From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөлкәт (рус. Мулькатово) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 207 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80223804005.
Ауыл | |
Мулькатово башҡ. Мөлкәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452539 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мөлкәт ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан 16 километр төньяҡҡа табан һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 87 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Мөлкәт ауылына Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттары XVIII быуат аҙағында үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған. Уның улдары Әбдүш һәм Вәлит Мөлкәтовтар тураһында мәғлүмәт бар.
1795 йылда 19 йортта 108 кеше, 1816 йылда — 11 йортта 78, 1834 йылда — 24 йортта 122 еше йәшәгән.
XIX быуат башынан Мөлкәт ауылына йәнәшә Ғәбделжәлил ауылы барлыҡҡа килгән.
1816 йылда ауылда башлап төпләнеүсенең улдары: 52 йәшлек Әбдүш һәм уның улдары Ишҡужа, Ишбулды, 37 йәшлек Вәлит һәм 36 йәшлек Хәлит Мөлкәтов теркәлгән. Икенсе ауылға нигеҙ һалыусы Ғәбделжәлил тураһында мәғлүмәт билдәһеҙ. Уның улы Шәфей Ғәбделжәлилов (1749—1817), улының улы йәғни, ейәне — Һатымай, Һатымайҙың улы — Аҙналы булған.
1842 йылда Мөлкәттә 108 кешегә 50 сирек ужым, 243 сирек яҙғы бойҙай һәм 8 сирек картуф сәселгән. Ғәбделжәлил ауылында йәшәгән 72 кешегә 25 сирек ужым, 160 сирек яҙғы иген һәм 2 сирек бәрәңге сәселгән[4].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Һарт улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | ![]() |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1935 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1941 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1990 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
2008 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
1859 йылда Мөлкәттә — 10 йортта 128 кеше йәшәгән, ә Ғәбделжәлилдә шундай уҡ 10 йортта 49 кеше теркәлгән. Һәм XIX быуат аҙағында ике ауыл бергә ҡушыла.
1865 йылда 24 йортта 109 кеше, 1870 йылда ла — 24 йортта 109 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[5][6][7].
1920 йылда Мөлкәт ауылындағы 43 йортта 196 кеше йәшәгән[8].
Мөлкәт ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 196 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 86 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 163 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 209 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 212 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 207 | 100 | 107 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡылар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.