From Wikipedia, the free encyclopedia
Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (18 июнь 1951 йыл, Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, БАССР) — дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ, юғары мәктәптәр уҡытыусыһы, отставкалағы судья.
Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы | ||
| ||
---|---|---|
2000 — 2009 | ||
Дауамсы: | Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы | |
Тыуған: | 18 июнь 1951 (73 йәш) Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы | |
Белеме: | Башҡорт дәүләт университеты | |
Ғилми дәрәжәһе: | Философия фәндәре кандидаты (1982) | |
Профессияһы: | юрист |
2000 йылдан 2009 йылдың 28 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе була. 1996—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Вәкилдәр Палатаһында республика Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле.
Философия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың икенсе саҡырылышы депутаты.
Етмештән ашыу социология, хоҡуҡ, сәйәсәт буйынса хеҙмәттәр авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.