Һиндевропа телдәре ғаиләһе италий телдәренең латин-фалиск кесе төркөмөнә ҡараған тел From Wikipedia, the free encyclopedia
Лати́н теле́ иҫке әҙәби башҡортса латынь теле (үҙатамаһы lingua latina), – Һиндевропа телдәре ғаиләһе италий телдәренең латин-фалиск кесе төркөмөндәге тел. Бөгөнгө көндә берҙәнбер әүҙем ҡулланылған италий теле булһа ла, үле тел булып һанала.
Латин теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
lingua latina |
---|---|
Илдәр |
Көнбайыш Европа һәм Көньяҡ Европа, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Африка (I—V быуаттарҙа) |
Рәсми статусы |
Ватикан |
Идара итеүсе ойошма |
|
Был телдә һөйләшеүселәр |
дөйөм һаны билдәле түгел |
Үле тел |
XII—XV быуаттарҙа роман һәм герман телдәре ҡыҫырыҡлап сығарған Яҙма тел (XVII быуатта Көнсығыш Европала), фәндә XVIII быуатҡа тиклем һаҡланған, биологияла, медицинала, хоҡуҡ өйрәнеү ғилемендә, католицизм бөгөнгө көнгә саҡлы |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Һинд-европа ғаиләһе
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
лат 380 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Боронғо италий телдәренән ул бөгөнгө көндә, сикләүле ҡулланылған (һөйләшеү теле түгел) булһа ла, берҙән-бер әүҙем тел. Роман телдәре латындың хәҙерге көндәге дауамы булып тора, ҡалған италий телдәре юҡҡа сыҡҡан, уларҙың дауамы юҡ.
Латин теле ин борондан яҙмаһы булған һиндевропа теле булараҡ билдәле.
Бөгөнгө көндә латин теле "Изге Тәхет"тең (ru:Святой Престол), Мальтийский орденының, Ватикан ҡала-дәүләтенең һәм Рим-Католик сиркәүенең рәсми теле булып тора. Европа телдәрендә һәм башҡа телдәрҙәге бик күп һүҙҙәр латин теленән алынған. (Халыҡ-ара лексиканы ҡара).
|
|
Латин әлифбаһы күп телдәр өсөн яҙыу нигеҙе булып тора. Латин телендәге (маюскул, минускул, готика, антиква) текстарҙы яҙыуҙа ҡулланылған иң төп шрифт тибына миҫалдар
Китап баҫыу осоро башланғандан алып (Гутенберг Тәүраты, 1450-се йылдар) 1540-се йылдарға тиклем латин телендә использовался готик шрифт ҡулланылған. Латин телендә готик шрифтындағы һуңғы баҫма: Psalterium 1542 года (при этом, основной текст набран антиквой, а комментарий — готическим шрифтом), Breviarium 1540 года, Rosarium 1525 года, Euangelium 1508 года. 1540-се йылдарҙан һуң латин телендә антиква менән баҫылған. Готик шрифтында j хәрефе i хәрефе варианты (әгәр бер-бер артлы ике йә күберәк i хәрефе яҙылһа, уларҙың һуңғыһы j кеүек ҡабул ителгән). V хәрефе u хәрефенең башланғыс формаһы булған. Юл хәрефе r яҙылыштың икенсе (2 цифраһына оҡшаған) вариантына эйә. Готик шрифтында шулай уҡ ҡыҫҡартыуҙар һәм лигатура (хәрефтәрҙең тоташтырылыуы) ҡулланылған.
Латин теленең ҡайһы бер лигатуралары латин графикаһын файҙаланған башҡа телдәрҙең үҫешенә йоғонто яһаған. Шулай, «латин телендәге «non»-ды билдәләгән n лигатураһы (уның өҫтөндәге горизонталь һыҙыҡлы)» поляк алфавитындағы «ń» формаһына йоғонто яһаған. Латин телендә «ser» аңлатҡан «ſ лигатураһы (e хәрефенән уңда торған элмәкле)»[1] венгр телендә үҙ аллы «ж» өнөн билдәләү өсөн ҡулланылған, ләкин һуңғараҡ Венгр алфавитында zs менән алмаштырылған.
Латин теле, фалиск, оскс һәм умбр телдәре менән бер рәттән, телдәрҙең һинд-европа ғаиләһенең италий тармағын тәшкил иткән. Боронғо Италияның тарихи үҫеше процесында латин теле башҡа италий телдәрен ҡыҫырыҡлап сығарған һәм Урта диңгеҙҙең көнбайшында өҫтөнлөклө урын биләгән. Хәҙерге ваҡытта, боронғо һинд теле (санскрит), боронғо грек теле һ. б. менән бер рәттән үле телдәргә ҡаратыла.
Латин теленең тарихи үҫешендә, эске эволюцияһы һәм башҡа телдәр менән үҙ-ара йоғонтоһо яғынан ҡарағанда, бер нисә этап билдәләнә.
Тел булараҡ, латынь б. э. т. II меңйыллыҡ уртаһында барлыҡҡа килгән. Б. э. т. I мең йыллыҡ башында латин телендә Апеннин ярымутрауы урта өлөшөнөң көнбайышында, Тибрҙың түбән ағымында, бәләкәй Лаций (лат. Latium) өлкәһендә йәшәгән халыҡ һөйләшкән. Лацийҙа йәшәгән ҡәбилә латиндар (лат. Latini), уның теле — латин теле тип аталған. Беренсе батша Ромул (лат. Romulus) исеменән алынған Рим (лат. Roma) ҡалаһы был өлкәнең үҙәгенә әйләнгән; был ҡала тирәһендә берләшкән италий ҡәбиләләре үҙҙәрен римлеләр (лат. Romani) тип атаған.
Латин телендә яҙылған иң иртә яҙма ҡомартҡылар б. э. т. яҡынса VI б. аҙағына — V б. башына ҡарай. Был 1899 йылда Рим форумы ҡаҙылдыҡтары араһында табылған ҡара таш ярсығындағы яҙма (б.э.т. 500 й.); көршәк һауыттағы «Дуэнос яҙмаһы». Б. э. т. III б., Италияның күп өлөшөн буйһондороусы Римдең ҡөҙрәте артҡандан башлап, ҡомартҡылар һаны ла арта. Латындың боронғо ҡомартҡыларынан рим сәйәси эшмәкәрҙәре Сципиондар эпитафияһы һәм б. э. т. III —II б. башында Вакх аллаһы ғибәҙәтханаһы тураһында Сенат постановлениеһы тексы күберәк билдәле.
Италияның көньяғындағы боронғо грек ҡалаларын баҫып алыу рим йәмғиәтенә Боронғо Греция мәҙәниәте һәм белеме элементтары үтеп инеүе латин телендә лә әҙәби әҫәрҙәр тыуыуына ярҙам иткән; артабан иреккә ебәрелгән әсир гректан башлана, ул Гомерҙың «Одиссею» латынға тәржемә итә. Боронғо рим комедиографы Плавт (б.э.т. 245—184 йй.) әҙәби телдең архаик осороноң ҙур вәкиле, унан беҙҙең көнгә тиклем тотош 20 комедия һәм берәүһе — өҙөктәрҙә килеп еткән. Әйтер кәрәк, Плавт комедияһының һүҙлек составы һәм теленең фонетик төҙөлөшө б. э. т. I б. — б. э. I быуаттарҙа классик латынь нормаларына яҡыная.
Классик латынь тигәндә, Цицерон (б. э. т. 106—43) прозаик әҫәрҙәрендә, Цезарь (б. э. т. 100—44), Публий Марон Вергилийҙың шиғри әҫәрҙәрендә (б. э. т. 70—19), Гораций (б. э. т. 65—8) һәм Овидий (б. э. т. 43 — б. э. 18) әҫәрҙәрендә иң тәьҫирлегенә һәм синтаксик төҙөклөгөнә өлгәшкән әҙәби тел күҙ уңында тотола.
Европаның көнбайышында һәм көньяҡ-көнсығышындағы, төньяҡ Африкалағы һәм Кесе Азиялағы иркен ерҙәрҙе үҙ власына буйһондорған иң ҙур Урта диңгеҙ дәүләте Римдә классик латин теле формалашҡан һәм сәскә атҡан. Рим дәүләтенең көнсығыш провинцияларында (Грецияла, Кесе Азияла һәм Африканың төньяҡ яр буйында), римлеләр яулап алғансы, грек теле һәм юғары үҫешкән грек мәҙәниәте йоғонтоһо ҙур булғанлыҡтан, латин теле таралмаған. Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында эш башҡасараҡ торған.
Б. э. т. II быуат аҙағына латин теле Италияның бөтә территорияһында ғына өҫтөнлөк итмәй, рәсми дәүләт теле сифатында, ул римлеләр буйһондорған өлкәләргә, Пиреней ярымутрауына һәм хәҙерге Францияның көньяғына үтеп инә. Рим һалдаттары һәм сауҙагәрҙәр аша латин теленең ябай һөйләшеүен урындағы халыҡ үҙләштерә, һәм был буйһондоролған территорияларҙың романлашыуына килтерә. Римлеләрҙең иң яҡын күршеләре — Галлияла йәшәүсе кельттар (хәҙерге Франция һәм Бельгия, Голландия һәм Швейцария территориялары) әүҙем романлаша. Римлеләр Юлий Цезарь командалығында (б. э. т. 58—51 йй. Галл һуғыштары) Галлияны б. э. т. II быуатының икенсе яртыһында буйһондора башлай һәм б. э. т. 50-се йй. һәм оҙон һуғыштар һөҙөмтәһендә тамамлана. Шул уҡ осорҙа рим ғәскәрҙәре Рейндан көнсығышта ятҡан ҙур райондарҙа йәшәгән боронғо германдар менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Цезарь шулай уҡ Бөйөк Британияға ике хәрби поход ойоштора, әммә был ҡыҫҡа ваҡытлы экспедициялар (б. э. т. 55—54 йй.) римлеләр менән урындағы кельттар араһындағы мөнәсәбәттәргә етди эҙемтә яһамай. Бары 100 йылдан һуң, б. э. 43 йылда Рим ғәскәрҙәре Британияны баҫып ала, һәм унда б. э. 407 йылына саҡлы ҡала. Шулай итеп, яҡынса биш быуат дауамында, б. э. 476 йылда Рим империяһы ҡолатылғанға саҡлы, Галлияла һәм Британияла йәшәгән ҡәбиләләр, шулай уҡ германдар латин теленең көслө йоғонтоһонда була.
Классик латындан хронология буйынса яңы эраның ике быуатына тап килеүсе (принципат тип аталған иртә империя) постклассик йәғни антиклыҡтан һуңыраҡ рим нәфис әҙәбиәте телен айырырға кәрәк. Был осорҙоң прозаик яҙыусылары һәм шағирҙары теле (Сенека, Публий Корнелий Тацит, Ювенал, Марциал, Апулей) стиль сараларын һайлауҙа байтаҡ үҙенсәлекле булыуы менән айырыла; әммә алдағы әллә нисә быуат дауамында латин теленең грамматик төҙөлөшө нормалары боҙолмағанлыҡтан, латин телен классик һәм классиктан һуңғыраҡҡа бүлеү лингвистик әһәмиәткә түгел, әҙәбиәт ғилеме буйынса әһәмиәткә эйә.
III — VI бб. латыны — һуңғы империя ҡолатылғандан һуң һәм варвар дәүләттәре барлыҡҡа килгән ахырғы латыны латин теле тарихында айырым осор булып тора. Был осорҙа латин телендә тәүге христиан әҙәбиәте барлыҡҡа килә. Был дәүер яҙыусылары — башлыса тарихсылар һәм христиан руханиҙары — әҫәрҙәрендә яңы роман телдәренә күсеүҙе әҙерләүсе бик күп морфологик, лексик һәм синтаксик күренештәр күҙәтелә. Ғәрәп баҫып алыуҙарына тиклем, бер нисә быуат дауамында, латин теле Африкала һаҡлана.
Урта быуат, йәки христианлаштырылған латынь — был иң тәүҙә литургик (ғибәҙәт) текстары — гимндар, йырлау, доғалар. IV быуат аҙағында Иероним Стридонский бөтә Тәүратты латин теленә тәржемә итә. «Вульгата» атамаһы менән билдәле булған был тәржемә XVI быуатта католик Тридент соборындағы төп нөсхәгә тиң тип табыла. Шунан башлап латин теле, боронғо йәһүд һәм боронғо грек телдәре менән бер рәттән, Тәүраттың изге телдәренең береһе тип иҫәпләнә.
Яңырыу осоро латин телендә яҙылған бик күп ғилми хәҙмәттәр ҡалдырған. XVI быуат медицина трактаттары: Андреас Везалийҙың (1543) «Кеше тәненең төҙөлөшө», Габриэль Фаллопийҙың (1561) "Анатомик күҙәтеүҙәр"е, Бартоломей Эустахионың (1552) "Анатомик әҫәрҙәр"е, Джироламо Фракастороның (1546) «Йоғошло ауырыуҙар һәм уларҙан дауалау» һ. б. Педагог Ян Амос Коменский (1658) үҙенең «Мир чувственных вещей в картинках» («ORBIS SENSUALIUM PICTUS. Omnium rerum pictura et nomenclatura») китабын латин телендә яҙған, бында бөтә донъя, йәнһеҙ тәбиғәттән алып йәмғиәт ҡоролошона тиклем, иллюстрациялар менән тасуирлана. Был китап буйынса төрлө илдәрҙең балалары уҡыған. Уның һуңғы, рус телендәге, баҫмаһы 1957 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан.
Урта быуат латин теле классик өлгөләрҙән айырылған, һәм XIV быуатта Италияла, сиркәү һәм университет латынына ҡапма-ҡаршы тороусы Цицерондың өлгөлө йәғни Яңырыу латынына кире ҡайтыу хәрәкәте башланған. Гуманистар латин телендә әүҙем һөйләшкән һәм яҙған; Англияла Томас Мор (1478—1535), Нидерландта — Эразм Роттердамский (1466—1536), Италияла — Томмазо Кампанелла (1568—1639) латин телендә яҙған. Латин теле был осорҙа халыҡ-ара мәҙәни һәм ғилми аралашыу сараһы булған. Ул заманда, Реформация, мәҙәни тормоштоң секуляризацияһы һ. б. күренештәр, беренсе планға милли телдәрҙе сығарып, латин телен ҡулланыуҙы сикләй. Дипломатияла латин телен француз теле ҡыҫырыҡлай: 1648 йылғы Вестфаль тыныслыҡ килешеүе латынь телендә яҙылмаған беренсе документ була.
XVIII быуатҡа тиклем латин теле халыҡ-ара фән теле була. Европала Америго Веспуччиҙың Яңы донъя (Америка) асыуы тураһындағы 1503 йылғы отчёты латин теле тәржемәһендә һаҡланған; рус-ҡытай мөнәсәбәттәре тарихының тәүге документы — 1689 йылғы Нерчинский килешеүе латин телендә төҙөлгән. Голланд фәйләсуфы Спиноза (1632—1677), инглиз ғалимы Исаак Ньютон (1643—1727), рус ғалимы Михаил Васильевич Ломоносов (1711—1765) һ. б. хеҙмәттәрен латин телендә яҙған. Әммә XVIII быуат аҙағындағы Бөйөк француз революцияһынан һуң университеттағы уҡытыу латындан яңы телдәргә күсерелгән, һәм был латин теленең төп фән теле статусын ҡаҡшата. Һөҙәмтәлә, XIX быуатта латин теле ҡулланыштан сыға; ул классик филологияла һәм медицинала һаҡлана. XX быуатта латин теле фәҡәт католик сиркәүҙә, һәм был сифатта ла, ғибәҙәттәрҙе милли телдәрҙә атҡарғанлыҡтан, ҡыҫырыҡланған. Һуңғы йылдарҙа Көнбайыш Европала һәм Көньяҡ Америкала латин телен халыҡ-ара фән теле итеп тергеҙеү хәрәкәте йәнләнә. Был маҡсатта барлыҡҡа килгән халыҡ-ара ойошманың бер нисә конгресы үтә, махсус журнал сыға.
Ахырҙа, латин теле, боронғо грек теле менән бер рәттән, боронғо осорҙан хәҙерге ваҡытҡа тиклем халыҡ-ара һәм йәмғиәт-сәйәси һәм фәнни лексика (терминология) сығанағы булып хеҙмәт итә.
Тәүге дөйөм ҡуулланылышҡа алынған тел — айырым алғанда, Үҙәк Европала һәм Көнбайыш Европала — латин теле була. Был төбәктә барыһы ла тиерлек ошо берҙән-бер телдә яҙған. Француз, испан, итальян һәм инглиз телдәре әҙәби формаға тиклем үҫешкән, илсе вәкилдәргә инструкциялар ебәреүсе ил телендә яҙылған. Иң ахырҙа немец телендә яҙыла башлаған. Шулай уҡ, илселәр араһында әңгәмәләрҙә лә, яҡтар партнёрҙарының телен белмәгәнлектән, латин теле ҡулланылған.
Латин теленән ҡала иң ҡулланылғаны француз теле булған. XV быуат аҙағында ул Савой герцоглығында һәм Нидерландта һарай яны, шулай уҡ император һарайы теле булған. 1508 йылда «Камбре лигаһы» (Рим Папаһы, Франция, Австрия, Испания) барлыҡҡа килгәс, һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар вәкәләттәре — француздар яғынан да, империя яғынан да — француз телендә яҙыла, ләкин ратификациялау грамоталары латин телендә төҙөлә. Англия короле Генрих VI Франция короле Карл VII-гә француз телендә яҙа, һәм ике ил араһындағы яҙма һәм телдән аралашыуҙарҙа ошо тел ҡулланыла. XVI быуат аҙағында Франция короле, Польша короленән башҡа, бер кемгә лә латин телендә яҙмаған, — француз теле бына шулай уңышлы таралған[16].
XVI быуатта халыҡ-ара килешеүҙәр латин йә француз телендә яҙыла, ә инглиз, немец йә итальян телдәре һирәк осраҡта ғына ҡулланылған[17][18].
Герман телле һәм башҡа илдәр менән килешеүҙәр төҙөгәндә, латин теле һәм башҡа телдәрҙе ҡулланыу миҫалдары:
Бөйөк Британия, Франция араһында 1783 й. Версаль килешеүе (тыныслыҡ килешеүен француз телендә төҙөү килешеүсе яҡтарҙың хоҡуғын кәметмәй тигән статья өҫтәлә) француз телендә төҙөлә. XIX быуаттан яйлап британия илсе вәкилдәренең үҙ милли телдәрен ҡулланыу мөмкинеге булдырыла.
Үҙенең йәнле халыҡ телмәр төрөндә латин теле — вульгар латынь («халыҡсан» мәғәнәһендә) — роман телдәре тигән дөйөм атама аҫтында билдәлелек алған яңы милли телдәргә нигеҙ булып тора[21]. Уларға: итальян теле һәм латин теленең тарихи үҙгәреше һөҙөмтәһендә Апеннин ярымутрауында барлыҡҡа килгән бик күп диалекттар; француз теле һәм һәм элекке Галлияла үҫешкән окситан телдәре; Пиреней ярымутрауындағы испан, каталан, португал, галисий һәм миранд телдәре инә; Ретороман теле — рим колонияһы Реция территорияһында (хәҙерге Швейцарияның бер өлөшөндә һәм Италияның төньяҡ-көнсығышында); Рим провинцияһы Дакия (хәҙерге Румыния) территорияһында румын теле, молдаван теле һәм Балкан ярымутрауының көнсығыш-роман телдәре. Хәҙерге роман телдәре араһынан классик латинсаға иң яҡын торғаны сардин теле.
Хәҙерге дәүерҙә роман телдәренең уртаҡлығын ғына түгел, байтаҡ айырмаларын да билдәләп китер кәрәк. Был латин теле бер нисә быуат дауамында баҫып алынған территорияларға үтеп инә, нигеҙ тел булараҡ хатта үҙе лә, урындағы ҡәбилә телдәре һәм диалекттары ҡатмарлы йоғонтоһо арҡаһында, күпмелер үҙгәреш кисерә. Туғандаш роман телдәренә төрлө йоғонто улар оҙаҡ ваҡыт формалашҡан территорияларҙың тарихи яҙмыш айырымлығы аша билдәләнә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөтә роман телдәре үҙ лексикаһында, шулай уҡ аҙыраҡ дәрәжәлә, морфологияһында латин һыҙаттарын һаҡлай. Мәҫәлән, француз теленең ҡылым системаһы халыҡ латынында уҡ билдәләнгән ҡылым формаларының артабанғы үҫешен сағылдыра. Француз әҙәби теле формалашҡан осорҙа уға латин синтаксисы көслө тәьҫир яһаған, уның йоғонтоһонда француз грамматикаһында ваҡыттың яраҡлашыу һәм эҙлеклелек ҡағиҙәһе, айырымланған сифат ҡылым конструкциялары, инфинитив әйтеме барлыҡҡа килә.
Римлеләрҙең б. э. т. I быуат һәм б. э. I быуаты сигендә боронғо германлыларҙы үҙҙәренә буйһондороға маташыуы уңыш ҡаҙанмай, ләкин римлеләрҙең германлылар менән иҡтисади бәйләнештәре оҙайлы ваҡыт дауам итә; күп осраҡта улар Рейн һәм Дунай ярҙарында урынлашҡан рим колония-гарнизондары аша тормошҡа ашырылған. Немец ҡалалары атамалары был турала һөйләй: Кёльн (нем. Köln — латинса colonia «ултыраҡ»), Кобленц (нем. Koblenz — латинса confluentes, һүҙмә-һүҙ: «ағып килеп ҡушылыусылар», сөнки Кобленц Мозель һәм Рейн йылғаларының ағып төшкән ерендә урынлашҡан), Регенсбург (нем. Regensburg — латинса regina castra), Вена (латинса vindobona) һ. б.
Британ утрауҙарында латин теленең иң боронғо эҙе булып ҡала атамаларының -chester, -caster йә -castle — латинса castra «хәрби лагерь» һәм castellum «нығытма», foss- — латинса fossa «йырын», col(n) — латинса colonia «ултыраҡ»: Манчестер (инглизсә Manchester), Ланкастер (инглизсә Lancaster), Ньюкасл (инглизсә Newcastle), Фосбрук (инглизсә Fossebrook), Линкольн (инглизсә Lincoln), Колчестер (инглизсә Colchester) состав өлөшө тора. V—VI бб. Британияны англ, сакс һәм ют герман ҡәбиләләре баҫып алыуы британ ҡәбиләләре өйрәнгән, римлеләрҙән герман ҡәбиләләре отоп алған латин үҙләштермәләре аңлы рәүештә ҡабул ителгән.
Көнбайыш Рим империяһы (традицион датаһы — 476 йыл) ҡолатылғандан һуң да яңы көнбайыш европа телдәренең оҙайлы формалашыуында латин теленең әһәмиәте һаҡлана. V быуат аҙағында барлыҡҡа килгән һәм Көнбайыш Рим империяһы территорияһының күп өлөшөн үҙ эсенә алған иртә феодал Франк короллегендә латин теле ҡулланыла; Франк дәүләте империяға әйләнгән (Бөйөк Карл 800 йылда император титулына эйә була), 843 й. үҙ аллы Көнбайыш Европа дәүләттәренә — Италия, Франция һәм Германия короллектәренә тарҡала. Бер нисә быуат дауамында был дәүләттәрҙә милли әҙәби телдәр булмауы мөнәсәбәттәр төҙөгәндә латин теленә мөрәжәғәт итеүгә килтерә. Урта быуаттарҙа һәм унан һуңғараҡ та латин теле католик сиркәүе теле була. Шул уҡ ваҡытта, латынь фән һәм университетта, мәктәптә уҡытыу теле була. Ахырҙа, латынь, хатта ҡануниәт милли телдәргә күскән дәүләттәрҙә лә, юриспруденция теле була. Шуға ла латин теле, фән, дини, юридик һәм абстракт терминология сифатында, яңы европа телдәре лексикаһына инә.
XVIII быуатҡа саҡлы Рәсәйҙә, терминология сығанағы булараҡ, сиркәү-славян теле һәм (аҙ дәрәжәлә) грек теле ҡулланыла; әммә Пётр I заманынан рус теленә латин лексикаһы көслө үтеп инә башлай, күп осраҡта — яңы европа телдәре аша. Боронғо рус телендә лә, өлөшләтә грек теле аша, бик боронғо латынь үҙләштермәләре бар — («баня»[22], «палата», «мята», «черешня»[23], «поганый»).
Англияны XI быуатта нормандар баҫып алыуы һөҙөмтәһендә латин лексикаһы инглиз теленә француз теле аша йоғонто яһай. Яңырыу дәүерендә инглиз теле латин теленән күп үҙләштергән.
Латин теленең фонемалары ике төрлө әйтелә: традицион һәм классик. Традицион әйтелеш һуңғы латында килеп сыҡҡан күп кенә фонемалар вариантын һаҡлаһа, классик латынь уларҙы юҡ итергә ынтыла.
Телдең тарихи үҫеше арҡаһында килеп сыҡҡан үҙгәрештәр менән бер рәттән, күп быуаттар дауамында традицион әйтелешкә үҫешкән көнбайыш европа телдәрендә барған фонетик процестар йоғонто яһай, һәм был төрлө илдәрҙә латин телендәге текстарҙы уҡыу айырмаһына килтерә.
ирен-ирен тартынҡылары | ирен-теш тартынҡылары | теш тартынҡылары | аңҡау тартынҡылары | артҡы аңҡау тартынҡылары | тамаҡ тартынҡылары | |||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ябайҙар | Иренләшкән | |||||||
Шартлаулы тартынҡылар | Яңғырау тартынҡылар | B /b/ | D /d/ | G /ɡ/ | ||||
Һаңғырау тартынҡылар | P /p/ | T /t/ | C или K /k/ 1 | QV /kʷ/ | ||||
фрикатив тартынҡылар | Яңғырауҙар | Z /z/² | ||||||
Һаңғырауҙар | F /f/ | S /s/ | H /h/ | |||||
Танау тартынҡылары | M /m/ | N /n/ | G/N [ŋ]³ | |||||
Ротический тартынҡылар | R /r/4 | |||||||
Аппроксиманттар (Ярым һуҙынҡылар) | L /l/5 | I /j/6 | V /w/6 |
Латин телендә һуҙынҡылар һәм тартынҡыларҙың оҙонлоғо мәғәнә айырымлауға эйә була. Тартынҡыларҙың оҙонлоғо уларҙың икеләтелеүе менән аңлатыла, әммә оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар стандарт яҙмала айырылмаған.
Шуға ҡарамаҫтан, һуҙынҡыларҙы ла айырымлау индерергә маташҡандар. Ҡайһы берҙә оҙон һуҙынҡылар икеләтелгән хәрефтәр менән (был системаны боронғо рим шағиры Акций Луций (Accius менән бәйләйҙәр) билдәләгәндәр; шулай уҡ оҙон һуҙынҡыларҙы «апекс» — диакритического значка, похожего на акут (буква I в этом случае просто увеличивалась в высоту) ярҙамында билдәләү ысулы булған.
Хәҙерге баҫмаларҙа һуҙынҡыларҙың оҙонлоғон билдәләү маҡсатында оҙон һуҙынҡылар өҫтөнә макрон диакритик билдәһе (ā, ē, ī, ō, ū), ә ҡыҫҡалар өҫтөнә — Кратка бреве (ă, ĕ, ĭ, ŏ, ŭ) ҡуйғандар.
Ғәҙәттә латин телендә баҫым һуңғы ижеккә төшмәй, шуның өсөн ике ижекле һүҙҙәрҙә баҫым беренсе ижеккә төшә. Һүҙҙә ижек икенән күберәк булһа, баҫым, әгәр ул оҙон булһа, һуңғы ижектең алдындағыһына предпоследний, һәм ижек ҡыҫҡа булһа, аҙаҡҡынан өсөнсө ижеккә төшә. Мәҫәлән: fí-li-a (li ижеге асыҡ һәм унан һуң һуҙынҡы килә, шуның өсөн ҡыҫҡа), fe-nés-tra (ябыҡ булғаны өсөн, nes ижеге оҙон)[24] .
Латин теле, рус теле кеүек үк, күпселектә синтетик тел. Был грамматик категориялар ярҙамсы һүҙҙәр менән түгел, һүҙүҙгәреш (исем, сифат, алмаш, һан һүҙ төркөмдәрен үҙгәртеү склонение, ҡылымдарҙы үҙгәртеү спряжение) аша бирелә. Латин телендә килеш, зат, һан һәм род менән үҙгәреүсе Исем (лат. Nomen Substantivum), Һан һәм Алмаш һүҙ төркөмдәре бар; Сифат, һанап үткәндәрҙән башҡа, сағыштырыу дәрәжәһнндә үҙгәрә; заман һәм йүнәлеш менән үҙгәреүсе ҡылымдар; супин — ҡылымдан яһалған исем; рәүеш, предлогтар һәм союздар.
Латин телендә 6 килеш:
5 склонениеға бүленгән өс род:
Латин теле ҡылымдары 6 заман формаһына, 3 һөйкәлешкә, 2 йүнәлешкә, 2 һанға һәм 3 затҡа эйә.
4 спряжение бар; спряжение төрө инфинитив ялғауы -re алдында торған һуңғы һуҙынҡы аша билдәләнә:
Латин ҡылымы спряжениеһының стандарт схемаһы — инфинитивтың -re ялғауы киҫелә һәм затын күрһәтеүсе ялғау өҫтәлә:
1) Беренсе спряжение ҡылымдарында берлектәге 1 зат ялғауы -a алдындағы -o төшөп ҡала:
Зат һәм һан | Формаһы |
---|---|
1 зат берлек | Amo |
2 зат берлек | Amas |
3 зат берлек | Amat |
1 зат күплек | Amamus |
2 зат күплек | Amatis |
3 зат күплек | Amant |
2) Икенсе спряжение ҡылымдары стандарт схеманан бер ниндәй тайпылышһыҙ үҙгәртелә.
3) Өсөнсө спряжение ҡылымдарында -ĕre -o, -is, -it, -imus, -itis, -unt («3-a») йә -io, -is, -it, -imus, -itis, -iunt («3-b») алмаштырыла, йәғни тоташтырыусы һуҙынҡылар барлыҡҡа килә; башҡалар менән сағыштырғанда, «3-b» спряжениеһы ҡылымдары бик аҙ.
4) Дүртенсе спряжение ҡылымдарында күплектәге 3 зат ялғауында өҫтәмә рәүештә -u килеп сыға:
Зт һәм һан | Формаһы |
---|---|
1 зат берлек | Audio |
2 зат берлек | Audis |
3 зат берлек | Audit |
1 зат күплек | Audimus |
2 зат күплек | Auditis |
3 зат күплек | Audiunt |
Латин ҡылымының замандары:
Рус телендәге кеүек, ябай һөйләм йыш осраҡта эйә һәм хәбәрҙән тора, эйә төп килештә. Эйә булараҡ сифат һирәк кенә ҡулланыла, ул ғәҙәттә зат формаһында. Хәбәр ҡылым, исемле һүҙ төркөмө йә ярҙамсы ҡылымлы исемле һүҙ төркөмө ярҙамында сағыла.
Латин теле синтетик төҙөлөшлө, шуның һөҙөтәһендә, төрлө үҙгәртеүҙәргә (склонение һәм спряжение) бай булғанлыҡтан, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе хәл иткес әһәмиәтле түгел. Әммә, ҡағҙә булараҡ, эйә һөйләм башында, хәбәр — аҙағында, тура тултырыусы — идара итеүсе ҡылым, йәғни хәбәр алдынан[25].
Һөйләидәр төҙөлөшөндә түбәндәге обороттар ҡулланыла:
Сum historicum союзлы эйәрсән һөйләмдәр, ҡағиҙә булараҡ, тәржемә ителгән «нисек» союзы менән ҡулланылған ваҡыт эйәрсән һөйләмдәр[26].
Яңы Ғәһед китаптары боронғо грек телендә яҙылған, христианлыҡтың беренсе тиҫтә йылдарында ул Римдә төп ғибәҙәт атҡарыу теле була; әммә Рим папаһы Виктор I (189—199) осоронда бында латынға күсеү тормошҡа ашырыла. Христиан латыны грек теленән бик күп, бер ни тиклем йәһүд лесикаһынан үҙләштермәләр менән байый, неологизмдар, йәнле телмәр йоғонтоһо, антик традиция стилен туплай. Шул уҡ ваҡытта, ғибәҙәт текстарында латин сығышлы һүҙҙәр һәм тел конструкциялары ҡулланыла (улар был текстарҙы төҙөгән дәүерҙә үк архаик була), һәм был литургик латынды, йәнле телмәрҙән айырмалы рәүештә, (мәҫәлән, христиандарҙың йәнле һөйләү телмәрендә күп таралған oro «молиться» ҡылымы урынына боронғо precor ҡулланыла; грек һүҙе episcopus урынына — традицион рәсми рим терминдары pontifex һәм antistes; грек presbyter һүҙенә — рим һүҙе praesul) хөрәфәти тел. Йәнле телмәрҙән ныҡ айырымланған ғибәҙәт латыны тантаналы стилгә эйә, тәүрат һәм боронғо рим ижегенең ярашлы ойоштормаһы булып тора.
Биологияла латин телен Яңырыу осоро латин теленән сыҡҡан, ләкин боронғо грек һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән үҙ аллы ғилми тел тип ҡарарға мөмкин. Бынан тыш, латин теленең күп һүҙҙәре биологик текстарҙа яңы, махсус мәғәнәгә эйә. Биологик латин теле грамматикаһы һиҙерлек ябайлаштырылған. Латин алфавитына өҫтәмә индерелә: классик латындан айырмалы, J, U, W хәрефтәре өҫтәлә.
Хәҙерге биологик номенклатура кодекстары тере организмдарҙың фәнни атамалары форма буйынса латинса булыуын, йәғни, ниндәй телдәү үҙләштерелгән булыуына ҡарамаҫтан, латин алфавиты хәрефтәре менән яҙылырға тейешлеген һәм латин грамматикаһы ҡағиҙәләренә буйһоноуын талап итә.
латинский язык Викиһүҙлектә | |
Латин теле Викидәреслектә | |
Латин теле Викимилектә | |
Латин теле Викияңылыҡтарҙа |
Ҡалып:Викисловарь-кат