14 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 348-се көнө (кәбисә йылында 349-сы). Йыл тамамланыуға 17 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ларионов Григорий Васильевич (1905—23.11.1995), табип-хирург. 1946—1974 йылдарҙа Белорет ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта ҡаланың баш хирургы, 1975—1980 йылдарҙа Белорет физкультура диспансеры табибы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Красильникова Маргарита Николаевна (1930), ғалим-психиатр, йәмәғәтсе. 1955—1975 һәм 2002—2009 йылдарҙа 1-се Республика психиатрия дауаханаһы табибы; 1975—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1995 йылдарҙа табип һәм провизорҙарҙың белемен камиллаштырыу факультеты менән психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты, 2009—2011 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1980—1995 йылдарҙа Невропотолог һәм психиатрҙарҙың Башҡортостан ойошмаһы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең районы Русская Бектяшка ауылынан.
- Әмирханова Наилә Әнүәр ҡыҙы (1940), ғалим-электрохимик. 1965 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан дөйөм химия кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1982). Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
- Мартынов Виталий Васильевич (1950), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, полиция генерал-майоры. 1973—2003 йылдарҙа Башҡортостан Эске эштәр министрлығының яуаплы хеҙмәткәре, 2003—2011 йылдарҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Батырлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Неволина Руфина Львовна (1960), педагог, Өфө ҡалаһындағы 5-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре.
- Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы (1980—9.09.1999), Рәсәй Федерацияһы Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, гвардия парашют-десант полкының взвод командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Аҡмулла (төп исеме Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 1831—8.10.1895), башҡорт мәғрифәтсе-шағиры.
- Әминев Зариф Хурамша улы (1916—1.09.1974), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Косенко Владимир Порфирьевич (1936—1998), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1961 йылдан Ейәнсура районында һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында партия эшендә; 1975 йылдан Ауырғазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1989—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиисияһы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан.
- Мәүлитов Альфред Хәмиҙулла улы (1946), ауыл хужалығы ветераны һәм производство алдынғыһы. Кушнаренко районы Ильич исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981). Сығышы менән ошо райондан.
- Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы (1951), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт органдары эшмәкәре, генерал—майор. 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе; 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007).
- Ғәлиуллина Тәнзилә Риф ҡыҙы (1986), спортсы. 2005—2007 йылдарҙа полиатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Салауат ҡалаһының махсуслашҡан «Снайпер» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең спорт мастеры (2005). Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ферин Михаил Алексеевич (1907—29.07.1979), ғалим-инженер-технолог, сәнәғәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1947—1977 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводының генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1947). СССР-ҙың өсөнсө—туғыҙынсы (1950—1984), РСФСР-ҙың икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXI—XXV съездары делегаты. РСФСР-ҙың (1968) һәм Башҡорт АССР-ының (1958) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Ике тапҡыр СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1946, 1974).
- Горбова Валентина Яковлевна (1952), малсы. Көйөргәҙе районы Калинин исемендәге колхозының элекке малсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бахмут ауыл советының почётлы гражданы.
- Андрианова-Книга Кристина Владимировна (1987), ғалим-филолог, журналист, шағир һәм тәржемәсе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар (2008) союздары ағзаһы. Бөтә Рәсәй һәм республика ижади конкурстары, «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғри фестиваленең ике тапҡыр лауреаты. Фәтих Кәрим һәм Динис Бүләков исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Новиков Николай Николаевич (1938), нефтсе. 1965 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының өлкән механигы, өлкән инженеры һәм цех начальнигы, 1976 йылдан «Башнефть» берекмәһенең әйҙәүсе инженеры, бүлек начальнигы урынбаҫары, нефть сығарыу департаментының әйҙәүсе инженеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Кочкарлей ауылынан.
- Ильин Александр Алексеевич (1948— 22.10.1997), радиоинженер. 1974—1994 йылдарҙа Өфөләге «Прогресс» һәм «Магнетрон» заводтары инженеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Нижегородка ауылынан.
- Исаева Юлия Георгиевна (1948), педагог, музыкант. 1986 йылдан Октябрьский ҡалаһы музыка колледжының академия хоры етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Октябрьскийҙың почётлы гражданы (2016). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Зарипов Шамил Марс улы (1958), инженер, энергетика тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1985 йылдан Ҡыйғы «Агропромэнерго» предприятиеһы инженеры, 1986 йылдан — директоры; 1995 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондың Үрге Ҡыйғы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (1909—15.02.1994), театр актёры, режиссёр, драматург һәм педагог. 1931—1942 һәм 1949—1956 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, шул иҫәптән 1942—1948 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе, 1956 йылдан — баш режиссёры; бер үк ваҡытта 1940—1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.
- Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (1914—24.02.2003), йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1938—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1938—1966 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы профессоры. Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1947) халыҡ артисы.
- Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы (1914—1993), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1933—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Ленин (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1935) ордендары кавалеры. Республикала «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ.
- Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (1929), ғалим-зоолог. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (1929—10.07.1999), хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Родионов Геннадий Степанович (1949), опера йырсыһы (бас). 1976—1992 йылдарҙа һәм 2003 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1992—2003 йылдарҙа Германияның Майнинген ҡалаһы опера театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1984) һәм төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға