From Wikipedia, the free encyclopedia
Балҡантау — Башҡортостандың Дәүләкән районында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығындағы тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965), уң яҡлап көньяҡ-көнбайышҡа табан Дәүләкән-Бүздәк юлынан 5 километр алыҫлыҡта ята.
Тирә-яғы йырғанаҡтар менән аралашҡан тигеҙлек. Дөйөм майҙаны — 25 гектар тәшкил итә.
Балҡантау | |
Координаталар: 54°14′05″ с. ш. 54°52′12″ в. д.HGЯO | |
---|---|
Урынлашыуы | Рәсәй, Башҡортостан, Дәүләкән районы |
Тау түбәһе бейеклеге | 319 м [1] |
Тауҙа һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе, күбәләктәрҙе, ҡоштарҙы осратырға мөмкин.
1965 йылдан региональ комплекслы геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Категория МСОП — III, IV.
Тау эргәһендә Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы йыуылыу нәтижәһендә барлыҡҡа килгән Уртатау һәм Тамғаташ (Олотау) тауҙары урынлашҡан. Тамғаташ итәгендә билдәле дамғалар далаһы урынлашҡан. Бында ғалимдар боронғо башҡорт тамғалары төшөрөлгән таштарҙы тапҡан.
«Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында телгә алына. Риүәйәт буйынса, тау башында ғашиҡтар Заятүләк менән Һыуһылыу ерләнгән. Тауҙың икенсе исеме Заятүләктау.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.