Юлбарыҫ (лат. Panthera tigris) — пантералар төркөмөнөң ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡараған ҡара һыҙыҡлы, ҡыҙғылт һары төҫтәге һөтимәр эре йыртҡыс йәнлек[1]; бик ҙур йыртҡыс урман хайуаны. Ул Көнсығыш һәм Көньяҡ Азияла йәшәй.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Юлбарыҫ |
Амур юлбарыҫы |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Инфра-класс: | Плаценталылар | Ярым отряд: | Бесәй һымаҡтар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Panthera tigris Linnaeus, 1758
|
Синонимдар |
---|
- Felis tigris
*Felis virgata (1815) * Tigris regalis (1867) *Tigris striatus (1858)
|
Ярым төркөмдәр |
---|
- Амур юлбарыҫы (Panthera tigris altaica)
- Бенгаль юлбарыҫы (Panthera tigris tigris)
- Һиндҡытай юлбарыҫы (Panthera tigris corbetti)
- Малай юлбарыҫы (Panthera tigris jacksoni)
- Суматран юлбарыҫы (Panthera tigris sumatrae)
- Көньяҡ Ҡытай юлбарыҫы (Panthera tigris amoyensis)
- † Бали юлбарыҫы (Panthera tigris balica)
- † Каспий юлбарыҫыр (Panthera tigris virgata)
- † Яван юлбарыҫы (Panthera tigris sondaica)
|
Ареал |
---|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Юғалыу хәүефе янаған төр IUCN 3.1 Endangered : 15955
|
|
Ябырға
Юлбарыҫ, арыҫлан менән бер рәттән, әлеге көндә йәшәүсе иң ҙур бесәй булып һанала. Юлбарыҫ иң ҙур йыртҡыс йәнлектәргә инә, ауырлығы буйынса аҡ һәм һоро айыуҙарҙан ғына ҡалыша.
Һәр йыл 29 июлдә Халыҡ-ара юлбарыҫ көнө билдәләнә. Уның маҡсаты — донъя йәмәғәтселеген был хайуандарҙың юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булыуы тураһында киҫәтеү һәм уларҙы артабан һаҡлау ысулдары тураһында мәғлүмәт биреү.
Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)