Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940), сәйәси золом ҡорбаны From Wikipedia, the free encyclopedia
Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (15 декабрь 1888 йыл — 9 март 1966 йыл) — Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944). Фольклорсы, драматург. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Һамар губернаһы, Быҙаулыҡ өйәҙе, Үрге Ильяс ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
фольклорсы, сәсән |
Наградалары: | |
Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов 1888 йылдың 15 декабрендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районы) Үрге Ильяс ауылында тыуған. 1900 йылда етем ҡалып, ағаһы тәрбиәһендә үҫә. Күрше Яңы Юлдаш ауылында земство мәктәбендә уҡый.
1901 йылдан йәйҙәрҙә Ырымбурҙа сәйхана (1903, 1904 һәм 1905 йылдарҙа Аҡтүбәлә тирмәндә) эшләй, ә ҡышын Ҡарғалы ауылы (Сәйет биҫтәһе) 7-се йәмиғ мәсете ҡарамағындағы мәҙрәсәлә (мөҙәрисе Ғәликәев) уҡый[1].
1906 йылда Аҡтүбә өйәҙенең ҡаҙаҡ халҡы араһында мөғәлимлек итә. 1907, 1907, 1908 йылдарҙа башҡорттар араһында өҫтәмә йән иҫәбен алыу барышында Башҡортостан буйлап тәржемәсе булып йөрөй.
1905 йылдан халыҡ ижады ынйыларын — башҡорт фольклорын йыйыу эшенә тотона: башҡорт халыҡ йырҙары («Ашҡаҙар», «Буранбай», «Зөлхизә» һ.б.) һәм уларҙың легендалары, эпостар («Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», һ.б.), туй йолалары башҡорт фольклорының алтын фондын тәшкил итә[2]. 1907 йылда М. А. Буранғолов Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы) Үрге Ильяс ауылында йәшәүсе Хәсән Буранғоловтан башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы «Ҡара юрға» эпосын яҙып алына.
1910—1911 йылдарҙа Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем ала[3].
1912—1916 йылдарҙа Ҡәйепҡол мәктәбендә уҡытҡан, 1916—1918 йылдарҙа — Быҙаулыҡ ҡалаһындағы халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй[1].
1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа уҙған III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡатнаша. 1917 йылдан — Башҡортостан мөхтәриәтенең Туҡ-Соран кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1918 йылдың февралендә Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары Ырымбур ревкомы тарафынан ҡулға алынғас, Байтурин менән берлектә ревком рәйесе С. Цвиллинг менән һөйләшеүҙәр алып барырға ебәрелә. 1918 йылдың октяренән — Туҡ-Соран кантоны башҡармаһының рәйесе[1].
1919 йылдың мартынан — Башҡортостан АССР-ының Туҡ-Соран кантоны революцион комитеты рәйесе. 1919 йылдың майынан РКП(б) ағзаһы. 1919 йылдың майында Буранғолов һәм уның урынбаҫары А. Ильясов большевиктар тарафынан ҡулға алына. Туҡ-Соран кантонында хәлде көйләр өсөн Уполномоченныйҙар Советы ағзаһы И. Мутин ебәрелә, ул килгәс ҡулға алынғандар иреккә сығарыла. 1919 йылдың 6-8 июлендә Әхмәр ауылында уҙған Туҡ-Соран кантоны Советтарының I съезында Туҡ-Соран кантоны башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланған. 1919 йылдың 15 сентябрендә ВКП(б)-ның Туҡ-Соран кантон комитеты рәйесе итеп һайлана.[1].
1919 йылдың декабрендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы хеҙмәткәре Ж. Муценек аша Башревкомды ҡолатыу һәм Ә. Ә. Вәлидовты атырға әҙерләнеү тураһында белеп ҡала һәм бының тураһында Башревкомға хәбәр итә, был үҙ сиратында Ғинуар низағы тоҡаныуына килтергән. Үҙәк Совет власының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты әҙерләнеүенә ҡаршы 15 майҙа ризаһыҙлыҡ белдереп яҙылған хатта 49 башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре араһында Мөхәмәтша Буранғоловтың да ҡултамғаһы булған. Башҡортостан АССР-ының хоҡуҡтарын боҙоу тураһында 1920 йылдың июнендә 45 башҡорт коммунистары төркөмө составында III Интернационалдың Башҡарма комитетына мөрәжәғәтнамә яҙыуҙа ҡатнашҡан[4].
1921 йылдан тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй[2]. 1922 йылда Башҡортостан АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатының фәнни бүлеге ҡарамағында Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы итеп һайлана[5].
1924—1937 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының Стәрлетамаҡ, Өфө, Мәләүез, Йоматау һәм Әлшәй (Раевка) мәктәптәре һәм техникумдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1935—1937 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында уҡыған[2].
1937 йылдың 23 декабрендә «буржуаз милләтселектә» ғәйепләнеп ҡулға алына, төрмәгә ябылған. 1938 йылдың 29 июлендә иреккә сығарылған[1].
1938 йылдың 1 сентябренән Өфөләге Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлай. Унда фольклор бүлегендә эш алып бара[1].
Башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп бик күп пьесалар, драмалар яҙа. Улар театр сәхнәләренән күрһәтелә килә.
1940 йылдың 25 февраленән Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1944 йылда «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].
ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1945 йылдың 27 ғинуарында «Башҡорт партия ойошмаһында агитация һәм пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында» ҡарары ҡабул ителгәндән һуң, Мөхәмәтша Буранғолов яңынан эҙәрлекләүҙәргә дусар була: уны һәм Баязит Бикбайҙы әҫәрҙәрендә башҡорттарҙың тарихын дөрөҫ күрһәтмәүҙә ғәйепләйҙәр. 1950 йылда милләтселектә ғәйепләнеп репрессиялана, 1950—1956 йылдарҙа һөргөндә була. Ҡайтҡас та, көрәшеп ғүмер итә: исемен гәзит, журналдарҙа сығармайҙар, яҙғандарын баҫтырмайҙар.
1959 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Юғары Суды тарафынан аҡлана. 1960 йылда СССР-ҙың Әҙәби фондында һәм Яҙыусылар союзында ағзалығы тергеҙелә, әммә уның әҫәрҙәре тыйыу аҫтында ҡала. Үҙ әҫәрҙәрен һуңғы тапҡыр аҡларға маташып, 1962 йылда КПСС-тың Үҙәк Комитеты сәркәтибе М. А. Сусловҡа хат яҙа. Әммә уның әҫәрҙәренә тыйыу тик 1990-сы йылдарҙа ғына сиселә[1].
1966 йылдың 9 мартында Өфөлә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.