Remove ads
биологик батшалыҡ булып ҡаралған организмдар. Эукариоттарҙың бер төркөмө From Wikipedia, the free encyclopedia
Хайуандар (лат. Animalia йәки Metazoa) — Аристотель заманында уҡ айырым категорияға бүленгән, хәҙерге заманда биологик батшалыҡ булып ҡаралған организмдар. Хайуандарҙы зоология фәне өйрәнә.
Хайуандар | |||||
---|---|---|---|---|---|
Һул яҡ өҫтәге мөйөштән сәғәт йөрөшө буйынса: европа кальмары (моллюсктар), диңгеҙ кесерткәне (сағыусылар), ҡуңыҙ (быуынтыҡ аяҡлылар ), нереида (селәүсендәр) һәм юлбарыҫ (хордалылар). | |||||
Фәнни классификация | |||||
|
|||||
Латинса исеме | |||||
Animalia Linnaeus, 1758 | |||||
Ярым батшалыҡ һәм бүлектәр | |||||
| |||||
|
Хайуандар эукариоттарға ҡарай. Хайуандарҙың төп билдәһе — гетеротрофлыҡ (әҙер органик ҡушылмалар менән туҡланыу) һәм әүҙем хәрәкәт итеү. Ә шулайҙа, хәрәкәт итмәй тереклек итеүсе хайуандар бик күп һәм гетеротроф бәшмәктәр, паразит-үҫемлектәр бар.
Көнкүрештә дүрт аяҡлы, һөйрәлеүсе һәм ер-һыу хайуандарына ҡараған йән эйәләрен күҙ алдына килтерәләр. Фәндә, һөт имәр хайуандарҙан башҡа, балыҡтар, ҡоштар, бөжәктәр, үрмәкселәр, моллюсктар, диңгеҙ йондоҙҙары, ҡарышлауыҡтар хайуандар батшалығына керә. Кеше лә хайуандар батшалығына керә, профессиональ биологтар «хайуандар һәм кеше» тигән термин ҡуллана.
Хайуандарҙың ике миллиондан ашыу төрө билдәле. Был тиклем төрҙәр эсендә төшөнөү, айырым төрҙөң хайуандар донъяһындағы урынын табыу, төрҙәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәртипкә килтереү өсөн уларҙы төркөмдәргә айырырға кәрәк. Бының менән систематика фәне шөғәлләнә.
Систематика фәне хайуандарҙың күп төрлөлөгөн өйрәнә. Уның төп бурысы — хайуандарҙы төркөмдәргә айырыу, йәғни уларҙы классификациялау.
Классификациялауҙың төп һәм иң бәләкәй берәмеге — хайуандарҙың төрө. Оҡшаш төҙөлөшлө, бер төрлө тереклек иткән, ҡауышып, үрсеүгә һәләтле нәҫел ҡалдыра алған һәм билдәле территорияла йәшәгән организмдар берләшмәһе хайуандарҙың төрө тип атала.
Систематика фәненә нигеҙ һалыусы булып, швед натуралисы һәм врачы Карл Линней (1707—1778)тора. Ул башлап фәнни нигеҙҙә төркөмләү принциптарын индерә.
(Саnis familiaris — йорт эте, Саnis lupus — эт бүре, Falis domestika — йорт бесәйе, Falis leo — арыҫлан бесәй, Rubes rubrbm — ҡыҙыл ҡарағат һ. б.). Латинса атамалар төрлө илдәрҙең ғалимдарына бер-береһе менән аралашырға ярҙам итә.
Айырылып тороуҙарына ҡарамаҫтан, бөтә йорт эттәре лә бер төргә — Эт төрөнә ҡарай. Хайуандарҙың яҡын ҡәрҙәш төрҙәрен ырыу тип аталған махсус төркөмгә берләштерәләр. Мәҫәлән, Эт төрөн һәм Бүре төрөн Бүре ырыуына индерәләр. Әгәр тәбиғәттә хайуандар төрөнә яҡын ҡәрҙәш, уға оҡшаш төр булмаһа, уны барыбер үҙ - аллы ырыуға айыралар.
Яҡын, оҡшаш ырыу хайуандарын бер семьяга берләштерәләр. Мәҫәлән, Бүре ырыуыһәм Янут һымаҡ эттәр ырыуы Бүре һымаҡтар семьяһына инә. Төлкөләр һәм Аҡ төлкөләр ырыуы ла шул уҡ семьяға керә.
Яҡын, оҡшаш семьяларҙы отрядҡа, ә отрядтар — класҡа, кластар — типҡа, типтар — ваҡ батшалыҡҡа, ваҡ батшалыҡтар — батшалыҡҡа туплана. Мәҫәлән, бүре һымаҡтар семьяһы йыртҡыстар отрядына инә, бесәй һымаҡтар семьяһы (мәҫәлән, бесәйҙәр, һеләүһен, леопард, юлбарыҫ, арыҫлан), һуҫар һымаҡтар семьяһы (мәҫәлән, һуҫар, кеш, йәтсә, көҙән) һәм айыу һымаҡтар семьяһы ла (мәҫәлән, һоро айыу, аҡ айыу) шул отрядҡа ҡарай.
Йыртҡыстар отряды — имеҙеүселәр, йәки балаларын һөт имеҙеп үҫтереүсе йәнлектәр, класының бер отряды ғына.
Имеҙеүселәр класы хордалылар тибына инә. Был типтың бөтә вәкилдәренең дә (балыҡтарҙың, ер-һыу хайуандарының, һөйрәлеүселәрҙең, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең эске һөлдәһе — хордаһы була.
Хордалылар тибы — күп күҙәнәкле хайуандар ваҡ батшалығының бер тибы ғына.
Хайуандар батшалығын ике ваҡ батшалыҡҡа бүләләр: Иң ябай хайуандар, йәки Бер күҙәнәклеләр, һәм Күп күҙәнәкле хайуандар.
Уларҙың төп айырмаһы:
Бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле хайуандар ваҡ батшалыҡтары хайуандар батшалығын барлыҡҡа килтерә. Ул бөтә хайуандарға хас билдәләргә нигеҙләнеп айырыла: органик матдәләр, ҡағиҙә булараҡ, тере организмдар, менән туҡланыу; күҙәнәктәр төҙөлөшөндә тығыҙ тиресәнең булмауы; күп осраҡтарҙа хәрәкәтсәнлек һәм хәрәкәт итеү яйланмаларының булыуы.
Шулай итеп, хайуандарҙың төп систематик төркөмдәре ошолар: батшалыҡ, ваҡ батшалыҡ, тип, класс, отряд, семья, ырыу, төр. Батшалыҡ — хайуандарҙың иң юғары һәм иң ҙур систематик төркөмө, ә төп бәләкәй төркөм — төр.
Хайуандар төркөмдәргә ирекле рәүештә түгел, ә уларҙы ентекләп өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәнни системаға ярашлы рәүештә берләштерелә.
Хайуандар бөтә Ер шарында: ҡоро ер өҫтөндә, тупраҡта, сөсө һыуҙарҙа һәм диңгеҙҙәрҙә йәшәй. Джомолунгма (Эверест) тауы башына менгәндә альпинистар 8000 м самаһы бёйеклектә тау сәүкәләрен күреп ҡалған.
Донъя океанының тәрәнлеге 11 000 м-ға еткән ғәйәт тәрән уйпаттарында селәүсендәр, ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар һәм башҡа хайуандар табылған. Күп кенә хайуандар, йәшеренеп йәшәүҙәре йәки бик бәләкәй булыуҙары сәбәпле, беҙҙең күҙгә бик салынмай.
Башҡа хайуандар, мәҫәлән, бөжәктәр, ҡоштар, йәнлектәр, киреһенсә, беҙгә һәр саҡ осрап тора.
Хайуандарҙың тәбиғәттәге әһәмиәте ғәйәт ҙур.
Улар өҙлөкһөҙ рәүештә тупраҡҡа органик матдәләр индереп тора, уларҙы ваҡлай һәм шуның менән, серетмә барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.
Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.