From Wikipedia, the free encyclopedia
Йыланлы (рус. Еланлино) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 796 кеше[2]. Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80236820001.
Ауыл | |
Еланлино башҡ. Йыланлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452502 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Йыланлы ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Йыланлы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа табан 26 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
1760 йылдың 22 май килешеүе менән Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә кереткән мишәрҙәр тарафынан Йыланлы ауылына нигеҙ һалынған. «Һәр хужалыҡтан йылына 25 тин һалым (оброк) түләү ҡаралған булған». Ерҙе ҡортомға алған өсөн улус башҡорттарына 1892 йылға тиклем һалым түләгәндәр. Һуңғараҡ шундай уҡ шарттар менән бында типтәрҙәр йәшәй башлаған. Типтәрҙәрҙең инеү ваҡыты билдәһеҙ.
1795 йылда 20 йортта 149 мишәр йәшәгән.
1816 йылдан һуң мишәрҙәр (140 кеше) менән бергә бындағы ер биләмәләренә типтәрҙәр (167 кеше) ҙә эйә була.
1834 йылда Йыланлы ауылында 199 мишәр һәм 287 типтәр йәшәгән.
Йыланлы ауылының икенсе исеме - «Олешкино тож», Алёшкино. Әммә башҡа ауылдарҙа осрағанса, Алёшканың тәүге төпләнеүсе булыуын фараз итергә мөмкин. Тәүге төпләнеүсе 1760 йылда тырнаҡлылар менән килешеү төҙөгән.
1842 йылда 119 мишәргә 35 сирек ужым һәм 94 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 6 тирмән булған. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше еңгән. 1895 йылға 13 һуҡҡыс һәм 20 елгәргес булған. 47 мишәр хужалығына 274 йылҡы малы, 1238 һыйыр, 230 һарыҡ, 100 кәзә тура килә. 59 типтәр йортонда — 344 йылҡы малы, 325 һыйыр, 243 һарыҡ, 255 кәзә аҫыралған. 1842 йылда мишәрҙәр 15 умарта һәм 5 солоҡҡа, типтәрҙәр - 95 умартаға эйә булған. ХIХ быуат башында Йыланлыла 5 тимерлек һәм 5 кибет эшләгән. Ауыл мосолмандарының — 2 мәсете булған[5][6].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Үрге Ҡыйғы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Үрге Ҡыйғы өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
1859 йылда 152 йортта барлығы 916 кеше йәшәгән.
1865 йылда Йыланлы (Алёшкино) ауылындағы 156 йортта — 1005 кеше йәшәй. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған[7].
1906 йылда Йыланлы ауылында 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете булған.
1920 йылда 428 йортта 2201 типтәр һәм мишәр иҫәпкә алынған[8].
Әлеге ваҡытта Йыланлы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[9].
Йыланлы ауылында татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2201 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1950 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1297 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 870 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 893 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 796 | 371 | 425 | 46,6 | 53,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.