25 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 56-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 309 көн ҡала (кәбисә йылында 310).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хәмит Яруллин (1935—5.06.2015), театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. 1959—1987 һәм 1998—2015 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1961—1980 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы һәм 1970—1971 йылдарҙа Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1987 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссёры, 1992—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ Театр берләшмәһенең Башҡорт драма театры актёры һәм Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) халыҡ артисы.
- Хәкимов Миҙхәт Ғайнан улы (1940), партия һәм комсомол органдары, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1999—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ләкәнде ауылынан.
- Әхмәтов Алмаз Таһир улы (1940), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1973—2003 йылдарҙа хәҙерге Татарстан Республикаһы «Сельхозтехника» берекмәһенең, артабан Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының яуаплы хеҙмәткәре. Татар АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Әлибаев Әсүәт Әфтәх улы (1936—01.2010), хужалыҡ һәм партия органдары эшмәкәре. 1975 йылдан КПСС-тың Салауат район комитетының 2-се секретары; 1980 йылдан «Сельхозтехника» республика берекмәһенең рәйес урынбаҫары, 1985 йылдан — Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институтының директор урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Тирмән ауылынан. Шағир Сафуан Әлибаевтың ағаһы.
- Моталапова Гөлнур Мирза ҡыҙы (1966), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы (1937), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, юғары мәктәп һәм фән ветераны, табип-терапевт. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1987—2014 йылдарҙа терапия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1992). Ғ. Н. Тереғолов исемендәге премия лауреаты (2016).
- Селитрина Тамара Львовна (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылға тиклем сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының Минераль Һыуҙар ҡалаһынан.
- Лебедькова Раиса Ильинична (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Салауат ҡалаһы балалар баҡсалары тәрбиәсеһе һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1976 йылдан 2-се, 1980—2005 йылдарҙа 24-се балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
- Закирова Галина Семеновна (1962), хеҙмәт ветераны. «Октябрьский электр селтәрҙәре» йәмғиәте производство-техник бүлегенең элекке начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Губин Евгений Иванович (1923—5.03.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик-штурмовик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [Белорет районы]] Тирлән ауылынан.
- Әбдрәхимова Рәмилә Әкрәм ҡыҙы (1958), педагог, музыкант. 1975—2009 йылдарҙа Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбенең домра класы буйынса уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2004—2012 йылдарҙа Халыҡ ижады үҙәгенең «Иман» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары халыҡ ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғиззәтуллин Ринат Рабил улы (1973), спортсы. Күреү буйынса инвалид-йөҙөүселәрҙең 1987 йылдан СССР, 1992 йылдан БДБ, 1993—2000 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2000 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Рәсәй чемпионы (1997—2000), ике тапҡыр донъя (1990), ике тапҡыр Европа (1997) һәм дүрт тапҡыр СССР (1989) чемпионаттары призёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1905: Павел Вирский, балет артисы, хореограф, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1960).
- 1910: Татьяна Вечеслова, балерина, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1939).
- 1910: Павел Клушанцев, СССР кинооператоры, кинорежиссёр, сценарист һәм яҙыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970).
- 1935: Октай Синаноғлу, Төркиә ғалимы, физик-химик һәм молекуляр биофизик.
- 1940: Валентина Шарыкина, театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).
- 2010: Владислав Галкин, СССР һәм Рәсәй актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2009).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға