Remove ads
ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (7 март 1966 йыл) — ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР[1] Рәсәй[1] |
Тыуған көнө | 7 март 1966[1] (58 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d][1] (2007) |
Булат Әхмәр улы Аҙнабаев 1966 йылдың 7 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы Әхмәр Аҙнабаев — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре.
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм 1992 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — университеттың Нефтекама ҡалаһындағы филиалында тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире.
Булат Аҙнабаевтың фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм социаль структураһы формалашыуы, күсмә һәм ярым күсмә халыҡтарҙың Рус дәүләте составына ҡушылыуы проблемаларына, сығанаҡтар өйрәнеүҙең теоретик һәм методологик мәсьәләләренә арналған. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.