28 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 28-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 337 көн ҡала (кәбисә йылында 338).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау көнө.
- Эшһеҙҙәр көнө.
- ЛЕГО конструкторы көнө.
- Милли
- АҠШ: Һөнәри эшмәкәрлек көнө.
- Руанда: Демократия көнө.
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Распопов Игорь Павлович (1925—24.03.1982), ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университетының тел ғилеме һәм урыҫ теле кафедраһы, 1968 йылдан — Воронеж дәүләт университетының урыҫ теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1975).
- Ғиләжева Фәрзәнә Ғәйнетдин ҡыҙы (1940), хеҙмәт ветераны. 1970—1995 йылдарҙа Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Смыслов Анатолий Михайлович (1950), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының техник фәндәр бүлексәһе ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Көҙөй ауылынан.
- Мортазина Нурия Вәкил ҡыҙы (1960), йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы, 2007 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Мәнәүезтамаҡ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Тимашев Сергей Михайлович (1866—27.11.1922), Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйенең ғалим-терапевы, педиатр. 1897—1922 йылдарҙа Томск университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1907 йылдан кафедра етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1896), профессор (1901).
- Либрович Леонид Сигизмундович (1891—14.12.1967), СССР-ҙың ғалим-геологы, палеонтолог. 1941—1944 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт геология идаралығының өлкән геологы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Валавин Анатолий Иванович (1921—17.09.1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. 1967—1969 йылдарҙа уҡсылар дивизияһы командиры, гвардия генерал-майоры (1968). Ҡыҙыл Байраҡ, өс Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Йәнекәйева Дилә Дәрд ҡыҙы (1951), хеҙмәт ветераны, ғалим-психиатр, яҙыусы. 1976—1989 йылдарҙа Мәскәүҙең 2-се медицина институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1981).
- Кашапов Марс Фәрәх улы (1966), хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре. 2012—2017 йылдарҙа «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары, 2017 йылдың мартынан Салауат районы хакимиәте башлығы. Өсөнсө (2012) һәм дүртенсе (2016) саҡырылыш район Советы депутаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Чапаев Василий Иванович (1887—5.09.1919), Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һәм граждандар һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 1919 йылда Өфөнө Колчак ғәскәрҙәренән азат иткән 25-се уҡсылар дивизияһы командиры. Рәсәй империяһының өс Георгий тәреһе һәм Совет Рәсәйенең Ҡыҙыл Байраҡ (1919) ордендары кавалеры.
- Исаев Әбделбарый Низаметдин улы (1907—13.11.1983), ислам дин әһеле һәм белгесе, мәғрифәтсе. 1975-1980 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйө. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Талипов Мазһар Талип улы (1912—10.10.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сапёр взводы шартлатыусыһы, ҡыҙылармеец. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Йосопов Мират Зиятдин улы (1927), тау инженеры‑геолог, ғалим. Техник фәндәре кандидаты. (1975). РСФСР‑ҙың атҡҙанған геологы (1989), Татар АССР‑ның атҡаҙанған нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1970), Татарстан Республикаһының почётлы нефтсеһе (2003). Сығышы менән Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Сыйрышбаш ауылынан.
- Ахунова Ольга Андреевна (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡтағы хәҙерге 1-се лицейҙың элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Нафиҡов Рәүил Камил улы (1957), хеҙмәт ветераны. Өфө суднолар эшләү-йүнәтеү заводының элекке директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Солтанов Айрат Хәмит улы (1962), театр актёры. 1991 йылдан Туймазы татар дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1845: Виктор Пашутин, Рәсәй империяһы табибы, 1890—1901 йылдарҙа Хәрби медицина академияһы начальнигы.
- 1952: Башкиров Владимир Леонидович, СССР һәм Рәсәй альпинисы. СССР-ҙың спорт мастеры, халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
- 1955: Сергей Дроздов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор, 1974—1988 йылдарҙа «Синяя птица» вокал-инструменталь ансамбле солисы.
- 1955: Николя Саркози, дәүләт эшмәкәре, 2007—2012 йылдарҙа Франция президенты.
- 814: Бөйөк Карл, 768 йылдан франк короле (көньяҡ өлөштә 771 йылдан), 774 йылдан лангобард короле, 788 йылдан Бавария герцогы, 800 йылдан Көнбайыш императоры.
- 2009: Ғәзим Шафиҡов, Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир, прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға