From Wikipedia, the free encyclopedia
Вернадский Владимир Иванович (28 февраль (12 март) 1863 йыл — 6 ғинуар 1945 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың[9] ғалим-тәбиғәт фәндәре белгесе, аҡыл эйәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Санкт-Петербург Император фәндәр академияһы академигы (1912)[10][11]; Украина Фәндәр академияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм тәүге президенты (1918—1921)[12][13]. Фәнни мәктәп һәм биогеохимия мәктәбен булдырыусы. Рус космизмының бер вәкиле. 1-се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943).
Фәнни ҡыҙыҡһыныу даирәһенә: минералогия, кристаллография, геохимия, геология, тупраҡты өйрәнеү, радиогеология, биология, палеонтология, биогеохимия, метеоритика, философия һәм фән тарихы инә. Бынан тыш ойоштороу һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Владимир Иванович Вернадский 1863 йылдың 28 февралендә (12 мартында) Санкт-Петербург ҡалаһында тыуа[14].
Ата-әсә буйынса үҙенең — малорос тип һанай (1944 йылда көндәлегендә «Украина» тигән һүҙ ҡулланылмаған ваҡытты иҫләүен яҙа)[15].
Владимир Вернадский билдәле рус яҙыусыһы Владимир Короленконың өс туған ҡустыһы була[16].
1868 йылда (Санкт-Петербургтағы климат арҡаһында) ғаилә Харьковҡа — Рәсәй империяһының алдынғы фәнни һәм мәҙәни үҙәктәренең береһенә күсенә. Малай сағынан Киевта, Липкала, өләсәһе — Вера Мартыновна Константинович йәшәгән йортта, була.
1873 йылда Харьков классик гимназияһының беренсе класына уҡырға инә, унда өс йыл уҡый. Атаһы йоғонтоһонда украин хәрәкәтенә һөйөү уяна. Украина тураһында китаптар уҡыр өсөн поляк телен өйрәнә[16].
1876 йылда, ғаилә Санкт-Петербургҡа ҡайтҡандан һуң, В. И. Вернадский Беренсе Петерьург классик гимназияһының өсөнсө класына бара.
1881 йылда гимназияны сығарылышта һигеҙенсе булып таммалай, коллективтың көслө булыуын иҫәпкә алғанда, был бигүк насар түгел[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.