Хордалылар (лат. Chordata) — эсәклек өҫтөндә ятыусы хорда рәүешендәге үҙәк һөлдәһе булған айырым хайуандар тибы; умыртҡалыларҙың яралғы үҫеше дәүерендә хордаһы умыртҡалыҡ менән алмашына. Хордалыларға умыртҡалы хайуандар, башһөйәкһеҙҙәр(ru:Головохо́рдовые (лат. Cephalochordata)), оболочниктар (төҙөлөш яғынан умыртҡалыларға яҡын торған хордалы диңгеҙ хайуандары) инә.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ябырға
Хайуандар донъяһында хордалылар нерв системаһы төҙөлөшө буйынса иң юғары баҫҡыста тора. Хронология тәртибе буйынса — иң йәш тип. Донъяла 60 000 тирәһе төр билдәле, шуларҙың 4300-е Рәсәйҙә тереклек итә.
- Төп үҙенсәлектәрен береһе — хорда рәүешендәге үҙәк һөлдә булыуы.
- Көпшә формаһындағы үҙәк нервы системаһының тәндең арҡа яғында, хорда өҫтөндә урынлашыуы.
- Эсәклектең ҡорһаҡ яғында урынлашыуы һәм йотҡолоҡ стенаһында айғолаҡ ярыҡтарының булыуы. Айғолаҡ ярыҡтары һыу хайуандарында бөтә тереклектәре дауамында һаҡлана, ә үпкә менән һулыш алыусы ер өҫтө хайуандарында яралғы үҫешенең баштағы стадияларында ғына була.
- Тәндәре ике яҡлы симметриялы.
- Өс ҡатлаулы хайуандар
- Тән ҡыуышлығы икенсел (вторичная полость тела).
- Ҡан тамырҙар системаһы йомоҡ(оболочниктарҙан башҡаһы).
- Башһөйәкһеҙҙәр ярым тибы[1][2] (лат. Acrania) Уларҙың баш мейеһе һәм баш һөлдәһе юҡ. Шуға ярашлы, уларҙы башһөйәкһеҙ хордалылар төркөмөнә айыралар. Шулай уҡ, уларҙың үҙәк һөлдәһе (көсһөҙ арҡа үҙәге — хорда) һәм айғолаҡ ярыҡтары бөтә тереклектәре дауамында һаҡлана.
- Умыртҡалылар ярым тибы (лат. Vertebrata). Баш һөлдәһе менән һаҡланған баш мейеһе һәм хорда урынында кимерсәк йәки һөйәк умыртҡаларҙан торған умыртҡалығы булған хордалы хайуандарҙы башһөйәклеләр, йәки умыртҡалылар, төркөмөнә берләштерәләр.
- Оболо́чниктар ярым тибы (лат. Tunicata, Urochordata). Хордалары личинка стадияһында ғына булып, аҙаҡ үҫеш дәүерендә юҡҡа сыға (личиночнохо́рдовые).
- Хордовые(недоступная ссылка)
- (недоступная ссылка)
В.М. Константинов, С.П. Наумов, С.П. Шаталова. Зоология позвоночных. — М.: Академия, 2000. — С. 9. — 496 с.