий ядроларына литий ядроларын үҙгәртеүҙең яһалма реакцияһы, зарядланған берәмектәрҙең тиҙләткесе, дециметр диапазонлы өс координаталы радиолокаторҙы төҙөү; оборона сәнәғәтендә танкылар корпустарын, артиллерия системаларын һәм авиабомбаларҙың флюс аҫтында иретеп йәбештереү юғары эффектив технологияһы индерелгән; ғалим-биологтар һәм медиктар тарафынан яңы дарыу препараттары һәм яраланғандарҙы дауалау ысулдары уйлап сығарылған[13].
1950 йылда Украин ССР-ы Фәндәр академияһының Электротехника институтында профессор С. А. Лебедев лабораторияһында Европала тәүге универсаль иҫәпләү машинаһы эшләнгән. 1960 йылда ошо уҡ лабораторияла эшләнгән «Киев» электрон иҫәпләү машинаһы ярҙамында Дбна ҡалаһындағы ядро тикшеренеүҙәре институтында донъяла тәүге тапҡыр технологик процесстар менән дистанцион идара итеү буйынса тәжрибәләр уҙғарылған.
1968 йылға ҡарай академия составында 116 ғәмәли ағзалар һәм 163 ағза-корреспондент булған; 9 тармаҡ бүлектәре һәм 47 фәнни-тикшеренеү институттары эшләгән; 24 фәнни журнал баҫылған[14]. 1969 йылда академия Ленин ордены менән бүләкләнгән.
2017 йылдың 18 майында Украина президенты 2018 йылда Украинаның Милли фәндәр академияһының 100-йыллыҡ юбилейын байрам итеү тураһында указды ҡабул иткән[15].
2014 йылдың башына ҡарай Украинаның Милли фәндәр академияһы составына 174 интитут кергән, ә хеҙмәткәрҙәр һаны 40 мең кеше тәшкил иткән[16] (1991 йылда — яҡынса 89 мең хеҙмәткәр[17]).
Академияның рәсми атамалары бер нисә тапҡыр алмашынған:
Украина бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң академия тормошонда ике негатив тенденциялар барлыҡҡа килгән: даими рәүештә хеҙмәткәрҙәрең ҡыҫҡартылыуы һәм кадрҙарҙың ҡартайыуы. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһында 43211 кеше, шул иҫәптән 19818 ғилми хеҙмәткәр иҫәпләнгән. Ғилми хеҙмәткәрҙең уртаса йәше — 50,2 (фән кандидаттары — 51,4 йәш, фән докторҙары — 62,2 йәш)[18]. Биш йылдан һуң, 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһында 40211 кеше, шул иҫәптән 19292 ғилми хеҙмәткәр эшләгән. Персоналдың уртаса йәше биш йыл эсендә үҙгәрмәгән тиерлек: ғилми хеҙмәткәрҙәр өсөн уртаса 51,8 йәш (фән кандидаттары — 50,9 йәш, фән докторҙары — 63,7 йәш)[16].
2014 йылда Донбасса һуғыш башланғас танылмаған Донецк һәм Липецк халыҡ республикалары территорияһында бер нисә ғилми институттар фактик рәүештә Украинаның Милли фәндәр академияһына буйһонмай ҡалған[19]. 2016 йылға ҡарай Донбасстың барлыҡ институттары Украина территорияһында яңынан теркәлгән һәм уларҙың күпселеге Киевҡа күскән[19]. Әммә Украинаның Милли фәндәр академияһынның Донецк һәм Липецк халыҡ республикалары территорияһындағы элекке институттары ғалимдарының күбеһе күсмәй ҡалған. Мәҫәлән Донецк физик-техник институтының 400 хеҙмәткәренән 2016 йылға ҡарай тик 65 Донецк халыҡ республикаһынан киткәндәр[19].
2016 йылға ҡарай академия хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе 6 меңдән ашыу кешегә ҡыҫҡарған. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарай академияла 37447 кеше (шул иҫәптән 18346 ғилми хеҙмәткәр) иҫәпләнгән[20], ә 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһы тик 31129 хеҙмәткәр (шул иҫәптән 15919 ғилми хеҙмәткәр) эшләгән[21]. 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Украинаның Милли фәндәр академияһында 29870 хеҙмәткәр (шул иҫәптән 15529 ғилми хеҙмәткәр) иҫәпләнгән[22].
Президенты — Патон Борис Евгеньевич
Беренсе вице-президенттары
Вице-президенттары
Баш фәнни сәркәтибе — Богданов Вячеслав Леонидович
Академик-сәркәтиптәр:
Төбәк фәнни үҙәктәре башлыҡтары:
Президиум ағзалары:
Президиум ағзалары вазифаһын башҡарыусылар:
Президиум кәңәшселәре:
Украинаның Милли фәндәр академияһының етәкселеге йәш буйынса бик оло. 2016 йылдың аҙағына ҡарай 52 академиктан торған президиум ағзаһының уртаса йәше — 74,5[23].
1918 йылдың көҙөндә уҡ академияла Киевта ботаника баҡсаһын булдырыу буйынса фекер алышыуҙар була. Ботаник В. И. Липский (1922—1928 йылдарҙа Бөтә украин фәндәр академияһы президенты) тарафынан фәнни нигеҙе, структураһы, эшмәкәрлек йүнәлеше, төҙөлөштөң деталь планы эшләнгән. Ләкин тик 1935 йылда УССР Фәндәр академияһының Ботаника институты директоры академик А. В. Фомин тарафынан йәнә ботаника баҡсаһын ойоштороу тураһында һорау күтәрелгәс, ул сиселгән һәм уны нигеҙләү башлана. Киев ҡала советы баҡсаға Зверинец тарихы урынында 117 гектар майҙанлы ер участогы бүлеп биргән. 1964 йылда ботаника баҡсаһы коллекциялары һәм экспозициялары ирекле инеү өсөн асылған. 1967 йылда ботаника баҡсаһы фәнни-тикшеренеү институты рәсми статусын алған.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса хәҙерге ваҡытта Украинаның Милли фәндәр академияһы бихисап милли академиялар, фәнни үҙәктәр һәм халыҡ-ара ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә, шул иҫәптән: Немец фәнни-тикшеренеү йәмғиәте (DFG), Франция Милли фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге (CNRS), Италияның Милли тикшеренеүҙәр бюроһы (CMR), Төркиәнең тикшеренеүҙәр буйынса милли советы (TÜBITAK), Ядро тикшеренеүҙәренең берләшкән институты, Ядро тикшеренеүҙәрҙең Европа үҙәге (CERN), шулай уҡ ЮНЕСКО, МАГАТЭ, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын. 1993 йылда Украинаның Милли фәндәр академияһы инициативаһы буйынса Фәндәр академияһының халыҡ-ара ассоциацияһы ойошторолған, бында Әзербайжан, Белоруссия, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Украинаның үҙенең фәнни академиялары керә[24].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.