Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (7 ғинуар 1941 йыл) — ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 2007—2016 йылдарҙа Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире. 1991—1996 йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге (2002), Р. Ғ. Кузеев исемендәге (2014) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Ерекле, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тарихсы
Эшмәкәрлек төрө тарих, Башҡорт ғәскәре, Башҡорт милли хəрəкəте һәм этнополитология[d]
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты[1]
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[2]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ябырға

Биографияһы

  • Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов 1941 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Ерекле ауылында тыуған.
  • 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
  • 1971 йылдан шул уҡ уҡыу йортонда эшләй: 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы.
  • 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире.
  • 1991—1996 йылдарҙа «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе.

Ғилми эшмәкәрлеге

Марат Ҡолшәриповтың фәнни хеҙмәттәре Башҡорт ғәскәрен, Башҡорт милли хәрәкәтен, ХХ быуат Башҡортостан тарихын һәм историографияһын өйрәнеүгә, милли дәүләт ҡоролошо мәсьәләләренә арналған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

  • З. Валидов и образование Башкирский Автономной Советской Республики (1917—1920 гг.). — Уфа, 2000;
  • Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа, 2000;
  • Политика царизма в Башкортостане (1775—1800 гг.). — Уфа, 2003.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.