Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары — Республика биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә.
Улар һәр районда тиерлек бар.
Ләмәҙ йылғаһының уң ярында Атыш шарлауығы бар. Уның бейеклеге 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан ашыу. Бындай шарлауыҡ — Башҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказда осраған шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора.
Кесе Аҫҡын йылғаһында Архангелдән көньяҡтараҡ Аҫҡын мәмерйәһе бар. Мәмерйәлә һәр саҡ һыуыҡ. Унда боҙ сталагмиттар бар. Мәмерйәнең «Ҙур зал» тип аталған бүлмәһендә 17 боҙ сталагмит үҫкән. Ҡайһы берҙәренең диаметры 2,8 метрға, бейеклеге — 8—11 метр. Залдың оҙонлоғо 104 метр, иңе — 62 метр.
- Ауырғазы йылғаһының яр буйында Ҡорманай мәмерйәһе бар. Был тәбиғи һәйкәлде Ҡорманай мәмерйәләре тип йөрөтәләр. Был мәмерйәләр академик экспедициялар өсөн бынан 250 йыл элек үк билдәле булған. Ошоғаса фән өсөн әһәмиәтен юғалтмаған һәм һаман да тикшерелә. Мәмерйәләге күлдең һыуын ауыл халҡы сәй өсөн кереп ала.
- Тағы ла Бишҡайын мәмерйәһе бар. Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырған ерҙә урынлашҡан, тәрәнлеге биш кенә метр. Ә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Шуның өсөн серле мәмерйә тәбиғәт һәйкәле исемлегенә керә.
- Өсҡатлы соҡоро. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы геологтар өсөн бик әһәмиәтле. Уның төбөндә табылған һоро күмерҙә боронғо үҫемлек эҙҙәре табылған. Һоро күмерҙең сәнәғәт яғынан әһәмиәте бик аҙ. Ә ер тарихын яҡшы һаҡлаған.
Ғәҙелша шарлауығы. Ирәндек тауы битендә урынлашҡан. Һикәлтәле шарлауыҡ. Иң бейеге 12 метр. Ҡалған икеһенең бейеклектәре 7-шәр метр.
Ирәндек тауы.
Талҡаҫ күле.
Һаҡмар һыуһаҡлағысы
- Баҡалы ауылынан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта биш гектар майҙанды биләгән ҡарағайлыҡ бар. Уны 1812 йылда ултыртҡандар. Был ҡарағайҙарҙың буйы 30 метрҙан ашыу. Унан башҡа йәшерәк ҡарағайлыҡтар байтаҡ. Ҡарағайлыҡта шифалы үҫемлектәр бик күп. Ҡайһы бер урындарында ҡырҡлап төр үҫемлек осратырға мөмкин.
- Жуковка ауылы эргәһендә 420 йәшлек ҡарағай бар. Йыуанлығы 4 метрҙан ашыу, буйы 30 метрҙан бейегерәк. Ауыл халҡы һөйләүенә ҡарағанда, уның оҙонлоғо әлегегә ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ булған. Йәшен атҡан вағытта һынған.
- Шулай уҡ район биләмәһендә 1899 йылда ултыртылған ҡарағайлыҡ бар. Һәр төрлө үҫемлектәр үҫә.
Ямантау — Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе. Абсолют бейеклеге — 1640 метр. Ямантауҙың итәктәрендә үҙенсәлекле үҫемлектәр бар. Уларҙы Башҡортостанда үҫкән һәр төрлө ағас, үләндәрҙең иң әрһеҙҙәре тип атарға мөмкин. Сөнки Ямантауҙа бик көслө дауылдар була. Ҡайһы саҡ тотош урмандарҙы аҡтарып ташлай. 1962 йылдағы көслө дауыл тау итәгендә үҫкән уҫаҡ урманының 80 процентын юҡ иткән. Тау башында һәр саҡ ел булғанлыҡтан, бөжәктәр юҡ кимәлендә. Уларҙы елһеҙ ваҡытта ғына осратырға мөмкин. Тауға күтәрелә барған һайын ағастар ҙа, ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә, үҫемлектәр ҙә төрлөләнә бара.
- Ҡыҙылъяр мәмерйәһе — Оло Инйәрҙең уң яғында урынлашҡан. Мәмерйәнең эсендә тәрәнлеге 13 метр булған ҡоҙоҡ бар. Күлдәр бик күп. Мәмерйәнең оҙонлоғо 100 метрға етә һәм күл менән тамамланып ҡуя.
Арский ташы. Был ҡая янында туристик база бар. Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта. Ерҙең боронғо тарихы, үткән быуаттарҙағы йөҙө менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн дә, геологтар өсөн дә бында йәнең теләгән асыштар алырға була.
- Себер кедрҙары урманы — Белорет ҡалаһынан алты км алыҫлыҡта. Ул 1906 йылда ултыртылған. Ике гектар майҙанды биләй. Йыл һайын сәтләүек бирә.
- Асы минераль сығанаҡтары. Сығанаҡтарҙа төрлө минераль ҡатнашмалар бар. Быуыны һыҙлаған, хәрәкәтһеҙ ҡалған, нерв ауырыуҙарынан дауаланырға кешеләр килә.
Асы ауылынан йыраҡ түгел, Юрмаш йылғаһының уң як ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәрен Йәшен ташы тип атайҙар. Элек-электән тирә-яҡтағы башҡорттар араһында, әгәр ҙә шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң — йәшен йәшнәй, тигән ырым йәшәп килә. Бөгөнгө көндә бик күп туристарҙы йәлеп итә.
- Кожай -Мaксимовка ауылы эргәһендә боронғо ҡарағай урманы һаҡлана. Бында ике йөҙҙән ашыу боронғо ҡарағай үҫә. Уларға хәҙер 190—195 йыл. Бейеклектәре 25—30 метр тирәһе. Ҡарағайлыҡ бик матур.
- Ҡаланан дүрт саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы ярҙарында шифалы шишмәләр атылып сыға. Был шишмәләр бәләкәй генә йылғаға әйләнеп, Ағиҙелгә ҡоя һәм Бөрө минераль сығанаҡтары исемен алған.
- Шулай уҡ ҡаланан өс саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙелдең һул яҡ ярында Шәмсетдин тигән күл бар. Ул йылғаның боронғо ағышынан һаҡланып ҡалған, уның һул яҡ яры туғайындағы иҫке үҙән. Күлдең тирә-яғы бик матур. Балыҡлы, Шәмсетдин күле ярында Бөрө ял йорто урынлашҡан.
- Бөрө ял йорто янындағы ҡарағай урмандары ла тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә керә. Улар ҙа бик боронғо. 100—200 йыл йәшәгән ҡарағайҙар бар.
- 1915 йылда урмансы С. Я. Саломатин 1,62 га ергә имән үҫентеләре ултырттыра. Бөгөнгө көндә был имәнлек ғәжәп ҡиммәтле урманға әйләнгән. 1965 йылдан айырым һаҡлауға алына.
- Уржум ауылы янында ике минераль сығанаҡ бар. Улар ҡыш көнө лә туңмай.
- Был районда 1892 йылда ултыртыла башлаған ҡарағайлыҡ бар.
- Был районда Ҡайынлыҡ ауылы эргәһендә боронғо ҡарағайлыҡ һаҡланған. Унда 120 йәшлек мөһәбәт ҡарағайҙар үҫә.
Төп мәҡәлә: Красноусол Тоҙйылға минераль сығанаҡтары шифаханалары
- Район ғорурлығы булып Тоҙйылға минераль сығанаҡтары тора. Унда 250-гә яҡын шифалы сығанаҡ иҫәпләнә. Эргәһендә Красноусольский шифаханалары төҙөлгән һәм уңышлы эшләйҙәр.
Төп мәҡәлә: Аҡбейек сәтләүеге
- Ғафури районы Сәйетбаба ауылы эргәһендәге Аҡбейек тауы Көнсығыш итәгедә сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары үҫеү үҙенсәнлектәре менән айырыла. Унда бар төрлө ағастар ҙа үҫә.
- Аҡкүл. 1000 гектар майҙан биләй. Оҙонлоғо −5, арҡырыһы 1.5—2 км тирәһе. Күлдә сазан селбәрәләре үрсетелә. Күл тирәһендә ҡиммәтле тиреле йәнлектәр күп.
Төп мәҡәлә: Толпар бешәлек-аҡ шыршы ултыртылған урман
- Еҙем урман хужалығына ҡараған Еҙем йылғаһының ярында урынлашҡан Толпар ауылы ҡасабаһында 230 га ултыртылған аҡ шыршы урманы үҫә. Был урман Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендә урынлашҡан бешмәк-аҡ шыршы үҫентеләре.
Төп мәҡәлә: Ҡотлоғужа асыҡ аҡбур ятҡылығы
- Башҡортостандың ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбендә 1,5 га биләгән Ҡотлоғужа ауылы тирәһендәге майҙан - аҡбур.
- Алға сульфат-кальций минераль сығанағы.
- Асылыкүл. оҙонлоғо — 8 км, иңе 5 км, тәрәнлеге 5—6 метрҙан артмай. Башҡортостандағы иң ҙур күл.
- Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Сабаҡай ҡаяһы. Мөһабәт ҡая, серле мәмерйәләр. Ул ҡаянан Йүрүҙән иҫ киткес матур күренә.
- Районда матурлығы менән дан алған Венеция тигән ауыл бар.
- Шайтантау. Был тау Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр райондары буйлап һуҙылған. Бына ошо тау янында урмаг һәм дала тоташҡан.
Төп мәҡәлә
Төп мәҡәлә: Шайтантау
- Ҡыҙҙарбиргән ауылы янында ҡарт ҡарағайҙар урманы. Уларҙың ҡай берҙәренә 700 йыл.
- Эҫем йылғаһы буйында Кузнецовка ауылынан 1,5 км көнбайыштараҡ Ҡыуышты мәмерйәһе бар. Был мәмерйә аша Ҡыуышты йылғаһы аға. Мәмерйәнең оҙонлоғо 600 метрға яҡын, 4 залдан тора, бейеклеге 12 метрға еткән урындары бар.
- Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы Охлебинин мәмерйәһенең киң залында ер аҫты һыуҙарының ағышын күҙәтеп була. Шул яғы менән ул айырыуса әһәмиәтле. Охлебинин мәмерйәһе эргәһендә боронғо ҡала ҡалдыҡтары бар.
- Охлебинин ауылынан 4 км түбәндә, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Ҙур ҡалпаҡ тигән үҙенсәлекле ҡая ҡалҡҡан. Ағиҙел йылғаһы өҫтөндә һерәйеп торған был ҡая битендә бер нәмә лә үҫмәй. Ә ҡая итәгендәге үҫемлек донъяһы бик бай.
- Ҡалтыман һаҙлығы данлыҡлы. Һаҙлыҡта төрлө ҡоштар оялаған. Һаҙҙы ҡаплап алған үҫемлек донъяһы ла иғтибарға лайыҡлы, һаҙлыҡта мүк еләге (клюква) күп.
- Иглин урман хужалығында 1904—1911 йылдарҙа уҡ ҡарағай урманына нигеҙ һалынған. Хәҙер ул һәр өрлө үҫемлектәргә бай булған тәбиғи урманға әйләнгән.
- Оло Теләктә республика балалар санаторийы эшләй.
- Илеш районында дан ҡаҙанған ҡарағай урманы бар. Был — тәбиғи урман. Ул Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярын биләй. Урман эсендә һәр төрлө үҫемлектәр, үләндәр үҫә.
- Чуй-атас ауылы эргәһендә бынан 5 — 6 миллион йыл элекке осорға ҡараған балыҡ эҙе тороп ҡалған балсыҡ сланецтар һаҡланған. Был балыҡ һөлдәләре хәҙерге ваҡытта Каспий диңгеҙендә йөҙгән балыҡтарҙы хәтерләтә.
- Таш шишмә ауылында Муса Гәрәйевтең Йорт-музейы, Үрге Йәркәй ауылында Тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй.
- Хажы мәмерйәһе Шиҙе йылғаһы ярында. Ғалимдар күптән инде уға иғтибар иткән һәм тикшеренеү алып барған. Мәмерйә ҙур түгел, оҙонлоғо 120 метрҙан артмай. Унда сталактиттар, сталагмиттар һаҡланған. Тик улар ныҡ ыҫланған. Оҙаҡ ваҡыттар буйы бында кеше йәшәгәнлеге һиҙелеп тора.
- Ҡуҡрауыҡ йылғаһында Ҡуҡрауыҡ шарлауығы бар. Уның бейеклеге 10 — 12 метр самаһы. Ә Ҡуҡрауыҡ йылғаһы үҙе Һикәҙе йылғаһына ҡоя. Һикәҙе лә бик үҙенсәлекле. Ағып килә бирә лә ер аҫтына инеп юғала, шунан тағы килеп сыға. Шарлауыҡ тирәһендәге тәбиғәт ғәжәйеп матур.
- Көҙән ауылында Зәки Вәлиди музейы эшләй.
- Гипс ҡатламынан барлыҡҡа килгән мәмерйәләрҙең береһе — Ҡарлыман мәмерйәһе. Ҡарлыман йылғаһы бассейнында, Иҫке Ҡарлыман ауылынан 4 км көньяҡҡа табан урынлашҡан. Ул — сағыштырмаса йәш мәмерйә. Ҡарлыман мәмерйәһе эргәһендә һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә.
- Иҫке Ҡыйышҡы ауылының тирә-яғында бик матур күлдәр бар. Шуларҙың араһынан Ҡыйышҡы күле бик үҙенсәлекле, сөнки ул Ағиҙелдең боронғо ағышында барлыҡҡа килгән һәм йылға үҙәне рәүешен һаҡлаған. Шуның өсөн дә бөйөк урыҫ яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаков был күл хаҡында яҙғанда, уның төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итә. Яҙыусы шулай уҡ күл буйында үҫкән имәндәргә лә туҡталып китә. Имәндәрҙең мөһабәтлеге һәм оҙаҡ йәшәгәнлеген билдәләп үтә ул. «Башҡорттар ошо ерҙең хужалары, ти атайым, йөҙ йыл һайын имәнгә тамға һала барғандар. Атайым миңә был тамғаларҙы күрһәтте… Атайым, ун ике тамғалы имән күргәнем булды, тине, тимәк, ул имәнгә 1200 йәш булған…» — тип яҙа Аксаков.
Ә хәҙер күл буйында имәндәр юҡ. Бер нисә тирәк кенә ултыра. Күл әле лә балыҡлы, тик улары ла бик әҙ ҡалған инде.
- Башҡортостандың иң төньяғында урынлашҡан Краснокама районында ҡарағай урмандары яҡшы һаҡланған. Краснокамск урман хужалығы ҡарағайлыҡты һаҡлау сараһын күрә. Шыршылыҡтар ҙа, йүкәлектәр ҙә һаҡлана. Сөнки был урмандарҙа һирәк осрай торған шифалы үҫемлектәр бар.
- Райондың төрлө урындарында бер нисә санаторий-профилакторий эшләй.
- Ҡаҙлайыр йылғаһының һул яҡ ярында Яҡут ауылынан ике километр үрҙәрәк Яҡут тоҙло сығанағы бар. Сығанаҡтың тирә-яғында шифалы ҡойо барлыҡҡа килгән. Халыҡ сығанаҡтың тоҙло һыуы һәм ҡойо менән дауалана. Ревматизмдан һ. б. сирҙәрҙән килешә.
- Ермолаевкалағы парк
- Наҡаҫбаш зоология заказнигы дәүләт һағында иҫәпләнә
- Туғай Кинйәһе ауылы эргәһендә Кинйә мәмерйәҙе бар
- Туғай Кинйәһе ауылында мемориал комплекс төҙөлгән
- Икесе Кинйәбыҙҙа Кинйә Арыҫланов музейы төҙөлдө
- Үҙенең төҙөлөшө, геологик яҡтан өйрәнеү өсөн ҡыҙыҡлы булыуы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән был районда Ҡотоҡ соҡорлоғо иғтбарға лайыҡ. Уны ғалимдар тәбиғи музей-лабораторий тип атайҙар. Унда ер аҫтына инеп юғалған Ҡотоҡ-сумған йылғаһы ла, Күк күл дә, Ҡотоҡсумған мәмерйәһе лә бар. Ә мәмерйәнең эсендә — Үрҙә аҫылмалы күл, боҙ бағаналар.
- Нөгөш йылғаһының уң яҡ ярындағы Ҡусҡар тип аталған заказнигында һирәк осрай торған йәнлектәр йәшәй. Э шифалы үҫемлектәрҙең иһә республикала билдәле булған һәр төрлөһөн табырға була, тиһәк тә яңылыш булмаҫ.
- Тағы ла Күперле йылғаһы аша «һалынған» тәбиғи күпер бар. Күперҙең иңе — 4, оҙонлоғо — 35, ә бейеклеге — 20 метр.
- Күперле шарлауығы ла һоҡланғыс матур. Нөгөш йылғаһы ҡойған Тор йылғаһы үҙәнендә, Верхотор ауылынан 4 километр түбәндә Ромадановка тип аталған йырын (соҡор) бар. Ул да тәбиғи һәйкәл итеп һаҡлана, сөнки унда боронғо ағастарҙың эҙҙәре ҡатып ҡалған таштар, ҡомташтар табыла. Нөгөш һыуһаҡлағысы киң билдәле.
- Воскресенскиҙа М. В. Нестеров исемендәге художестволы музейҙың филиалы эшләй.
- Смаҡ ауылында Динис Бүләковҡа музей асылды.
- Был райондың Нимесләр ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһының боронғо үҙәнендә Упҡын күле хасил булған. Күл үҙенсәлекле: фәҡәт уның ярында ғына ике төрлө һыу сәтләүеге үҫә. Урал һыу сәтләүеге тип аталғаны — ошо ер өсөн генә хас үҫемлек. Ул — бик ҡиммәтле аҙыҡ. Күлдең яры төрлө шифалы үҫемлектәргә бай.
- Район үҙәге Красная горканан 30 километр алыҫлыҡта Саруа тип йөрөтөлгән ҡасаба бар. Уға яҡын ошо уҡ исемдә күл-шишмә урынлашҡан. Был күл-шишмәнән Саруа йылғаһы башлана. Күл-шишмә ғәжәп матур, әйләнә-тирәһе төрлө үҫемлеккә бай. Йылға бер нисә тапҡыр ер аҫтына сумып сыға.
- Ҡыҙыл шишмә — донъяла карст сығанаҡтарының иң ҙуры. Ул — үҙенең барлыҡҡа килеүе менән дә һирәк осрай торған күренеш, һыуҙың температураһы һәр саҡ 4 — 5 градус йылылыҡта. Тик яҙ көнө ҡар һыуҙары ҡушылған саҡта ғына бер аҙ һыуына. Ҡыш көнө яр буйҙарында боҙ селтәрҙәре барлыҡҡа килә, ә уртала томан хасил була.
- Нимесләр ауылы эргәһендә 500 йылдан ашыу йәшәгән йүкә үҫә. Ул бик бейек, шуның өсөн уны борондан солоҡсолоҡ өсөн файҙаланғандар һәм нәҫелдән нәҫелгә ҡалдыра килгәндәр. Бейеклеге 40 метрға еткән, тик йәшен һуҡҡас, ҡыҫҡара төшкән. Ә олон әйләнәһе — 3 метр 80 сантиметр.
- Яңы күл ауылында Баһау Нуриманов музейы эшләй. Шулай уҡ Нуриман районында Павловка ГЭС-ы төҙөлгән.
- Янғантау — планетала берҙән-бер янар тау. Ер аҫтынан туҡтауһыҙ йылылыҡ сығарып ятыусы бындай тау башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Янғантау тураһында «Урал батыр» эпосынан юлдарҙы табып уҡығыҙ. Башҡорт халҡы ул тау хаҡында күптән белгән, дауаланыу өсөн дә файҙаланған, ә фәнгә ул 1770 йылдың май айынан академик П. С. Паллас аша билдәле.
- Был тауҙа хәҙер «Янғантау» курорты эшләй. Ә курорттан өс километр самаһы көньяҡтараҡ Ҡорғаҙаҡ сығанағы бар. Уның һыуы файҙалы. Ҡыш та туңмай. «Кургазак» һыуы ошо сығанаҡтан тултырыла. Ҡорғаҙаҡ йылғаһы Әйгә ҡушыла. Ошо тамаҡта Ҡорғаҙаҡ мәмерйәһе лә хасил булған. Башҡа мәмерйәләрҙән айырмалы рәүештә бында ҡоро.
- Лаҡлы йылғаһы үҙәнендә Лаҡлы мәмерйәһен дә академик П. С. Паллас беренсе башлап тикшерә. Мәмерйәнең ҙур залы бар. Уның оҙонлоғо — 72, иңе — 45, ә бейеклеге — 19 метр. Артабан оҙон коридор китә һәм бер-бер артлы тағы залдар теҙелә.
- Әй йылғаһының һул ярында Ҡапҡа-Таш тип аталып йөрөтөлгән тәбиғәт тыуҙырған таш ҡапҡа һаҡланған. «Һаҡланған» тип әйтеү бик үк дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки ул тәүҙә мәмерйә булғандыр. Мәмерйәнең эс яғы емерелеп, тыш яғы ҡапҡа рәүешен алып ҡалғандыр.
- Лағыр һаҙлығы — уйһыу һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы, Әй йылғаһы бассейнында урынлашҡан.
- Ҡарағош менән Табылды ауылдары араһында республикала иң ҙур сейәлек урынлашҡан. Ҡырағай йәки дала сейәһе тип аталған был емештең аҙыҡ булыу яғынан ғына түгел, ә фән өсөн дә әһәмиәте ҡиммәтле. Был сейәлек ҡоролоҡҡа сыҙамлы, йыл һайын емеш бирә, ҡыуаҡтары тәпәшәк кенә булғанлыҡтан, ҡар аҫтында ҡалып, һыуыҡҡа ла бирешмәй.
- Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап уникаль тауҙар теҙелгән. Тип-тигеҙ далала ҡалҡып сыҡҡан шихандар улар: Йөрәктау,Ҡуштау, Шәкетау, Торатау. Донъяла башҡаса ундай тауҙар юҡ. Үҙенсәлекле был тәбиғи һәйкәлдөрҙе бик ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. Әммә Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты өсөн Шахтау ҡаҙылып бөттө. Хәҙер Торатауға ҡул һуҙа башланылар. Был тауҙарҙың битендә лә, тирә-яғында ла үҙенсәлекле шифалы үҫемлектәр күп. Фәҡәт ошо урын өсөн генә хас үҫемлектәр ҙә бар бында. Фән ундайҙарҙы эндемик тип атай. Әл биттә, үҙенсәлекле тупраҡта дарыу өсөн бик файҙалы үҫемлектәрҙең булыуы ғәжәп түгел. Тик уларҙы һаҡларға кәрәк.
- Ҡандракүл Асылыкүлдән ҡала ҙурлығы буйынса икенсе күл һанала. Ләкин байтаҡҡа тәрәнерәк. Карст сығанағы иҫәпләнә. Күлдең әйләнә-тирәһендә йөҙҙән ашыу төр үҫемлек үҫә. Күл дең уртаһында утрау ҡалҡҡан. Ундағы үҫемлектәр донъяһы бай, үҙенсәлекле. Күлде ҡыр ҡаҙҙары төйәк ләп китә, өйрәктәр ҙә күп, ә ярҙарында төрлө ҡоштар ҙың һайрауы күңелде наҙлай. Балыҡтың да бик күп төрҙәре үрсей был күлдә.
- Туймазы ҡалаһынан егерме километр көнбайышта Мәҡсүт ауылы менән Мәскәү ауылдары араһында Ыҡ мәмерйәһе урынлашҡан. Унда «Ьыулы», «Боҙло» «Яңы» тип йөрөтөлгән өс мәмерйә тоташ китә. Тик мәмерйәләрҙе «Туймазынефть» промыслалары ныҡ бысратҡан.
- Ҡандра тимер юл станцияһы эргәһендә 1911—1914 йылдарҙа уҡ ултыртылған ҡарағайлыҡтар үҫә. Дөйөм майҙаны — 11 гектар.
- Туймазы урман хужалығы шулай уҡ имәндәр ҙә ултыртҡан. Улар ҙа һаҡлауға мохтаж. Имәндәрҙең тәбиғәт өсөн файҙаһын ботаника дәрестәренән беләһегеҙ. * Верхнетроицк ауылы янында ҡарағаслыҡ урманы ла ултыртылған, ул тәбиғи урманға әйләнеп бара.
- Әгәр ҙә һеҙгә дендропарк тигәнде ишетергә тура килһә, нимә икән, тип аптырамағыҙ. Дендро — грек телендә, ағас тигән һүҙ. Тимәк, гилми тикшеренеү өсөн үҫтерелгән ағастарҙан торған парк. Баш ҡалабыҙҙың Өфө районында Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урындағы ҡалҡыулыҡта Непейцово дендропаркы бар. Унда йөҙҙән ашыу урындағы ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Шулай уҡ башҡа зоналарҙан килтерелеп ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡтар ҙа күп. Ул паркка 1923—1924 һәм 1937—1941 йылдарҙа нигеҙ һалына.
- Ағиҙел йылғаһының уң ярында, Өфө ҡалаһының бер яҡ ситендә — Мосолмандар зыяраты. Ул бынан ике йөҙ йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән. Зыярат бик таҙа тотола. Ҡәберлектәр тәрбиәле. Унда халҡыбыҙҙың иң күренекле кешеләре ерләнгән. Зыярат эсендә төрлө үҫемлектәр, шул иҫәптән эндемиктар ҙа үҫә.
- Йоматауҙа этнография музейы эшләй.
- Учалы районы үҙенең Өргөн күле менән данлы. Ул тәрән түгел, әммә оҙонлоғо 4 километрға, арҡырыһы 2,5 километрға етә. Күл тирәһе һәр төрлө үҫемлектәргә, ә күл үҙе балыҡҡа бай. Уның ярында «Өргөн» ял йорто ойошторолған Был районда Вознесенск ауылы эргәһендә Ҡара-ғайлыкүл бар. Уны Ворожеич тип тә йөрөтәләр. Күл балыҡлы, матур тәбиғәтле, үҫемлеккә бай. Шуның өсөн тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителгән.
- Көсөк ауылында Муса Мортазин музейы эшләй. Ахун, Өргөн, Илтенбай ауылдарында ял йорттары ойошторолған.
- Шөңгәккүл тип аталған үҙенсәлекле күл бар Шишмә районында. Күл эргәһендә генә Ябалаҡлы тигән башҡорт ауылы урынлашҡан. Шиңгәк тигән һүҙҙең мәғәнәһе «шиңә», «шиңә лә ҡуя», «шиңеүсе күл» тигәнде аңлаталыр, моғайын. Сөнки был күлдең һыу менән даими туйыныр урыны юҡ. Кәмеп тә китә, ҡар һыуҙары аға башлаһа, тағы тулылана. Ә ҡышын бик ҡаты боҙ ҡаплай үҙен. Үтә ныҡ сыҙам булған табан балығы ғына ҡышлай ала бында. Тирә-яғы ҡамышлыҡ, һаҙлыҡ. Шуға ла күл уртаһына үтеп инеүе ҡыйын. Күлдә осоп китәр ҡоштар күп оялай. Уларҙы күсер ҡоштар тип атайҙар.
- Тимер юл станцияһына күл исеме ҡушылған. Станция эргәһенә 1932 йылда дендропаркка нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә был парк бик матур һәм ағасҡа бай. Ағастар ғынамы ни! Унда ниндәй генә ҡыуаҡлыҡтар, ниндәй генә үләндәр үҫмәй!
- Ҡалмаш ауылы тирәһендә тупраҡ һаҡлау өсөн ултыртылған урмандар ҙа байтаҡ. Уларға 1937 йылда нигеҙ һалына. Хәҙер ундай урмандар тәбиғи урманға әйләнеп бара инде. Сәсеүлек һаҡлаусы бындай ағастар республикабыҙҙың бөтә райондарында ла ултыртыла. Ниндәй ағас һәм ҡайһылайыраҡ ултыртырға кәрәклеген бына ошондай тәжрибә урманды ултыртыусы һәм күҙәтә барыусы ғалимдар тәҡдим итә. Ундай урмандарҙы һәр берегеҙ үҙ ауылығыҙ тирәһендә баҫыуҙарҙа күрә. Ҡайынлыҡтарҙан хәҙер хатта ҡайын еләге йәки бәшмәктәр ҙә йыялар.
- Шишмә районында Хөсәйенбәк кәшәнәһе, Турахан кәшәнәһе һаҡланған.
- Тупраҡты ел ярғыслауҙан һаҡлау өсөн Шаран районында байтаҡ шыршылыҡ, имәнлек, ҡарағай, ҡайын, йүкә һәм башҡа ҡатнаш ағас урмандары ултыртыла. Кеше ҡулы менән килтерелгән был байлыҡ — яһалма урмандар — бик файҙалы. Ел-дауылдан да һаҡлай, емеш-еләктәре лә үҫә. Аҡбарыс тигән ҙур ауыл эргәһендә 111,2 гектар майҙан биләгән урман барлыҡҡа килде.
Республикабыҙҙа ғына түгел, ә илебеҙҙә дан алған ике ҙур күл бар бында. Береһе — Мулдаҡ йәки Тоҙлокүл. Бында дауалау һәләтенә эйә булған батҡаҡ бар. Был күлдә балыҡ юҡ, ҡош-ҡорт та уға яҡынламай. Сөнки уның һыуы тоҙло. Ә тирә-яғы ҡылғанлы дала. 50-гә яҡын төр үҫемлек бар. Ҡылған, шалфей, үҙенсәлекле әрем — ҡуян тубығы һымаҡ башҡа яҡтарҙа һирәгерәк осрай торған үҫемлектәрҙе осратып була бында. Күлдең көнбайышы һаҙлыҡлы. Унда ҡамыштар үҫә. Мулдаҡ күленең батҡаҡ менән дауалау сығанағы «Яҡтыкүл» исемле курорт асыуға сәбәпсе булды. Ул күлдән егерме саҡрым ары урынлашҡан. Был күл һыуы ат ҡорсанғыһын дауалауға ла файҙалы.
- Яҡтыкүл. Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙан утыҙ биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был күлдең башҡортса һаҡланып ҡалған боронғо исеме «Мауыҙҙы», йәғни Аждаһалы. Күлдең ярҙары ла, тирә-яғы ла иҫ китмәле матур. Үҫемлек төрлө, бай. Күлдең көнбайышында Яманҡая тауы ҡалҡып тора. Күлгә Ҡаран йылғаһы үҙ һыуҙарын ҡоя.
- 1867—1921 йылдарҙа йәшәгән урыҫ ғалимы Сергей Гаврилович Рыбаков Фәндәр академияһының һәм Урыҫ география йәмғиәтенең үтенесе буйынса Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеп, музыкаль-этнографик материал йыя. Ул юлъяҙмалар алып бара. Иң тәүге сәйәхәттәренең береһе Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан башлана. Халыҡты, ҡеүәттәрен кәметһә лә, ихлас һәм шиғри күңелле" тип һүрәтләй ул. Тәбиғәтенә бик һоҡлана. Асҡар ауылына еткәс, былай тип яҙа: «Асҡар ауылына етәрәк, беҙ алда тау һикәлтәләре араһында ике бейек түбә күрҙек. Улар башҡа бейеклектәрҙән күпкә ҡалҡыу ине. Беҙҙең менән бергә барған юлсы, был түбәләрҙең тарихи әһәмиәте бар, тине; тирә-яҡтағы башҡа ҡалҡыулыҡтарҙан бейегерәк булғанға элек ул башҡорттар өсөн маяҡ ролен үтәгән, ҡырғыҙҙар менән даими барған һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр булған саҡта, ул бейеклектә һәр саҡ ҡарауыл тотҡандар, дошман хәрәкәтен күҙәткәндәр һәм, әгәр кәрәк булһа, хәүеф усаҡтары тоҡандырғандар ҙа ошо тауҙар янында яуҙар булған».
- А. П. Чехов исемендәге санаторийҙан алыҫ түгел бик киң майҙанда ҡарағас урманы бар. Был тәбиғи урман түгел. Урман эргәһендә былай тип яҙылған: «Был урман культураһын 1911 йылда урмансы Шәрифуллин Лотфулла ултыртты, майҙаны 165 гектар».
- Ҡарағас урмандары Көньяҡ Уралды ғына төйәк иткән. Әлшәй районында ул бөтөнләй үҫмәгән. Шәрифуллин тигән ир үҙ тыуған яҡтарында ла йөрәк ауырыуын дауалау өсөн файҙалы ағастарҙы ултыртып ҡарамаҡсы булған, күрәһең. Урман киңәйә, ағас араларында төрлө-төрлө үҫемлектәр күп.
Ботаник тәбиғәт ҡомартҡылары
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Атамаһы ...
№ | Атамаһы | Административ район | Статус бирелеү датаһы | Майҙаны (га) | Иллюстрация |
---|
1 | Әңгәсәк ҡарағайлығы | Дүртөйлө районы | 17.08.1965 | 1810 |
|
2 | Упҡанкүл күле һәм һаҙлығы | Асҡын районы | 26.12.1985 | 24,8 |
|
3 | Танышһаҙ һаҙлығы | Краснокама районы | 07.07.2009 | 23,8 |
|
4 | Канонников тауы | Ейәнсура районы | 19.06.2003 | 125 |
|
5 | Ҡарауылтау тауы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 150 |
|
6 | Көркәк тауы | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 515,1 |
|
7 | Ҡыҙҙар тауы | Салауат районы | 21.07.2005 | 14 |
|
8 | Маяҡтау тауы | Күгәрсен районы | 19.06.2003 | 85 |
|
9 | Балтатау һәм Топортау тауҙары | Баймаҡ районы | 21.02.2013 | 323 |
|
10 | Гуровка тауы | Кушнаренко районы | 07.07.2009 | 187 |
|
11 | Николо‑Берёзовка урман хужалығындағы юғары бонитетлы тәбиғи ҡарағайлыҡ | Краснокама районы | 17.08.1965 | 34,4 |
|
12 | Бәләбәй урман хужалығындағы тәбиғи ҡарағайлыҡ | Бәләбәй районы | 17.08.1965 | 12,1 |
|
13 | Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлыҡтары | Ғафури районы | 17.08.1965 | 471 |
|
14 | Дөрдөр тауында дөрдөр сәскәләре | Ейәнсура районы | 19.06.2003 | 41,9 |
|
15 | Арый янындағы дала сейәһе ҡыуаҡлыҡтары | Дыуан районы | 17.08.1965 | 2,35 |
|
16 | Шишмә урман хужалығының 73‑сө кварталы | Шишмә районы | 26.12.1985 | 117 |
|
17 | Мүк еләге һаҙлығы | Архангел районы | 21.07.2005 | 8 |
|
18 | Бишитәк тауындағы ҡарағас урманы | Белорет районы | 17.08.1965 | 248,3 |
|
19 | Максимовский төбәге | Әлшәй районы | 21.07.2005 | 6,6 |
|
20 | Һалдыбаш төбәгендәге йүкәлек | Иглин районы | 21.07.2005 | 51,3 |
|
21 | Мүк һаҙлығы | Краснокама районы | 07.07.2009 | 13 |
|
22 | Атауҙы күле (көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары) | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 70 |
|
23 | Үләнде күле (көнсығыш яры) | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 14 |
|
24 | Упҡанкүл күле | Нуриман районы | 17.08.1965 | 104,2 |
|
25 | Ҡолоҡ йылғаһы тирә-яғы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 34,3 |
|
26 | Аҙаҡлы йылғаһы тамағында Кесе Һүрәм йылғаһы үҙәне | Ейәнсура районы | 26.12.1985 | 4632 |
|
27 | Мәмбәт ауылы эргәһендә Маҡан йылғаһы үҙәне | Хәйбулла районы | 19.06.2003 | 14 |
|
28 | Яңы Ергән ауылы эргәһендә Таналыҡ йылғаһы үҙәне | Хәйбулла районы | 19.06.2003 | 450 |
|
29 | Исламбай ауылы эргәһендә Туҡмаҡ аҡланы | Бөрйән районы | 17.08.1965 | 52 |
|
30 | Чуркин һаҙлығындағы орхидея популяциялары | Өфө районы | 21.07.2005 | 750 |
|
31 | Кәкүк ситеге популяцияһы | Туймазы районы | 14.12.2010 | 1,4 |
|
32 | Бабай ауылы эргәһендә оҫҡон йыуаһы популяцияһы | Мишкә районы | 26.12.1985 | 13,9 |
|
33 | Оло Ҡыраҡа һыртының төньяҡ өлөшөндә оҫҡон йыуаһы популяцияһы | Белорет районы | 26.12.1985 | 504 |
|
34 | Богачёв ауылы эргәһендә тамырсалы йыуа популяцияһы | Баймаҡ районы | 21.02.2013 | 86,6 |
|
35 | Голостолбик баҙыян популяцияһы | Миәкә районы | 26.12.1985 | 100 |
|
36 | Һаҡлау урманы | Краснокама районы | 07.07.2009 | 384 |
|
37 | Ҡарағайкүл | Дыуан районы | 21.07.2005 | 16 |
|
38 | Маты йылғаһы тамағы эргәһендәге ҡарағайлыҡтар | Баҡалы районы | 17.08.1965 | 26,6 |
|
39 | Бөрө ял йорто эргәһендәге ҡарағайлыҡ | Бөрө районы | 17.08.1965 | 21,9 |
|
40 | Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ | Дүртөйлө районы | 17.08.1965 | 490 |
|
41 | Кожай-Максим ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ | Йәрмәкәй районы | 17.08.1965 | 3,8 |
|
42 | Ҡарағайҙар үҙәне | Мәләүез районы | 30.12.2011 | |
|
43 | Яңы Ҡайынлыҡ ауылы эргәһендәге реликт ҡарағай урманы | Краснокама районы | 17.08.1965 | 4,5 |
|
44 | Восток ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ | Илеш районы | 17.08.1965 | 15,8 |
|
45 | Озерки ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ | Мәләүез районы | 30.12.2011 | 23 |
|
46 | Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге ҡарт ҡарағастар | Йылайыр районы | 17.08.1965 | 4,4 |
|
47 | Балғажы ауылы эргәһендәге дала участкаһы | Әлшәй районы | 26.12.1985 | 144 |
|
48 | Табылды сейәлектәре | Стәрлебаш районы | 17.08.1965 | 47 |
|
49 | Ташлы һаҙлығы | Әлшәй районы | 21.07.2005 | 1,5 |
|
50 | Толпар шыршылыҡтары | Ғафури районы | 17.08.1965 | 443,5 |
|
51 | Попковский (Һарыбейә) күлдәре төбәге | Хәйбулла районы | 19.06.2003 | 10 |
|
52 | Селтәрлеуртаташ төбәге | Ишембай районы | 21.07.2005 | 5,2 |
|
53 | Суҡраҡ сейәлеге төбәге | Хәйбулла районы | 19.03.2003 | 275 |
|
54 | Ҡырҡтытау һыртындағы Өлтөк Ҡарағас төбәге | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 3 |
|
55 | Ҡолғона ауылы эргәһендә Алатау һырты участкаһы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 210 |
|
Ябырға
Геологик тәбиғәт ҡомартҡылары
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Исеме ...
№ | Исеме | Административ район | Статус бирелеү датаһы | Майҙаны (га) | Иллюстрация |
---|
1 | Аҫҡын боҙ мәмерйәһе | Ғафури районы | 17.08.1965 | 9,5 |
|
2 | Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше | Ғафури районы | 05.10.2007 | 1,8 |
|
3 | Мәсетле геологик киҫелеше | Салауат районы | 05.10.2007 | 100 |
|
4 | Усолка геологик киҫелеше | Ғафури районы | 05.10.2007 | 0,25 |
|
5 | Уйташ тауы | Учалы районы | 17.08.1965 | 15,8 |
|
6 | Янғантау тауы | Салауат районы | 17.08.1965 | 13 |
|
7 | Ҡарлыман мәмерйәһе | Ҡырмыҫҡалы районы | 17.08.1965 | 7,6 |
|
8 | Ҡорманай мәмерйәләре | Ауырғазы районы | 17.08.1965 | 16,6 |
|
9 | Ҡотлоғужа өҫкө аҡбур тоҡомдары яланғаслыҡтары | Ғафури районы | 17.08.1965 | 18,4 |
|
10 | Ҡыҙылъяр мәмерйәһе | Белорет районы | 17.08.1965 | 30 |
|
11 | Лаҡлы мәмерйәһе | Салауат районы | 17.08.1965 | 11 |
|
12 | Диңгеҙ фаунаһы менән өҫкө юра ҡомташтарының Никитин яланғаслыҡтары | Көйөргәҙе районы | 17.08.1965 | 2,6 |
|
13 | Өшкәтле йырыны | Ауырғазы районы | 17.08.1965 | 15,9 |
|
14 | Охлебинин гипс мәмерйәһе | Иглин районы | 17.08.1965 | 5 |
|
15 | Ҡыуыштау мәмерйәһе | Иглин районы | 17.08.1965 | 0,7 |
|
16 | Киндерле-Леднёв-Октябрь мәмерйәләр системаһы | Ғафури районы | 30.12.2011 | 215 |
|
17 | Ромадановка йырыны | Ишембай районы | 17.08.1965 | 3,9 |
|
18 | Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы | Иглин районы | 17.08.1965 | 6,3 |
|
19 | Ҡапҡаташ ҡаяһы | Салауат районы | 17.08.1965 | 1 |
|
20 | Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе | Ишембай районы | 17.08.1965 | 10 |
|
21 | Плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре менән балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары | Илеш районы | 17.08.1965 | 22,5 |
|
Ябырға
Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡылары
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Исеме ...
Ябырға
Зоологик тәбиғәт ҡомартҡылары
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Исеме ...
Ябырға
Дендрологик тәбиғәт ҡомартҡылары
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Исеме ...
№ | Исеме | Административ район | Статус бирелеү датаһы | Майҙаны (га) | Иллюстрация |
---|
1 | Төмәнәк ауылы эргәһендәге Саған һыҙаһы | Туймазы районы | 26.12.1985 | 256 |
|
2 | Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағас | Хәйбулла районы | 19.06.2003 | 0,06 |
|
3 | Элекке Андреевка ауылы эргәһендәге кедрҙар төркөмө | Бөрө районы | 17.08.1965 | 0,25 |
|
4 | Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы дендрарийы | Бөрө районы | 21.07.2005 | 3 |
|
5 | «Берендей» балалар дендрологик паркы | Бөрө районы | 21.07.2005 | 3 |
|
6 | Дүртөйлө йырыны | Шаран районы | 26.12.1985 | 44 |
|
7 | Ермолаевка дендропаркы | Көйөргәҙе районы | 17.08.1965 | 10 |
|
8 | Ағиҙел йылғаһы террасаһында Өфө тәжрибә баҫыуын һаҡлаусы урман һыҙаттары | Өфө районы | 17.08.1965 | 24 |
|
9 | Яҡтыкүл ауылы эргәһендә Ҡараһыйыр ҡарт ҡарағасы | Әбйәлил районы | 21.07.2005 | 0,04 |
|
10 | Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы | Дәүләкән районы | 17.08.1965 | 157,7 |
|
11 | Ҡалмаш ауылы янындағы һаҡлағыс ултыртмалар комплексы | Шишмә районы | 17.08.1965 | 64,4 |
|
12 | Себер кедры культураһы | Белорет районы | 17.08.1965 | 1,4 |
|
13 | Аҡбарыҫ ауылы эргәһендәге шыршы культуралары | Шаран районы | 17.08.1965 | 9,4 |
|
14 | Стәрлетамаҡ урмансылығының 19‑сы кварталындағы кедр культуралары (17‑се выдел) | Стәрлетамаҡ районы | 26.12.1985 | 0,5 |
|
15 | Ҡарағас культуралары | Әлшәй районы | 17.08.1965 | 2,2 |
|
16 | Ҡарағас культуралары | Туймазы районы | 17.08.1965 | 8,4 |
|
17 | Өҫән‑Ивановка урман хужалығындағы ҡарағас культуралары | Бәләбәй районы | 17.08.1965 | 5,4 |
|
18 | Стәрлетамаҡ урмансылығының 16‑сы кварталындағы ҡарағай культуралары (23‑сө выдел) | Стәрлетамаҡ районы | 26.12.1985 | 3 |
|
19 | Өҫән‑Ивановка урман хужалығындағы ҡарағай культуралары | Бәләбәй районы | 17.08.1965 | 24,8 |
|
20 | Стәрлетамаҡ урмансылығының 13‑сө кварталындағы ҡарағай һәм шыршы культуралары (42‑се выдел) | Стәрлетамаҡ районы | 26.12.1985 | 0,7 |
|
21 | 1903—1911 йылдарҙа ултыртылған ҡарағай культуралары | Иглин районы | 17.08.1965 | 10,6 |
|
22 | Мичурин шыршыһы һәм ҡарт ҡарағас ултыртмалары | Бәләбәй районы | 21.07.2005 | 0,005 |
|
23 | Непейцев дендропаркы | Өфө районы | 17.08.1965 | 23,8 |
|
24 | Комсомол ауылы эргәһендә ултыртылған зәңгәр шыршылар паркы | Дәүләкән районы | 17.08.1965 | 0,25 |
|
25 | Николо‑Берёзовка урман хужалығында ултыртылған шыршылар һәм ҡарағайҙар | Краснокама районы | 17.08.1965 | 11,2 |
|
26 | «Грань» реликт ҡарағайы | Дыуан районы | 21.07.2005 | 0,1 |
|
27 | Благовещен ҡалаһында ултыртылған ҡарағайҙар | Благовещен районы | 17.08.1965 | 13,2 |
|
28 | Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар | Туймазы районы | 17.08.1965 | 4,8 |
|
29 | Буранғол ауылында ҡарт ҡарағас | Әбйәлил районы | 21.07.2005 | 0,06 |
|
30 | Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағас | Белорет районы | 21.07.2005 | 1,2 |
|
31 | Баҡалы урман хужалығында ултыртылған ҡарт ылыҫлы ағас төрҙәре | Баҡалы районы | 17.08.1965 | 11,5 |
|
32 | Ҡарт ҡарағас культуралары | Бөрө районы | 17.08.1965 | 1,3 |
|
33 | Шөңгәккүл дала дендропаркы | Шишмә районы | 17.08.1965 | 45 |
|
34 | Йоматау тәжрибә урман культуралары | Өфө районы | 17.08.1965 | 81,4 |
|
Ябырға
Комплеклы тәбиғәт ҡомартҡылары
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Исеме ...
№ | Исеме | Административ район | Статус бирелеү датаһы | Майҙаны (га) | Иллюстрация |
---|
1 | Абдулла тауы | Дыуан районы | 21.07.2005 | 809 |
|
2 | Арҡауыл һаҙлығы | Салауат районы | 21.07.2005 | 145 |
|
3 | Бишҡайын һаҙлыҡтары | Ауырғазы районы | 26.09.2018 | |
|
4 | Төпһөҙ һаҙлыҡ | Бишбүләк районы | 26.09.2018 | |
|
5 | Карпис һаҙлығы | Учалы районы | 26.09.2018 | |
|
6 | Ҡасҡарҙы һаҙлығы | Учалы районы | 26.09.2018 | |
|
7 | Ҡорҡорауыҡ һаҙлығы | Учалы районы | 26.09.2018 | |
|
8 | Ҡорманайбаш һаҙлығы | Миәкә районы | 26.09.2018 | |
|
9 | Мүклеһаҙ һаҙлығы | Илеш районы | 26.09.2018 | |
|
10 | Нөрөк һаҙлығы | Әбйәлил районы | 26.09.2018 | |
|
11 | Сереккүл һаҙлығы | Әбйәлил районы | 26.09.2018 | |
|
12 | Гладкий тауы | Дыуан районы | 21.07.2005 | 104 |
|
13 | Әлйән тауы | Ейәнсура районы | 19.06.2003 | 100 |
|
14 | Әрүәкрәз тауы | Белорет районы | 26.12.1985 | 22 |
|
15 | Балҡантау тауы | Дәүләкән районы | 17.08.1965 | 25 |
|
16 | Оло Таҙтүбә тауы | Дыуан районы | 26.12.1985 | 305,5 |
|
17 | Ирәмәл тауы | Белорет районы | 17.08.1965 | 5980 |
|
18 | Ҡараташ тауы | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 1400 |
|
19 | Ҡоҙғонташ тауы | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 9,3 |
|
20 | Сатыртау тауы | Әлшәй районы | 21.07.2005 | 15,6 |
|
21 | Сусаҡтау тауы | Әлшәй районы | 21.07.2005 | 28 |
|
22 | Тағанташ тауы | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 7,8 |
|
23 | Торатау тауы | Ишембай районы | 17.08.1965 | 47,7 |
|
24 | Шайтантау тауы | Хәйбулла районы | 17.08.1965 | |
|
25 | Йөрәктау тауы | Стәрлетамаҡ районы | 26.12.1985 | 64,1 |
|
26 | Этҡол һаҙлығы | Ишембай районы | 26.09.2018 | |
|
27 | Ҡаракүл һаҙлығы | Дыуан районы | 21.07.2005 | 120 |
|
28 | Өлкөндө карслы һаҙлыҡтар комплексы | Дыуан районы | 21.07.2005 | 370 |
|
29 | Лағыр һаҙлығы | Салауат районы | 21.07.2005 | 175 |
|
30 | Мәмәк һаҙлығы | Кушнаренко районы | 26.09.2018 | |
|
31 | Оло Йылан һәм Бәләкәй Йылан күлдәре | Дүртөйлө районы | 17.08.1965 | 210 |
|
32 | Билгеләр күле һәм һаҙлығы | Нуриман районы | 30.12.2011 | 36,7 |
|
33 | Ҡыйышҡы (Аксаков) күле | Ҡырмыҫҡалы районы | 17.08.1965 | 15,3 |
|
34 | Татыш күле | Илеш районы | 17.08.1965 | 38 |
|
35 | Туғарсалған күле | Ишембай районы | 26.12.1985 | 22 |
|
36 | Өргөн күле һәм Өргөн урманы | Учалы районы | 17.08.1965 | 3398 |
|
37 | Шәмсетдин күле | Бөрө районы | 17.08.1965 | 152,5 |
|
38 | Шөңгәккүл күле | Шишмә районы | 17.08.1965 | 240 |
|
39 | Озеро һаҙлығы | Дыуан районы | 21.07.2005 | 300 |
|
40 | Осиновка карст һаҙлыҡтары | Бөрө районы | 26.09.2018 | |
|
41 | Сабаҡай ҡаяһында мәмерйә | Дыуан районы | 17.08.1965 | 3 |
|
42 | Егән мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 100 |
|
43 | Олимпия мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 150 |
|
44 | Ташөй мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 21,4 |
|
45 | Ыласын мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 148,1 |
|
46 | Урыҫ Швейцарияһы | Бәләбәй районы | 14.12.2010 | 550 |
|
47 | Кәлимосҡан ҡаяһы менән Салауат Юлаев мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы | Ишембай районы | 26.12.1985 | 31,3 |
|
48 | Иҫке Балбыҡ һаҙлығы | Учалы районы | 26.09.2018 | |
|
49 | Суслов карст һаҙлыҡтары | Бөрө районы | 26.09.2018 | |
|
50 | Арский ташы төбәге | Белорет районы | 17.08.1965 | 2 |
|
51 | Ҡотҡор төбәге | Белорет районы | 17.08.1965 | 108 |
|
52 | Ҡыҙылташ төбәге | Ишембай районы | 26.12.1985 | 400 |
|
53 | Мокрый овраг төбәге | Бишбүләк районы | 14.12.2010 | 79,1 |
|
54 | Наратһаҙ төбәге | Мишкә районы | 21.07.2005 | 619 |
|
55 | Таштуғай тауҙары төбәге | Хәйбулла районы | 19.06.2003 | 12 |
|
56 | Һыуосҡан төбәге | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 2041 |
|
57 | Шумилов шарлауыҡтары төбәге | Туймазы районы | 14.12.2010 | 6 |
|
58 | Чистые ямки төбәге | Бөрө районы | 26.09.2018 | |
|
59 | Бабай, Ҡушай һәм Һандыҡ түбәләре менән Ҡырҡтытау һырты участкаһы | Әбйәлил районы | 12.02.1997 | 1085 |
|
60 | Ҡарашар һаҙлығы | Дыуан районы | 21.07.2005 | 90 |
|
Ябырға
Тәбиғәт ҡорматҡыһы статусын юғалтҡандар
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Исеме ...
Ябырға
- Гареев Э. З. Геологические памятники природы Республики Башкортостан. — Уфа: Тау, 2004. — 296 с. — ISBN 5-93578-028-3.
- Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Ботанические памятники природы Башкирии. — Уфа, 1991. — 144 с.
- Кучеров Е. В., Кудряшов И. К., Максютов Ф. А. Памятники природы Башкирии. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1974. — 367 с.