From Wikipedia, the free encyclopedia
Табылды (рус. Табулда) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 306 кеше була[1]. Почта индексы — 453184, ОКАТО коды — 80248830003. ИФНС коды — 0268[2].
Табылды | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Табылды ауылына нигеҙ XVIII быуат уртаһында Юрматы улусы старшинаһы булған Табылды Юлбирҙин (1755) тарафынан һалына. Ә Табылды үҙе — Юрматы улусы Аҙнай түбәһе старшинаһы Тәтегәс бейҙең бүләһе. V ревизия сараһында ауылдағы 36 ихатала — 233 кеше, VII рәүиз документтарында 14 ихатала 387 кеше йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәлә. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Табылдының хорунжий дәрәжәһенә эйә булған өлкән улы Зәйнәғәбдиндең Ҡулбай исемле улы һәм Әбделмән, Исмәғил, Ишем, Сөләймән исемле ейәндәре теркәлә. Шулай уҡ йорт яҫауылы булып торған икенсе улы Әбделвәлиҙең Байғаҙы исемле улы иҫәпкә инә. Өсөнсө улы Әбделхәлил була (балалары күрһәтелмәй). Иң кесе улы Әбдрәхим Табулдин указлы мулла була. Уның балалары — Ибраһим, Рафиҡ һәм Рахманғол[3][4].
Тәтегәс бей 1609 йылда Юрматы улусының башҡа түбәләре башлыҡтары Аҙнай, Ҡармыш һәм Илсек-Тимер менән бергә Рәсәй империяһы батшаһынан улустың аҫаба ерҙәренә һаҡлау грамотаһы ала[4].
Өфө наместниклығы картаһында 1786 йылда Табылды атамаһын йөрөткән ике ауыл күрһәтелә. Улар бер-береһенән ярайһы уҡ алыҫ ҡына урынлашҡан була. Табылды ауылында йәшәгән 370 кешегә 200 бот ужым ашлығы һәм 1808 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. 1815 йылда Табылды ауылы кешеләренең бер өлөшө, айырылып сығып, Ҡотлоюл утарын булдыра. Өс ихатала 55 кеше йәшәй, тип теркәлә. XIX быуаттың рәүиз документтарында түбәндәге мәғлүмәттәр бирелә: 1834 йылда — 83, 1850 йылда — 91, 1859 й. — 99 башҡорт[5]. Артабан утар ауыл булып китә һәм төп ауылдан беренсе булып утарға күсенеп ултырған Яныбай Ейәнғолов (1764 й. т.) исеме менән Яныбай тип йөрөтөлә. Уның ҡустылары Абдрахман менән Әлибайҙың уландары: Ҡырғыҙбай, Һибәтулла, Ғөбәйҙулла, Мөхәмәтулла. Яныбай Ейәнғолов та — Тәтегәс старшинаның бүләһе. Тимәк, Табылды менән Яныбай — нәҫел шәжәрәһенең өсөнсө быуыны[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 306 | 148 | 158 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.