From Wikipedia, the free encyclopedia
Балыҡтар (лат. Pisces) — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һыуҙа эрегән кислород менән һулыш алыусы умыртҡалыларҙың ҙур төркөмө[1]; йөҙгөстәр ярҙамында хәрәкәт итәләр. Һалҡын ҡанлы һыу хайуандары.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Балыҡтар | |||||||||||||||||||||
Макропод (Macropodus opercularis) | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Pisces | |||||||||||||||||||||
Классы | |||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||
|
Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.
Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica[2]) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).
Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә[3], шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.
Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.
Төҙөлөшө, туҡланыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: кимерсәклеләргә һәм һөйәклеләргә буленә.
Балыҡтарҙы хәтерләткән иң боронғо яңаҡһыҙ хайуандар иртә ордовиктан (яҡынса 450-470 миллион йыл элек) билдәле тип иҫәпләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, 1999 йылда Ҡытайҙың Юньнань провинцияһында 530 миллион йыл элек йәшәгән яңаҡһыҙҙар төркөмөнә ҡараған (элекке кембрий) балыҡҡа оҡшаҡан ҡалдыҡтар табыла. Был формалар умыртҡалыларҙың ата-бабалары булғандыр, бәлки.
Айғолаҡ дуғаларынан барлыҡҡа килгән яңаҡ һөйәктәре тәүге балыҡтарҙың үҙенсәлеге булып тора. Яңағынан тыш, балыҡтарҙың пар йөҙгөстәре, эсе өс ярым түңәрәк каналлы, айғолаҡ дуғалары бар. Тәүге яңаҡ-яңаҡ балыҡтарының ордовикта барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, улар, әлбиттә, девонға тиклем булған. Шулай итеп, балыҡтар һәм яңаҡһыҙҙар, хәҙерге ваҡыттан айырмалы рәүештә, 100 миллион йылдан ашыу йәшәй. Кимерсәк балыҡтары силур менән девон сигендә барлыҡҡа килгән, 420 миллион йыл самаһы элек ул карбонда сәскә атҡан. Лопастепёр балыҡтар донъя океандарында кәм тигәндә девондан йәшәй; уларҙың инде силурҙа булыуы ла ихтимал. Guiyu oneiros - иң иртә лопастепёр балығы.
Әлеге ваҡытта йәшәгән умыртҡалыларҙың яртыһынан ашыуы, атап әйткәндә, FishBase мәғлүмәткә ярашлы, 31 меңгә яҡын төрө балыҡтарға ҡарай. Танылған төрҙәрҙең һаны яңы төрҙәрҙең асылыуы, шулай уҡ айырым төркөмдәрҙең таксономик ревизиялары һөҙөмтәһендә үҙгәрә. Хәҙерге ваҡытта йәшәүсе балыҡтар өс кластан тора: кимерсәкле балыҡтар, лопастепёрлы балыҡтар һәм нурға бай балыҡтар. Һуңғы ике класты бер төркөм һөйәк балыҡтар тәшкил итә.
Хәҙерге һеңеркәле балыҡтарҙы ике төркөмгә бүләләр: Holocephali (бөтә башлы) һәм Elasmobranchii (пластиножаберҙар, уларға акулалар һәм скаттар инә). Хәҙер 900—1000 төр һеңерсәле балыҡ барлығы билдәле.
Күпселек кимерсәкле балыҡтар диңгеҙҙәрҙә йәшәй, айырым төрҙәре генә сөсө һыуҙа осрай.
Хәҙер йәшәгән кимерсәкле балыҡтарҙың төҙөлөшөндә ҡайһы бер боронғо билдәлер: кимерсәкле һөлдә; йөҙөү ҡыуығы юҡ; айғолаҡ ҡапҡастары юҡ, шуға ла, айғолаҡ тишектәре (5-7) тыштан күренеп тора; башының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан арҡыры ауыҙ тишеге һәм башҡалар һакланған.
Был төркөмгә акулалар һәм скаттар инә.
Балыҡтарҙың иң күп төркөмө. Океандарҙа, диңгеҙҙәрҙә, йылғаларҙа, күлдәрҙә, даими һәм вакытлыса булған һыу ятҡылыҡтарында тереклек итәләр. Хәҙерге балыктарҙың 96%-ын һөйәкле балыҡтар тәшкил итә. Уларҙың тән формаһы төрлөсә: оҙонса, түңәрәк һымаҡ, торпедо һымаҡ, япраҡ һымаҡ, йылан һымаҡ була.
Һөйәкле балыҡтар класы, нур ҡанатлылар ярым-класы вәкилдәренең тышҡы ҡиәфәте бик төрлө, ләкин барыһының да уртаҡ билдәләре бар. Уларҙың тәне ян-яҡтан ҡыҫылған һәм баш, кәүҙә, ҡойрок өлөштәренә бүленә. Балыҡтар, береһе өҫтөнә береһе ятҡан, һөйәк пластинкалар (тәңкәләр) менән ҡапланған. Тәңкәләр ярым үтә күренмәле, ҡырыйы шыма йәки тешле була. Тәңкәләр тиренән (дермадан) барлыҡҡа килә. Тәңкә япманың өҫтө лайла менән ҡапланған.
Балыҡтың һөлдәһе тулыһынса тейерлек һөйәктәрҙән тора. Умыртҡалыҡ һөйәк умыртҡаларҙан төҙөлгән һәм кәүҙә, ҡойроҡ өлөштәренә бүленә. Умыртҡаларҙың үҫентеләре — өҫкө һәм аҫҡы дуғалары була. Кәүҙә өлөшөндә өҫкө дуғалар ҡушылып арҡа мейе каналын барлыҡҡа килтерә. Тән ҡыуышлығын өҫтән һәм йән-яҡтан ҡабырғалар сикләй. Баш һөйәгенең күп өлөшө — һөйәк, ул мейе тартмаһынан, ҡаҙналык һөйәктәренән, һаңаҡ йәйәләренән һәм һаңаҡ ҡапкасынан тора. Парлы күкрәк һәм ҡорһаҡ йөҙгөстәре бик күп ваҡ һөйәктәрҙән яһалған.
Мускулдары һөйәктәргә беркетелгән. Иң көслө мускулдар кәүҙәһенең арҡа яғында һәм ҡойроҡ бүлегендә була. Кәүҙә мускулатураһы тоташтырғыс туҡыманан торған бүлгеләр менән сегменттарға бүлгәләнгән.
Башында һәм йөҙгөстәре янында яңаҡтарҙы, айғолаҡ ҡапҡастарын һәм йөҙгөстәрҙе хәрәкәткә килтерә торған мускулдар урынлашҡан.
Балыҡтарҙың нерв системаһы баш һәм арҡа мейеһенән, уларҙан китеүсе нервыларҙан тора. Баш мейеһе мейе ҡумтаһында урынлашҡан һәм биш бүлектән тора: алғы мейе, аралыҡ мейе, урта мейе, оҙонса мейе һәм кесе мейе.
Кесе мейе хәрәкәт координацияһы өсөн яуап бирә. Һыу мөхитендә тигеҙлекте һаҡлау зарурлығына һәм хәрәкәт ҡатмарлылығына бәйле, кесе мейенең ныҡ ҡына үҫешкән.
Оҙонса мейе арҡа мейеһенә күсә. Ул умыртҡаларҙың өҫкө йәйәләре барлыҡҡа килтергән тишектәрҙән яһалған умыртҡалыҡ каналы эсенән оҙон аҡ таж булып һуҙылған. Күп һанлы нервтар баш һәм арка мейеһен балыҡтың төрло органдары менән бәйләнештә тота.
Балыҡтарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуында шартһыҙ һәм шартлы рефлекстар күҙәтелә.
Һиҙеү ағзалары күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү һәм һиҙеү ағзаларынан тора. Күҙҙәр баштың ике яғында урынлашҡан һәм яҡындағы предметтарҙы яҡшы күрергә яраҡлашҡан. Ишетеү ағзаһы эске ҡолаҡтан, йәғни, баш һөйәктең артҡы өлөшөндә урынлашҡан лабиринттан ғибәрәт.
Еҫ һиҙеү ағзаһы томшоғоноң осонда урынлашҡан танау тишектәренән ғибәрәт. Танау тишектәренең төбө йомоҡ һәм стенкаларында нервылар остары бар. Балыҡтар һыуҙа төрлө еҫтәрҙе һиҙәләр.
Тәм ағзалары ауыҙ ҡыуышлығында, тиреһендә, хатта ҡойроғанда ла бар. Балыҡтар әсе, татлы, тоҙло тәмдәрҙе айыра. Ауыҙ эргәһендә мыйыҡтары булған балыҡтар (мәҫәлән, йәйеләр һәм шамбылар) аҙыҡҡа ҡағылмайынса ла аҙыҡтың тәмен беләләр.
Тәм тойоу ағзалары хеҙмәтен тәм төйөрсөктәре үтәй. Улар нерв остары менән сорналған күҙәнәктәр төркөмөнән тора. Тәм төйөрсөктәре ауыҙ ҡыуышлығында ғына түгел, бәлки, тәндең күп кенә өлөштәрендә тиренең тышҡы ҡатлауында ла урынлашҡан. Күреү органдары — яҫы мөгөҙҡатлау менән түңәрәк хрусталиктан торған күҙҙәр. Ишетеү анализаторы — баш һөйәгендә урынлашҡан эске ҡолаҡ ҡына; ҡолаҡ япрағы һәм ишетеү юлы юҡ.
Балыҡтарға һыуҙың хәрәкәтен тойоусы, үҙенә бер төрлө һиҙеү органы — ян һыҙыҡ булыу хас. Ул ҡабырғала һәйбәт күренә һәм тәндең алғы осонан артҡы осона тиклем дауам итә. Ҙурайтып ҡарағанда, ян һыҙығы теҙелеп киткән күп һандағы тишектәрҙән тороуын күреп була. Улар барыһы ла эс яҡтан тотош бер ҡаналға асылалар. Уның эсе һиҙгер күҙәнәктәрҙән тора.
Ян һыҙығы — ағымдың йүнәлешен һәм тиҙлеген ҡабул итеүсе үҙенсәлекле ағза. Һыу ағымы, һиҙгер эпителийҙың теге йәки был нөктәһен тынысһыҙлап, балыҡҡа ориентлашырға, хатта яҡынлашыусы дошманын һиҙергә лә мөмкинлек бирә. Болғансыҡ һыулыҡтарҙа, тәндең пространстволағы торошон билдәләү өсөн, ян һыҙыҡ органдары күҙгә һәм башҡа һиҙеү органдарына ҡарағанда йыш ҡына кәрәклерәк тә була.
Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Ул йөрәк һәм бер ҡан әйләнеше түңәрәгенән тора. Йөрәге тәндең алғы өлөшөндә урынлашкан. Ике камералы: йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтан тора.
Ҡан ҡарынсыҡтан ҡорһаҡ аортаһына керә. Аорта артерияларға бүленә. Улар буйлап ҡан айғолаҡтарға килә.
Айғолаҡтарҙа артериялар күп һанлы ваҡ ҡан тамырҙарына — капиллярҙарға тармаҡлана. Айғолаҡ капиллярҙарындағы ҡан, углекислый газдан арынып, кислородҡа байый һәм был ҡан, арҡа артерияһына йыйылып, тәндең бөтә органдарына, шулай уҡ мускулдарына китә.
Бирелә ҡуйы капиллярҙар селтәре аша ҡандағы кислород һәм туклыҡлы мәтдәләр — туҡымаларға, ә уларҙан углекислый газ һәм тереклек эшсәнлегенең башҡа продукттары ҡанға күсә.
Туҡымаларҙан ҡан йөрәккә барыусы тамырҙарға — веналарға йыйыла һәм улар буйлап йөрәк алдына килеп керә.
Һулыш алыу ағзаһы — айғолаҡтар. Улар баштың ике яғында урынлашкан һәм айғолаҡ ҡапҡастары менән ҡапланған.
Айғолаҡтар һыу һәм организмдың ҡан тамырҙары системаһы араһында газ алмашыныуҙы башҡара.
Һулыш алыу процессы айғолаҡтарҙы йыуыусы һыу хәрәкәте арҡаһында башҡарыла. Айғолаҡ ҡапҡастары һәм ауыҙ ҡыуышлығы һыуҙы ауыҙ ҡыуышлығына һүрып ала һәм этеп сығара.
Балыҡтарҙың күпселек төрҙәренең ауыҙ ҡыуышлығында күп һанлы конус һымаҡ тештәр була. Ауыҙ ҡыуышлығы менән ҡыҫҡа үңәскә илтеүсе йотҡолоҡ араһында сик беленмәй.
Ашҡаҙаны төрлө формала һәм төрлө ҙурлыҡта була, ҡайһы бер төрҙәренең ашҡаҙаны зәғиф үҫкән.
Тәрән һыуҙарҙа тереклек итеүсе йыртҡыс балыҡтарҙың ашҡаҙаны һуҙылыусан. Улар үҙҙәренән ҙурыраҡ табышты тулайым йота ала. Был — оҙаҡ ас торорға яйлашыу, сөнки бик тәрәндә табыш һирәк эләгә. Шуның өсөн, уларҙың ҡорбанын йәлеп итеү өсөн яҡтыртҡыстары була.
Эсәклектең нәҡ башланған урынында аш ҡайнатыу өҫлөгөн арттырыусы һуҡыр үҫентеләр була. Бауырҙа эшләнгән үт шыйыҡсаһы үт ҡыуығына йыйыла, һуңынан эсәктең алғы бүлегенә керә. Ашҡаҙаны аҫты биҙҙәренең юлдары эсәклектең башланғыс бүлегенә асыла.
Күпселек һөйәкле балыҡтарҙың һауа тулған йөҙөү ҡыуығы була. Ул аш ҡайнатыу көпшәһенең арҡа яғы үҫентеһе кеүек үҫеш ала. Һуңырак күп кенә төрҙәрендә йөҙөү ҡыуығы үңәс менән бәйләнешен юғалта, ләкин ҡайһы берҙәрендә бәйләнеш ғүмөр буйына һаҡлана.
Йөҙөү ҡыуығы, нигеҙҙә, гидростатик функцияны үтәй, йәғни, вертикаль яҫылыҡта балыҡтың ирекле хәрәкәтен тәэмин итә.
Уның стенаһы капиллярҙар селтәре менән яҡшы тәьмин ителгән. Бик тиҙ тәрәнгә төшкәндә, балыҡ тәненә баҫым кинәт арта, һәм һауа ҡыуыҡтан ҡанға күсә. Нәтижәлә балыҡтың сағыштырма ауырлығы арта, был уның сумыуына булышлыҡ итә.
Өҫкә йөҙөп сыҡҡанда, киреһенсә, һыуҙың баҫымы һәм газдарҙың ҡанда эреүсәнлеге кәмей һәм газ ҡан тамырҙарынан һауа ҡыуығына сыға.
Бүлеп сығарыу системаһы оҙон таҫма һымаҡ бөйөрҙәрҙән тора. Улар умыртҡалыҡтың ике яғында йөҙөү ҡыуығы өҫтөндә ята.
Бөйөрҙәрҙең эске ҡырыйынан һейҙек юлдары һузылған, улар бер каналға тоташып, аналь асыҡлыҡ артында, енес юлынан айырым, тышҡа асыла. Ҡайһы бер төрҙәрендә һейҙек ҡыуығы ла була.
Үрсеү органдары айырым каналдар менән енес юлы булып тышҡа асыла. Күкәй күҙәнәктәр (ыуылдыҡтар) ваҡ, йоҡа ҡойҡа һымаҡ тышсалы; балыҡтарҙа, ҡағиҙә булараҡ, тышҡы аталаныу.
Балыҡтарҙың тәбиғәттәге роле уларҙың һыу организмдарының туҡланыу сынйырына инеүе менән билдәләнә.
Балыҡтар ҙур майҙанды биләгән һыулыҡтарҙа йәшәй. Ер шарының яҡынса 361 млн км, йәки 71 процентын диңгеҙҙәр һәм океандар, 2,5 млн км эске һыу ятҡылыҡтары биләй. Балыҡтар бейек таулы һыу ятҡылыҡтарынан (океан кимәленән 6000 м ашыу) Донъя океанының иң ҙур тәрәнлектәренә (Мариан улағы) тиклем таралған (11022 м). Балыҡтар шулай уҡ поляр һыуҙарҙа һәм тропик зоналарҙа ла осрай.
Хәҙерге ваҡытта балыҡтар һыу биоценоздарында хайуандарҙың өҫтөнлөклө төркөмө булып тора. Улар, кит һымаҡтар менән бер рәттән, аҙыҡ сылбырын тамамлай.
Балыҡтар төрлө һыу мөхитенә яраҡлашҡан. Уларға йоғонто яһаусы факторҙар түбәндәгеләргә бүленә:
Иң мөһим абиотик факторҙарға һыу температураһы, тоҙлолоғо, газдар миҡдары һ.б. ҡарай.
Йәшәү урындары буйынса диңгеҙ, сөсө һыу һәм үткәүел балыҡтары айырыла.
Йәшәү рәүеше төрҙәренең ярайһы уҡ күп төрлөлөгө булғанда, бөтә балыҡтарҙы бер нисә экотип составына индерергә мөмкин:
Күп кенә балыҡ төрҙәре аквариумдарҙа тотҡонда тотола. Аквариум балыҡтарын тотоу һәм үрсетеү ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙың боронғо йәшәү урындарында юғалып барған һирәк төрҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә. Был күренеш балыҡтарҙың һыу әйләнмәләрен яҡшы һиҙемләү һәм уларҙы ҡуллана белеү менән аңлатыла. Шундай уҡ ысул менән паруслы яхта елгә ҡаршы йөҙә.[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.