Үрмәкселәр (үрмәкес лат. Araneae, Aranei) — быуынтығаяҡлылар тибының үрмәксе һымаҡтар класына ҡараусы отряд булып тора.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Үрмәкселәр |
Үрмәксе Xysticus |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Araneae Clerck, 1757
|
Бүлендек таксондар |
---|
- Ҡорһағы быуынтыҡ үрмәкселәр
- Мигаломорфлы үрмәкселәр
- Аранеоморфлы үрмәкселәр
|
|
|
Ябырға
Үрмәкселәрҙе өйрәнеүсе фән Арахнология тип атала.
Үрмәкселәрҙең ҙурлығы 0,8 мм-ҙан 12 см-ға тиклем етә. Төҫө йыш ҡына үҙе йәшәгән мөхит төҫөндә була.
Үрмәкселәрҙең ау сөйәлдәре һәм биҙҙәре була. Үрмәксе ауы һүнар итеү урыны, йомортҡаларға кокон эшләү урыны, йәш үрмәкселәрҙе таратыу, йәшеренеү һәм ҡышлау урыны булып тора. Үрмәкселәр араһында бер урында йәшәүсе һәм күсеп йөрөүсе төрҙәр бар.
Үрмәкселәр төрлө бөжәктәр, ямғыр селәүсендәре, ҡусҡарҙар, кеҫәрткеләр, тәлмәрйендәр, сысҡандар, ҡоштар, сүмесбаштар, ваҡ балыҡтар менән туҡлана.