Тәлмәрйендәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәлмәрйендәр, баҡалар (лат. Ranidae, рус. Настоящие лягушки ) — ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары ғаиләһе (Anura). Көньяҡ Америка, Австралияның көньяғы һәм Яңы Зеландиянан башҡа бөтә ерҙә лә таралған.
? Тәлмәрйендәр | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||
|
||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||
Ranidae Rafinesque, 1814 | ||||||||||
|
Күл баҡаһы (R. ridibunda) асыҡ урындағы һыуҙа, шулай уҡ республиканың бөтөн биләмәһе буйлап ҙур урман һыулыҡтарында осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 13,5 см-ға тиклем, ауырлығы 165 г.
Өҫтө йәшелдән алып ҡуйы көрән төҫтә, арҡаһында ҙур түңәрәк ҡара таптар бар. Ҡорһак яғы асыҡ төҫтә, ваҡ таплы
Кәүҙәнең буйына бот һәм балтыр перпендикуляр торған ваҡытта, балтыр быуандары яңынан ҡапланалар. Үксә төйөрө тәбәнәк.
Ата заттар ауыҙ ситендә урынлашҡан һөйәлдәре һәм ҡара төҫтәге резонаторҙары менән айырылып торалар.
Май уртаһынан үрсеү осоро башлана. Шул ваҡыттан алып сентябрь урталарына тиклем бөтөн һыуҙа ла ата баҡалар тауышын ишетергә мөмкин.
Бер һыу ятҡылығында бер нисә йөҙ баҡа йыйыла ала. Ыуылдырыҡ бөртөктәрен ярҙан эскәрәк ҙур өйөмләп һалалар. Бер инә баҡа 12 меңгә ҡәҙәр ыуылдырыҡ бөртөгө сәсә.