From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы (13 ноябрь 1925 йыл — 15 апрель 2001 йыл) — партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының (1977) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1981) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
БАССР, Бәләбәй кантоны, Бәләкәй Өстүбә ауылы[1] | ||||
Вафат көнө | |||||
Вафат урыны | |||||
Ил | |||||
Альма-матер |
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
Филология фәндәре докторы, 1975 | ||||
Ғилми исеме |
профессор | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт драматургияһы һәм театр сәнғәте үҫеше тарихына арналған. Публицистика жанрында эшләй. Профессор Ғайса Хөсәйенов менән авторҙашлыҡта «Башҡорт совет яҙыусылары» (1967), «Писатели советской Башкирии» (1969) биобиблиографик белешмәләре, «Башҡорт драматургияһы антологияһы» йыйынтығы (1984), «Драматургия С. Мифтахова») («С. Мифтахов драматургияһы»)(1959), «Ысынбарлыҡ, Конфликт. Характер»(1974) һәм «Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары» (1985) монографиялары авторы булараҡ, М. Ф. Ғәйнуллин — башҡорт әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалим. Ул шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре автор-төҙөүселәренең береһе. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.