From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһы[2]. 1932 йылдың 5 мартында ойошторола. 1982 йылда Институт «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1932 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Институт истории, языка и литературы БНЦ УрО АН СССР, Институт истории, языка и литературы БФ АН СССР, Башкирский НИИ истории, языка и литературы, Башкирский НИИ языка и литературы һәм Башкирский НИИ национальной культуры |
Дәүләт | Рәсәй |
Алмаштырылған | Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Шәхестәр:ТТӘИ |
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА ӨФҮ ТТӘИ) | |
Файл:IIJLLogo.jpg | |
Нигеҙләнгән |
1932 |
---|---|
Төрө |
дәүләт |
Директор | |
Урынлашыуы |
Өфө |
Юридический адрес |
Рәсәй Федерацияһы, Өфө, Октябрь проспекты, 71-се йорт |
Сайт | |
Тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барылған бөтә осор эсендә Институт тарафынан 600-ләп ғилми хеҙмәт баҫтырылған. ТТӘИ эргәһендә «Башҡорт энциклопедияһы» төркөмө ойошторола, һуңынан ул үҙаллы подразделение булып айырылып сыға.
ТТӘИ-ҙең «Археология», «Этнография», «Ватан тарихы», «Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте», «Фольклористика», «Төрки телдәр», «Сәнғәт ғилеме» специальностары буйынса үҙ аспирантураһы бар, уларҙа 26 аспирант һәм 37 дәғүә итеүсе уҡый[3].
Ун хеҙмәткәрҙең хеҙмәте — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, өсөһөнөкө — В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы, береһенеке Ғ. Сәләм исемендәге премия менән билдәләнгән, Институттың ике тиҫтәгә яҡын ғалимы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәрен йөрөтә.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 7 бүлектән тора:
Уларҙа 70 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, 9 фән докторы, 38 фән кандидаты, эшләй.
1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә Академик үҙәк асыла, ә уның ҡарамағында «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» ойошторола. Уның маҡсаты башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү була. Тәүҙә унда 10 кеше эшләй.
1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла. Тиҙҙән Институт үҙгәртеп ойошторола.
1931 йылда Комплекслы институт базаһында Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Ошо көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора:
«Беренсе марттан Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһын үтәй башланы. Директор М.Солянов»[4].
Башҡортостан Республикаһы тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Ҡ. З. Әхмәров, И. Ғ. Ғәләүетдинов, В. А. Иванов, Э. Ф. Ишбирҙин, Р. Ғ. Кузеев, Н. Х. Мәҡсүтова, С. Ф. Миржанова, Ғ. Й. Рамазанов, К. В. Сальников, Ә. М. Сөләймәнов, З. Ғ. Ураҡсин, Х. Ф. Усманов, Ә. И. Харисов, Ғ. Б. Хөсәйенов һ.б.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 1932 йылда Башҡортостан комплексы ғилми-тикшеренеү институты (1930) базаһында Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты сифатында ойошторола. 1936 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. 1943 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына әүерелә. Хәҙерге атамаһында — 1951 йылдан, шул уҡ ваҡытта институт СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы составына индерелә.
2019 йылдың февраленән рәсми атамаһы: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты
Төрлө осорҙа институттың етәкселәре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.