Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Памир (ҡыт. Упр. 帕米尔, пиньинь Pàmǐ'ěr; фарсы. پامیر; пушту телендә پامیر, Pamir; тажик телендә Помир; һинди सुमेरु; урду телендә پامیر, Pamir; дунган телендә Цунлин) — Үҙәк Азияның көньяғында һәм Гималай тау теҙмәһенең төньяғында тау системаһы, башлыса Тажикстан (Таулы Бадахшан автономиялы өлкәһе), Ҡытай, Афғанстан һәм Пакистан биләмәһендә[к. 1][1]. Памир Үҙәк Азияның башҡа ҡеүәтле тау системалары армыттары — Һиндукуш, Ҡараҡором (тау системаһы), Куньлунь һәм Тянь-Шань тоташҡан урында урынлашҡан[к. 2].
Памир | |
---|---|
Характеристикалар | |
Майҙаны | 120 000 км² |
Оҙонлоғо | 500 km |
Киңлеге | 300 km |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Конгур |
Бейек нөктәһе | 7649 м |
Урынлашыуы | |
38°35′38″ с. ш. 75°18′48″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
Памир Викимилектә |
XVIII—XX быуаттарҙа Памир һәм уның тирә-яғындағы өлкәләр Британия һәм Рәсәй империялары араһындағы геосәйәси дәғүә урынына әүерелә, был күренеш британ геосәйәсәте тарихында «Ҙур уйын» тип атала[к. 3].
Әлеге ваҡытта Памир бер нисә дәүләт араһында хәл ителмәгән ҡаршылыҡтарҙың үҙәге булып тора, был төбәктә геосәйәси көсөргәнеш тыуҙыра[2].
Б. э. т. 140—135 йылдарҙа Памир буйлап ҡытай кешеһе Чжан Цянь сәйәхәт итә, Ул беренселәрҙән булып Памирҙы «һуған тауҙары» (цун-лин, традицион ҡытай телендә 蔥嶺) тип атай. Бында электән ҡырағай тау һуғандары (анзурҙар[к. 4]) күпләп үҫкән. Ул Памирҙы Тянь-Шандың дауамы тип уйлай[3].
Әҙәбиәттә «Памир» һүҙе тәүге тапҡыр VII быуатта Ҡытай сәйәхәтсеһе һәм Тан династияһы тәржемәсеһе Сюаньзан яҙмаларында телгә алына. Ул ваҡытта дипломатик маҡсаттарҙа Амударья йылғаһының сығанағы булған илдәрҙә була. Сюаньцзян, урындағы халыҡ һүҙҙәренә таянып, былай тип билдәләй: «Ике ҡар һырты араһында „По-ми-ло“, башҡа сығанаҡтар буйынса „Па-ми-яй“ иле һуҙыла[4], унда һыуыҡ һәм елдәр хакимлыҡ итә, ҡышын һәм йәй ҡар яуа, тупраҡ тоҙло һәм таш менән ҡапланған». «По-ми-ло» атамаһын, ул башҡа сығанаҡтарға ярашлы «Па-ми-яй»[5], тип ҡытай телендә яҙа — уны ижектәргә бүлә. Был, һис шикһеҙ, Памирға тап килә, сөнки ҡытай телендә «р» хәрефе әйтелмәй[6][7].
Памир атамаһын төрлөсә яҙғандар. IX—X быуат әҫәрҙәрендә исеме «Фамир» йәки «Бамир» булараҡ осрай. Ғәрәптәр был исемде һиндтарҙан алған, һинд мифологияһында Меру тауы бар. Ул, әйтерһең дә, донъя үҙәгендә урынлашҡан тигән фекер бар. Будда географияһында иһә Гималай һәм Көньяҡ Тибет донъя үҙәге тип һанала. Ошонан «Упа-Меру», йәғни "аҫҡа ятҡан ил тигән фараз барлыҡҡа килә[6].
Марко Поло — Италия сауҙагәре һәм сәйәхәтсеһе. Ул XIII быуатта Азия буйлап, атап әйткәндә, Памир буйлап сәйәхәт итеү тарихын билдәле "Донъя мөғжизәләре китабы"нда таныштыра. Был тауҙың атамаһын «Памер» йәки «Памиер» тип яҙа. Һинд һәм Амударъя йылғаларының үрге ағымында күп кенә географик атамалар оҡшаш: Памир, Кашмир, Тиричмир, Аймир һәм башҡалар. Был атамаларҙың нигеҙен санскрит телендәге «донъя» һүҙе тәшкил итә, ул «күл» тигәнде аңлата[8]. Памирҙа, ысынлап та, күлдәр бик күп. «Памир» һүҙенең килеп сығышын раҫлау мөмкин булмай, беренсе ижек асыҡланмаған булып ҡала[6][9].
Мирза-Гайдарҙың XVI быуаттағы фарсы телендәге әҫәрендә «Памир» йәки «Бамир» исеме телгә алына; Иран тел белгестәре фаразлауынса, «Памир» — фарсы һүҙе «Бам-иар», йәғни «ер түбәһе» тигәнде аңлата. Моғайын, «Донъя ҡыйығы» тигән билдәле билдәләмә шунан килгәндер. Уның тажик теленән транслитерацияһы — «Боми дунье», ул «донъяның ҡыйығы» тигәнде аңлата. Фарсы теленән башҡа аңлатмалар ҙа була, мәҫәлән, «По-и-мор», йәғни «үлем итәге», йәки «По-и-мург» — «ҡош аяғы». Әммә был атамалар географик мәғәнәнән алыҫ тора[6][10].
50-се йылдар аҙағында башта үзбәк географы К. Хәсәнов, һуңынан профессор Н. Г. Малицкий тарафынан Афғанстанда әлегә тиклем «Памир» түгел, ә «Па-и-михр» тип яҙыуҙары хаҡында фараз әйтелә. «Михр» йәки «Митр»[6] — боронғо ирандарҙың ҡояш аллаһы, һәм «Пай-михр» һүҙе «ҡояш итәгендә йәки ҡояш илаһы», йәғни көнсығышта ҡояш сыҡҡан тау тигәнде аңлатырға тейеш. Боронғо иран халыҡтары йәшәгән ерҙәргә ҡарата[11] Памир ысынлап та шундай урынды биләй, һәм был атама тап килә. Бәлки, унан «Памир» һүҙе килеп сыҡҡандыр[6].
Сығанаҡ[12].
Название | Провинция / страна | Макс. бейеклеге (диңгеҙ кимәленән метр бейеклектә)) | Оҙонлоғо (км) | Боҙлоҡтар майҙаны (кв.км) |
---|---|---|---|---|
Төньяҡ Танымас һырты | Көньяҡ Памир | 6018 | 68 | 200 |
Сарыколь һырты | Көньяҡ Памир | 6351 | 402 | 132 |
Вахан һырты | Көньяҡ Памир | 6281 | 186 | 96 |
Төньяҡ Аличур һырты | Көньяҡ Памир | 5929 | 130 | 70 |
Ашарт һырты | Көньяҡ Памир | 4734 | 57 | 0 |
Музтаг-Сарыколь һырты | Көньяҡ Памир | 5821 | 44 | 0 |
Көньяҡ-Аличур һырты | Көньяҡ Памир | 5706 | 150 | 0 |
Музкол һырты | Көньяҡ Памир | 6233 | 110 | 250 |
Петр I һырты | Көнбайыш Памир | 6785 | 200 | 900 |
Фәндәр Академияһы һырты | Көнбайыш Памир | 7495 | 110 | 660 |
Язгулем һырты | Көнбайыш Памир | 6974 | 131 | 438 |
Дарваз һырты | Көнбайыш Памир | 6083 | 200 | 420 |
Ишкашим һырты | Көнбайыш Памир | 6096 | 79 | 300 |
Шахдарин һырты | Көнбайыш Памир | 6726 | 113 | 270 |
Ванч һырты | Көнбайыш Памир | 5000 | 83 | 221 |
Рушан һырты | Көнбайыш Памир | 6080 | 120 | 200 |
Шугнан һырты | Көнбайыш Памир | 5704 | 99 | 150 |
Белеули (тау һырты) | Көнбайыш Памир | 5358 | 67 | 120 |
Сары-Бель (һырт) | Көнбайыш Памир | 4030 | 30 | 0 |
Сары-Айгыр һырты | Көнбайыш Памир | 4867 | 42 | 0 |
хр. Заалайский | Көнбайыш Памир | 7134 | 273 | 1194 |
Памир өсөн оҙайлы һәм ҡырыҫ ҡыш һәм ҡыҫҡа йәй хас. Түбәләре йыл әйләнәһенә ҡар менән ҡаплаулы.
Памир климаты — бейек таулы, ҡырыҫ, киҫкен континенталь. 2500 м бейек таулы райондарға Үҙәк һәм Көнсығыш Памир[к. 5] инә, был райондарҙың климаты континенталь. Ҡыштан йәйгә тиклем һәм төндә температураның тирбәлеүе ярайһы уҡ ҙур һәм көнсығышҡа табан күтәрелә. Йыш ҡына ҡышҡы иртәлә −20 °C тирәһе температура була, ә төштән һуң нулдән бер нисә градусҡа юғары күтәрелә. Памир субтропик бүлкәттә урынлашҡан, ҡышын бында уртаса киңлектәге һауа массалары өҫтөнлөк итә, йәйен — тропик. Ғинуар айында уртаса температура яҡынса 3600 м бейеклектә −17,8 °C. Ҡыш октябрҙән апрелгә тиклем дауам итә. Абсолют температура минимумы −50 °C. Йәй ҡыҫҡа һәм һыуыҡ. Йәйге температура 20 °C-тан юғары күтәрелмәй. Июлдә уртаса температура (ғинуарҙағы кеүек үк бейеклектәр өсөн) — 13,9 °C. Айырыуса уңайһыҙ климат шарттары Көнсығыш Памирҙа. Бында ҡыш оҙон һәм ҡырыҫ. Октябрҙән апрелгә тиклем кире айлыҡ температура күҙәтелә. Ғинуар айында уртаса айлыҡ температура −14 °C-тан −26 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Абсолют минимум бик түбән: −63 °C (Булункуль гидрометеорологик станцияһы мәғлүмәттәре буйынса). Йәй ҡыҫҡа һәм һалҡын. Июль айындағы уртаса һауа температураһы 15 °C-тан артмай (Сарез күле буйында Ирхт гидрометеорологик станцияһы урынлашҡан). Абсолют максимум 20 °C (академик Н. П. Горбунов исемендәге гидрометеорологик станция[к. 6], Федченко боҙлоғо[к. 7]) 34 °C тиклем (Ирхт гидрометеорология станцияһы)[к. 8].
Һыуыҡ осорҙоң оҙайлылығы 111 көн тәшкил итә (Ирхт метеостанцияһы), ә ҡайһы бер һалҡын райондарҙа (Шаймаҡ, Күл, Болонкүл) һыуыҡ булмаған осор бөтөнләй юҡ. Таулы участкалар төрлө температуралы осорҙар башланыу һәм тамамланыу ваҡыты буйынса ла, ошо осорҙар оҙайлығы буйынса ла айырылып тора. Шулай итеп, тауҙарҙа температура 5 °C-тан юғары булған осор — 90 — 160 көн, 10 °C — 26 — 44 көн, Ҡаракүлдә һәм Федченко боҙлоғонда температура 0 °C-тан юғары булған осор юҡ[15]. Мургаба, Оксу үҙәндәрендә, тымыҡ уйпатлыҡтарҙа (Каракүл һ. б.) күп йыллыҡ туң тау тоҡомдары таралған. йыллыҡ яуым-төшөмгә башлыса массаларҙың көньяҡ-көнбайышҡа күсеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән циклондар йоғонто яһай. Рельефтың ҡатмарлылығы һәм бейеклектең төрлөлөгө айырым участкаларҙа яуым-төшөм һиҙелерлек тигеҙһеҙ. Дымлы көнбайыш һауа массаларына дусар булған таулы урындарҙа яуым-төшөмдөң күп өлөшө яуа. Был һауа массаларынан бейек тауҙар менән кәртәләнгән көнсығыш райондар дымды аҙ ала[15]. Көнбайыш Памир ярайһы уҡ юғары температуралар менән айырылып тора. Әйтәйек, Дарвазе метеостанцияһында ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура ыңғай һәм 0,2 градус тәшкил итә. Һауа температураһының абсолют минимумы −34 градусҡа етә (Тавильдар метеостанцияһы)[15].
Көнбайыш Памир үҙәндәрендә йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 92 — 260 мм, Көнсығыш Памирҙа — 60 — 119 мм. Таулы тауҙарҙа һәм тау битләүҙәрендә яуым-төшөм күләме арта (Федченко боҙлоғонда — 1100 мм). Йәй Көнсығыш Памирҙа Һиндостандың муссон әйләнешендә ҡатнашҡан дымлы тропик һауа массаларының йоғонтоһо булыуы ихтимал.
Памирҙың өлкә үҙәктәре буйынса ҡайһы бер климатик мәғлүмәттәр:
Медвежий боҙлоғоноң хәрәкәт тиҙлеге күп тапҡырға арта: 1916 йыл алдынан, 1937 йылда һәм 1951 йылда. Әммә был боҙлоҡ белгестәрҙең иғтибарын 1963 йылда ғына йәлеп итә, ул саҡта боҙлоҡ үҙенең үҙәне (Хирсдар йылғаһы) буйлап 1,75 саҡрымға тиерлек аҫҡа шыуа һәм, Абдукагор үҙәнен кәртәләп, Ванча үренә сыға. Боҙлоҡ тиҙлеге 1963 йылдың яҙында көнөнә 100 метрға тиклем етә, ә июль башында сёрдж туҡтай. Боҙлоҡ осонда Абдукагор күле барлыҡҡа килә. Боҙлоҡтоң сираттағы хәрәкәте 10 йылдан һуң була һәм 1973 йылдың авгусына тиклем дауам итә. Ул был юлы алғараҡ шыуа. Артабан хәрәкәт даими ҡабатлана, ә инде яңы мең йыллыҡта төрлө ҙурлыҡта. 1989 йылдың март — июль айҙарында Тажик гидрометеорология хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үткәргән үлсәүҙәр һөҙөмтәһендә боҙлоҡ теленең хәрәкәте тиҙлеге үҙгәреүе тураһында өҙлөкһөҙ яҙма алына, шулай уҡ уларҙың максимумдары билдәләнә (13 — 17 июндә тәүлегенә 50 метрҙан ашыу).
Медвежий боҙлоғоноң һәм Памир боҙлоҡтарының торошон 1990-сы йылдар аҙағында алып «Мир» орбиталь станцияһы экипаждары күҙәтеү алып бара, әлеге ваҡытта — Халыҡ-ара йыһан станцияһы
Памир тауҙары геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлы һәм төрлө булыуы менән айырылып тора. Уларҙың составына ултырма тоҡомдар — эзбизташтар, ҡомташтар һәм кристаллы тоҡомдар, атап әйткәндә, граниттар инә. Унда тау гәлсәре, аҫыл таш бөрсөктәре бар[18].
Памирҙы районлаштырыуҙың бер нисә схемаһы бар. Һәр бер өлкәһенең шәхси үҙенсәлектәре һәм йөҙө бар. Районлаштырыу орография, геология, геоморфология, гидрология, гляциология, климат айырмалыҡтары, геоботаника мәғлүмәттәре һәм башҡа тәбиғәт билдәләре нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
XX быуаттың икенсе яртыһында Памирҙы тикшеренеүсе, географ һәм геоботаник Окмир Агаханянц киң ялан тикшеренеүҙәре һәм фәнни анализ нигеҙендә Памирҙы физик-географик өлкәләргә бүлеү схемаһын тәҡдим итә, ул «Памир Агаханянецтың районлаштырыу схемаһы» тип атала[19].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.