Быуынтығаяҡлылар (рус. Членистоногие, лат. Arthropoda, бор. грек. ἄρθρον — ,sesy һәм πούς, ποδός) — кәүҙәләре бүлкәттәргә (сегменттар) бүленгән, ә аяҡтары (ослоҡтары) айырым-айырым быуынтыҡтарҙан торған умыртҡаһыҙ хайуандар тибы.

Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Быуынтығаяҡлылар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Arthropoda Siebold и Stannius, 1848

Аҫҡы тип:
  • ҡыҫала һымаҡтар (Crustacea)
  • Трахейлылар (Tracheata)
  • Хелицер (Chelicerata)
  • Трилобит һымаҡтар (Trilobitomorpha)

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  82696
Ябырға

Төп үҙенсәлектәре:

  • хитинлы кутикуланан торған тышҡы һөлдә,
  • тәндәре төҙөлөштәре бер төрлө булмаған (гетероном) бүлкәттәрҙән — сегменттарҙан тора,
  • үҙ-ара һәм тән менән хәрәкәтсән тоташҡан быуынтыҡтарҙан торған ослоҡтары булыуы.

Был тип 1,5 млн тирәһе төрҙө берләштерә. Бер нисә классты берләштерә. Мәҫәлән: ҡыҫала һымаҡтар, үрмәксе һымаҡтар, бөжәктәр һ. б.

Ҡылыҡһырлама

  1. Ике яҡлы симметриялы хайуандар.
  2. Өс ҡатлы хайуандар, йәғни тәндәре өс яралғы япрағынан: эктодерма, мезодерма һәм энтодерманан барлыҡҡа килгән.
  3. Беренсел ауыҙлылар, йәғни ауыҙҙары яралғының беренсел эсәгендәге тишемдән — бластопорҙан хасил була.
  4. Тәндәре төҙөлөштәре бер төрлө булмаған (гетероном) бүлкәттәрҙән — сегменттарҙан тора.
  5. Сегменттар берләшеп, тән өлөштәрен: баш, күкрәк һәм ҡорһаҡты барлыҡҡа килтерәләр.
  6. Үҙ-ара һәм тән менән хәрәкәтсән тоташҡан быуынтыҡтарҙан торған ослоҡтары бар. Был уларға ҡатмарлы хәрәкәттәр яһарға мөмкинлек бирә.
  7. Ослоҡтарҙың функциялары күп төрлө: хәрәкәт ағзалары булып хеҙмәт итәләр; һиҙеү ағзалары булып торалар; ауыҙ аппаратына инәләр; һаҡланыу һәм һөжүм итеү ағзалары булып торалар.
  8. Тәндәре тышҡы һөлдә — хитиндан торған кутикула ҡапланған. Был тышҡы япма еңел, ҡаты, ныҡ, һыу үткәрмәй. Зарарланыуҙан, йәрәхәтләнеүҙән, дошмандарынан һәм кибеүҙән һаҡлай.
  9. Мускулдары айырым шәлкемдәрҙән торған арҡыры-һыҙатлы мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Был уларға ҙур тиҙлектә бик күп төрлө ҡатмарлы хәрәкәттәр яһарға мөмкинлек бирә.
  10. Тән ҡыуышлығы ҡатнаш, йәғни уны барлыҡҡа килтереүҙә мезодерма менән энтодерма ҡатнашҡан.
  11. Аш һеңдереү каналы төрлө функциялар үтәүсе бик күп бүлектәргә махсуслашҡан (дифференцация). Ауыҙ өлөшөн барлыҡҡа килтереүҙә үҙгәргән (махсуслашҡан) ослоҡтар ҡатнаша.
  12. Ҡан тамырҙар системаһы йомоҡ түгел, йәғни ҡаны тамырҙарынан тән ҡыуышлығына сыға. Клапанлы парлы тишектәре булған, моҡсай формаһындағы мускуллы ағзалары — йөрәктәре бар.
  13. Мөхиттең бөтә төрҙәрендә лә, һыуҙа, тупраҡта, ҡоро ерҙә һәм организмдар тәнендә тереклек итеүгә яраҡлашҡан хайуандар.

Беренсе быуынтыҡаяҡлылар боронғо иң ябай төҙөлөшлө күп төклө селәүсендәрҙән килеп сыҡҡандар.

Таралыуы

Ҡабул ителгән баһаларҙың береһе буйынса бөгөнгө көндә миллиондан ашыу төр артропод тасуирланған (төп өлөшө — бөжәктәр). Был хайуандарҙың бөтә тасуирланған төрҙәренең 80 проценттан ашыуын тәшкил итә. Тере бәүелсәк төрҙәренең дөйөм һаны 10 миллионға етергә мөмкин.[5]

Быуынтыҡаяҡлылар диңгеҙ, сөсө һыу, ер һәм һауа экосистемаларында йәшәй. Хордалылар менән бер рәттән ҡоро ерҙәге йәшәү рәүешен үҙләштергән ике өҫтөнлөклө хайуан тибының береһе булып тора.

Төҙөлөшөнең һәм йәшәү рәүешенең төп һыҙаттары

Быуынтыҡаяҡлыларҙың кәүҙәһе сегментланған һәмайырым быуынтыҡтарҙан тора. Тәне тулыһынса кутикулалы хитин япма менән ҡапланған.

япмала тығыҙ ҡатлам — склерит һәм һығылмалы мембрананан торған өлөштәре бар. Шуға улар ҡау һалған осорҙа ғына үҫеп ҡалалар.

Ҡыҫалаларҙың һөлдәһенә кальций карбонаты (CaCO3) менән ҡатырылған. Тәненең хәрәкәтле өлөштәренә быуынтыҡлы ослоҡтары ғына керә. Улар хәрәкәт итеү, аҙыҡ эләктереү, һаҡланыу, хәрәкәт, һулыш алыу, һөжүм итеү һәм башҡа функцияларҙы башҡара.

Аш һеңдереү системаһы махсуслашҡан. Ашҡаҙандарында ҡаты аҙыҡты иҙеү өсөн хеҙмәт иткән хитин тештәре бар. Ауыҙ аппараты үҙгәртелгән ослоҡтарҙан хасил булған.Һулыш алыу — айғолаҡтар (ҡыҫалаларҙа), үпкә моҡсайҙары йәки трахеялар селтәре (үрмәксе һымаҡтарҙа һәм бөжәктәрҙә).

Ҡан әйләнеше системаһы йомоҡ түгел.

Ҡан тамырҙары тән ҡыуышлығына асыла. Улар эсендә шыйыҡ тоташтырғыс туҡыма— гемолимфа әйләнә. Нервы системаһы йотҡолоҡ яны нервы төйөндәренән торған баш мейеһе (алғы, урта, артҡы ) һәм ҡорһаҡ нервы сылбырынан тора. Күп кенә быуынтыҡаяҡлыларҙа һиҙеү ағзалары яҡшы үҫешкән. Бүлеп сығарыу ағзаларына метанефридийҙар һәм мальпиги тамырҙары инә.

Башлыса айырым енеслеләр. . Гермафродитизм осраҡтары һирәк осрай. Үҫеш тулы йәки тулы булмаған әүерелеш менән бара. Тулы булмаған әүерелеш ( метаморфоз) осрағында бөжәктәрҙең ҡурсаҡ стадияһы булмай.

Тәбиғәттә быуынтығаяҡлыларҙың роле бик ҙур. Бөтә төр йәшәү мөхиттәрен биләйҙәр һәм уларға йоғонто яһайҙар. Быуынтыҡаяҡлылар башҡа хайуандар өсөн аҙыҡ булып хеҙмәт итә, тупраҡ барлыҡҡа килеүҙә һәм тәбиғәттә органик матдәләр циклында ҡатнаша, үҫемлектәр һеркәләндерә, йоғошло ауырыуҙарҙы тарата һәм сәсеүлектәргә зыян килтерә.

Ҡайһы бер вәкилдәре (бал ҡорто, ебәк ҡорто) үҙенсәлекле йорт хайуаны булып тора

Классификация

Thumb
Быуынтығаяҡлыларҙың микроскоп аша һүрәтләмәләре

Быуынтығаяҡлылар төркөмө эсендә субтаксондарҙың классификацияһында күп нәмә аңлашылып бөтмәй. 4 төп төркөм (ҡыҫала һымаҡтар, хелицералар, трахея аша һулаусылар һәм юҡҡа сыҡҡан трилобиттар) субтиптар дәрәжәһенә эйә. Бынан тыш, ҡайһы бер юғары дәрәжәле ҡаҙылма төркөмдәр ҙә бар (күбеһенсә Түбәнге кембрийҙан). Уларҙы айырмалары арҡаһында, шулай уҡ туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең билдәһеҙлеге арҡаһында ниндәй ҙә булһа билдәле төркөм менән бәйләүе ҡыйын.

Ҡырғаяҡтар менән бөжәктәрҙе йыш ҡына тулы булмаған мыйыҡлылар ( неполноусые) төркөмөнә берләштерәләр. Ләкин ҡайһы бер һуңғы тикшеренеүҙәр бөжәктәрҙең ҡырғаяҡтарға ҡарағанда ҡыҫала һымаҡтар яҡыныраҡ булыуын күрһәтә.

Аҫта иң билдәле классификациялар килтерелә. Уларҙа был төп төркөмдәр төрлө ысулдар менән субтиптарға (йәки төрҙәргә) һәм суперкласстарға берләштерелә.

Классификация I

Быуытығаялыларҙың полифилетик килеп сығышы гипотезаһына нигеҙләнгән. Шунлыҡтан быуытығаялыларҙы өс үҙ- аллы типҡа бүләләр.[1].

Тип Хелицералар

Тип Ҡыҫала һымаҡтар

Тип Трахеялылар

Подтип Онихофорҙар
Подтип Тулы булмаған мыйыҡлылар(русс. Неполноусые лат. Atelocerata)

Классификация II

Быуытығаялыларҙың монофилетик килеп сығышы гипотезаһына нигеҙләнгән. Бында быуытығаялыларҙы онихофорҙар һәм әкрен йөрөүселәр (русс.тихоходки, лат.Lobopoda) менән берләштерәләр

Аҫтип Трилобит һымаҡтар (Trilobitomorpha — парафилетик таксон)

† Класс Трилобиттар (Trilobita)

Аҫтип Хелицералар (Chelicerata)

Класс Диңгеҙ үрмәкселәре (Pantopoda)
Класс Үрмәксе һымаҡтар (Arachnida) (пауки, клещи, скорпионы)
Класс Меростомалар (Merostomata) (русс.мечехвосты)
† Класс Эвриптеридтар (Gigantostraca) (гигант диңгеҙ скорпиондары)

Аҫтип Яңаҡлылар (русс.Жвалоносные , лат.Mandibulata)

Өҫкласс РҠыҫала һымаҡтар(Crustacea)
Класс Ремипедтар(Remipedia)
Класс Цефалокаридтар(Cephalocarida)
Класс Айғолаҡ аяҡлылар (русс.Жаброногие, лат.Branchiopoda)
КлассҠабырсаҡлылар(русс. Ракушковые, лат.Ostracoda)
Класс Мистакокаридтар (Mystacocarida)
Класс Максиллоподтар (Maxillopoda)
Класс Карпоедтар (Branchiura)
Класс Юғары ҡыҫалалар (Malacostraca) (омары, креветки, крабы и др.)

Аҫтип Тулы булмаған мыйыҡлылар (Atelocerata) йәки трахеялылар

Өҫкласс Ҡырғаяҡтар (Myriapoda)
Класс Симфилдар (Symphyla)
Класс Ирен аяҡлылар (русс.Губоногие, лат.Chilopoda)
Класс Ике пар аяҡлылар (Diplopoda)
Класс Пауроподтар(Pauropoda)
ӨҫклассБөжәктәр (Insecta)
Класс Йәшерен яңаҡлылар (Entognatha)
Класс Асыҡ яңаҡлылар (Ectognatha) (бо́льшая часть насекомых)

Pancrustacea

Һуңғы ваҡытҡа тиклем үрҙә әйтелгән система дөйөм ҡабул ителгән. Әле ул әүҙем рәүештәтикшереү үтә. Шулай итеп, «Pancrustacea» төшөнсәһе нығыраҡ раҫлана бара. Сөнки ҡыҫала һымаҡтар һәм бөжәктәрҙең (бергә Pancrustacea барлыҡҡа килтерә) ҡырғаяҡтар менән бөжәктәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренә ҡарағанда яҡыныраҡ туғандар икәнлеге раҫлана (башҡа классификацияларҙа улар Atelocerata төркөмөнә берләштерелә):

Euarthropoda
Chelicerata (Хелицералар)
Myriapoda (Ҡырғаяҡтар)
Pancrustacea
Cirripedia (Мыйыҡ аяҡлылар, русс. Усоногие)
Remipedia (Ремипедии, Һуҡыр ҡыҫала һымаҡтар)
Collembola (Коллемболы,

Аяҡ ҡойроҡлолар, рус. ногохвостки)

Branchiopoda (Айғолаҡ аяҡлылар, русс.Жаброногие)
Cephalocarida (Цефалокаридтар)
Malacostraca (Юғары төҙөлөшлө ҡыҫалалар)
Insecta (Бөжәктәр)

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Захаров В. Б., Сонин Н. И.

3-32 Биология. 7 класс. Тере организмдарҙың күп төрлөлөгө: Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек / В. Б. Захаров, Н. И. Сонин. — 9-сы стереотип баҫманан тәржемә. Өфө: Китап, 2007. — Һүрәттәре менән 248 бит.

  • Биологический энциклопедический словарь под редакцией М. С. Гилярова и др. — М.: Советская Энциклопедия, 1989.
  • Клюге Н. Ю. Современная систематика насекомых. Принципы систематики живых организмов и общая система насекомых с классификацией первичнобескрылых и древнекрылых. — СПб.: Лань, 2000. — 336 с.
  • Заренков Н. А. Ракообразные. Часть I. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1982.
  • Заренков Н. А. Ракообразные. Часть 2. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1983.
  • Шевяков В. Т. Членистоногие // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Gould S. J. (1990), «Wonderful Life: The Burgess Shale and the Nature of History», Hutchinson Radius, ISBN 0-09-174271-4
  • Ruppert E. E., Fox R. S. & Barnes R. D. (2004), «Invertebrate Zoology» (7th ed.), Brooks/Cole, ISBN 0-03-025982-7

ISBN 978-5-295-04170-9

Иҫкәрмә

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.