Хайуандар
биологик батшалыҡ булып ҡаралған организмдар. Эукариоттарҙың бер төркөмө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Хайуандар (лат. Animalia йәки Metazoa) — Аристотель заманында уҡ айырым категорияға бүленгән, хәҙерге заманда биологик батшалыҡ булып ҡаралған организмдар. Хайуандарҙы зоология фәне өйрәнә.
? Хайуандар | |||||
---|---|---|---|---|---|
Һул яҡ өҫтәге мөйөштән сәғәт йөрөшө буйынса: европа кальмары (моллюсктар), диңгеҙ кесерткәне (сағыусылар), ҡуңыҙ (быуынтыҡ аяҡлылар ), нереида (селәүсендәр) һәм юлбарыҫ (хордалылар). | |||||
Фәнни классификация | |||||
|
|||||
Латинса исеме | |||||
Animalia Linnaeus, 1758 | |||||
Ярым батшалыҡ һәм бүлектәр | |||||
| |||||
|
Хайуандар эукариоттарға ҡарай. Хайуандарҙың төп билдәһе — гетеротрофлыҡ (әҙер органик ҡушылмалар менән туҡланыу) һәм әүҙем хәрәкәт итеү. Ә шулайҙа, хәрәкәт итмәй тереклек итеүсе хайуандар бик күп һәм гетеротроф бәшмәктәр, паразит-үҫемлектәр бар.
Көнкүрештә дүрт аяҡлы, һөйрәлеүсе һәм ер-һыу хайуандарына ҡараған йән эйәләрен күҙ алдына килтерәләр. Фәндә, һөт имәр хайуандарҙан башҡа, балыҡтар, ҡоштар, бөжәктәр, үрмәкселәр, моллюсктар, диңгеҙ йондоҙҙары, ҡарышлауыҡтар хайуандар батшалығына керә. Кеше лә хайуандар батшалығына керә, профессиональ биологтар «хайуандар һәм кеше» тигән термин ҡуллана.