Remove ads
Ер йөҙөнөң үҫемлектәр япмаһы тураһында фән From Wikipedia, the free encyclopedia
Геоботаника (бор. грек. γῆ «ер» + βοτανικός «ҡараған үҫемлек»), йәки фитоценология, йәки фитосоциология — биологияның ботаника, география һәм экология фәндәре сигендә ятыусы бүлеге. Был Ер шарының бөтә үҫемлектәр донъяһы тураһында, ундағы барлыҡ үҫемлек бергәлектәре (фитоценоз), уларҙың составы, структураһы, биләгән ерендә һәм ваҡыт арауығында динамикаһы тураһында фән.
Геоботаника | |
Геоботаника Викимилектә |
Ботаника бүлеге
Геоботаника |
Тикшеренеү обьекттары |
Үҫемлектәр · Һыу үҫемлектәре |
Ботаника бүлектәре |
Альгология · Үҫемлектәр анатомияһы · Бриология · Геоботаника · Үҫемлектәр географияһы · Дендрология · Диаспорология · Карпология · Лихенология · Микогеография · Микология · Морфология растений · Палеоботаника · Палинология · Үҫемлектәр систематикаһы · Үҫемлектәр физиологияһы · Фитопатология · Флористика · Үҫемлектәр экологияһы · Этноботаника… |
Билдәле ботаниктар |
Теофраст |
Тарих |
Ботаника тарихы |
Илебеҙҙең фән донъяһында геоботаника һәм фитоценология синоним һүҙҙәр итеп ҡарала[1]. Ике атама ла йәнәш ҡулланыла һәм киң таралған. «Геоботаника» термины үҫемлектәр япмаһын киңлек (география) аспектынан сығып өйрәнә. Үҫемлек бергәлектәрен Ерҙәге физик-географик факторҙар (тупраҡ, рельеф, климат һәм башҡалар) менән бәйләнештә ҡарай.
«Фитоценология» үҫемлектәр япмаһын локаль аспектта — айырым фитоценоз, йәки микроландшафт миҫалында өйрәнә. Үҫемлек бергәлегенең төр составын, төҙөлөшөн, динамикаһын, үҙгәреүсәнлеген эволюцияһын тикшерә.,
«Геоботаника» термины 1866 йылда бер үк ваҡытта урыҫ ботанигы һәм тупраҡ белгесе Ф. И. Рупрехт (1814—1870) һәм австрия ботанигы Гризебах А. (1814—1879) тарафынан тәҡдим ителә.
«Фитоценология» терминын фәнгә 1918 йылда австриялы . Х. Гамс[2] индерә.
Геоботаника өйрәнеү объекты булып үҫемлектәр япмаһы тора . Үҫемлектәр япмаһы, бер яҡтан, флораны, ә икенсе яҡтан — үҫемлек бергәлеген, йәғни, фитоценоздар йыйылмаһын үҙ эсенә ала.
Фитоценоз — үҫемлек бергәлектәренең улар биләгән арауыҡтарҙағы берәмеге булып тора.
Фитоценоз үҙенең флора составы, структураһы һәм ундағы үҫемлек -ара мөнәсәбәттәре бер төрлө булыуы менән характерлана.
Ер өҫтөнөң айырым төбәгендәге йәки айырым районындағы фитоценоздар йыйылмаһы үҫемлектәр донъяһы тип атала (мәҫәлән, Европаның үҫемлектәр донъяһы, Мәскәү өлкәһенең үҫемлектәр донъяһы…).
Геоботаникала төп таксономик берәмек булып үҫемлектәр ассоциацияһы тора. Ф. Лейсле буйынса "ассоциация — үҫемлектәр япмаһының иң ваҡ, (физиономияһы) тышҡы күренеше менән асыҡ айырылып торған берәмеге. Йәғни, үҫемлектәр япмаһының шарттары оҡшаш һәм тышҡы күренеше, төҙөлөшө, төр составы бер төрлө булған урындары йыйылмаһы[3].
Шулай итеп, ассоциация — бер-береһенә оҡшаш булған үҫемлек бергәлектәре.
Фитоценоздар ассоциациялары үҙҙәренә хас билдәләре менән айырыла — төр (флора) составы, ярустары, төрҙәренең күплеге һәм һанлата нисбәте, шулай уҡ, ерҙе каплау майҙаны (проективное покрытие). Ассоциацияларҙы ассоциациялар төркөмдәренә, ассоциациялар төркөмдәрен — формация кластарына һәм үҫемлектәр донъяһы типтарына берләштерәләр.
XX быуатта фитоценология үҫешендә үҫемлектәр япмаһы төҙөлөшө тәбиғәте тураһында ике ҡапма-концепция хас була.
Был концепцияға бәйле үҫемлектәрҙе өйрәнеү буйынса төрлө юлдар һайлана.
Беренсе концепция үҫемлектәр япмаһы реаль, үҙ тарихи булған, бер-береһенән сикләнгән дискрет берәмектәрҙән тора һанай. Был концепция 1910—1950 йылдарҙа, фитоценология үҫешенең тәүге осоронда киң таралыу ала. Ул осор күренекле геоботаниктар Клементс (АҠШ) һәм В. Н. Сукачева (Рәсәй) исемдәре менән бәйле. Был концепция үҫемлек бергәлектәрнә билдәле бер структураһы һәм динамикаһы булған организм кеүек итеп ҡарай.
Икенсе концепция — континуализм концепцияһы. Был концепция фитоценоздарҙы яһалма, шартлы рәүештә бүлеп ҡаралған төркөмдәр итеп ҡарай.
1950 йылдарҙан яңы концепция дискретлыҡ концепцияһын ҡыҫырыҡлап сығара башлай. Уның башланғысы булып урыҫ ғалимы Л. Г. Раменскийҙың 1910 йылда тәҡдим иткән индивидуалистик гипотезаһы тора.
Гипотеза буйынса һәр төрҙөң мөхит менән, башҡа төрҙәрҙеке менән тап килеп бөтмәгән, үҙенә генә хас мөнәсәбәте һәм экологик амплитудаһы була (йәғни, тәбиғәттә һәр төр «индивидуаль» бүленгән). Һәр үҫемлектәр бергәлеген ундағы мөхит шарттарында экологик амплитудалары ҡаплана алған төрҙәр барлыҡҡа килтерә.
Ниндәйҙер бер йәки бер төркөм факторҙарҙың алмашыныуы бер төрҙәрҙең ҡыҫырыҡланып сығарылыуына, әкренләп икенсе төрҙәр менән алмашыныуына, бергәлектәрҙең типтары алмашыныуға килтерә.
Һәр төрҙөң экологик амплитудаһы үҙенә бер төрлө генә булғанлыҡтан, бергәлектәрҙең алмашыныуы синхрон ғына бармай. Мөхит үҙгәреүенә ярашлы яйлап ҡына үҙгәрә бара. Шуға аныҡ структураһы һәм динамикаһы булған бергәлек була алмай..
Бөгөнгө көндә ғалимдар үҫемлектәр япмаһын дискретлыҡтың һәм континуаллектең ҡатмарлы берҙәмлеге итеп ҡарай. Бореаль һәм суббореаль урмандарҙа дискретлыҡ дәрәжәһе арта. Туғайлыҡтарҙа, далаларҙа, тропик урмандарҙа дискретлыҡ кәмей, континуаллек дәрәжәһе арта.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.