18 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 169-сы (кәбисә йылында 170-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 196 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Ер: Гармония көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Ведерников Николай Степанович (1925—29.12.2011), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Латышева Наталья Александровна (1945), музыкант, педагог. Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Измайлова Гузәл Мансаф ҡыҙы (1955—15.12.2012), йырсы, 2000—2012 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы (1955), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1995—1997 йылдарҙа институттың Сибай лабораторияһы мөдире, 2006 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2009 йылдан — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2012—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).
- Әмирханова Лилиә Риф ҡыҙы (1960), ғалим-иҡтисадсы. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Әминов Рим Фәйзрахман улы (1941), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, театр актёры. 1970—2009 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт театры актёры, бер үк ваҡытта 1976—1977 һәм 1996—1997 йылдарҙа театр директоры; 2001 йылдан — директор урынбаҫары. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Жибер Анатолий Васильевич (1946), ғалим-математик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1990—1993 йылдарҙа һәм 2001 йылдан — Хисаплау үҙәге булған Математика институтында, 2001 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; 1993—2001 йылдарҙа Механика институты хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһе Колхоз ауылынан.
- Андреев Виктор Михайлович (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1981 йылдан Салауат ҡалаһындағы 80-се һөнәри-техник училище (хәҙер 72-се Һөнәри лицей) уҡытыусыһы, 1983—2013 йылдарҙа директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1993), СССР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһынан.
- Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (1951), юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-философ. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан социология һәм политология кафедраһы мөдире. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең дәүләт-хоҡуҡ идараһы начальнигы, 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары, 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001).
- Мурмилов Юрий Александрович (1956), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995 йылдан Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы хакимиәтенең бүлек мөдире, 1998 йылдан хакимиәт башлығы урынбаҫары, 2006—2015 йылдарҙа — хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Шестаев ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Карнаухов Михаил Николаевич (1889— 8.01.1971), ғалим-фтизиатр. 1939—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. 1939—1949 йылдарҙа Башҡортостан Фтизиатрҙар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре кандидаты (1949). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ленин (1953) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Слободской ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1905: Леонид Лавровский, балет артисы, балетмейстер, хореограф һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1942: Пол Маккартни, музыкант, «The Beatles» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе.
- 1950: Евгений Витковский, СССР һәм Рәсәйҙең фантаст яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе.
- 1965: Ким Диккенс, АҠШ актрисаһы.
- 1975: Мартен Сен-Луи, Канада хоккейсыһы, Стэнли Кубогы эйәһе, 2014 йылғы Олимпия чемпионы.
- 1976: Максим Галкин, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада артисы.
- 1985: Алекс Хирш, АҠШ-тың аниматор-рәссамы, продюсер, «Гравити Фолз» мультсериалы авторы.
- 1995: Максим Ковтун, фигурист, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға