Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Леонид Витальевич Канторович (6 (19) ғинуар 1912 йыл — 7 апрель, 1986 йыл, Мәскәү) — совет математигы һәм иҡтисадсыһы, Һыҙыҡлы программалауға нигеҙ һалыусыларҙың береһе[18]. 1975 йылда «ресурстарҙы оптималь бүлеү теорияһына индергән өлөшө өсөн» иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты була. Физика-математика фәндәре докторы (1935), СССР Фәндәр академияһы академигы (1964), профессор.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса эзотерик мальцевизмға йәшерен нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора.
Леонид Канторович 1912 йылда Петербургта табип-венеролог Хаим (Виталий) МоисеевичКанторович (1855—1922) һәм теш табибы Песя Гиршевна (Паулина Григорьевна) Закс (1874—1942) ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа. Ғаилә Петербургҡа Вильнонан[19][20][21] күскән була. Уның табип-психиатр, медицина фәндәре докторы Николайағаһы (1901-1969) һәм шәфҡәт туташы, һуңынан билдәле инженер-төҙөүсе Лидия апаһы була[22].
Ғаилә 1913 йылда архитектор Я. З. Блувштейн (1878—1935) докторы Х. М. Канторович өсөн Барокко урамында төҙөгән 6-сы йортта йәшәй[23][24][25][26]. Граждандар һуғышы осоронда бер йылды Белоруссияла үткәрәләр. 1922 йылда Хаим Моисеевич вафат була, Леонид әсәһе ҡарамағында ҡала.
1926 йылда ун дүрт йәшендә Ленинград университетына уҡырға инә[27].
Математика факультетын тамамлай (1930)[28], аспирантурала уҡый. 1930—1939 йылдарҙа — уҡытыусы, һуңынан Ленинград сәнәғәт төҙөлөшө инженерҙары институты профессоры була.
1934 йылда Ленинград дәүләт университеты профессоры була (22 йәшендә)[28], 1935 йылда, академик дәрәжәләр системаһы тергеҙелгәс, уға диссертация яҡламаһа ла физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә[28].
1938 йылда Канторович табип Наталья Ильинаға, өйләнә (уларҙың өс балаһы тыуа — ҡыҙҙары Ирина, улдары Виталий менән Всеволод. 9 айлыҡ Виталий 1942 йылда Ленинградтан эвакуацияланған ваҡытта һәләк була).
30-сы йылдарҙа, СССР-ҙың интенсив иҡтисади һәм индустриаль үҫеше осоронда Канторович математик тикшеренеүҙәр авангардында була һәм үҙенең теоретик эшләнмәләрен үҫеешә барған совет иҡтисадында ҡулланырға тырыша. 1938 йылда фанера тресына консультациялар биргән ваҡытта, Канторович бик күп үҙгәреүсәндәрҙең һыҙыҡлы тигеҙлектәр һәм тигеҙһеҙлектәр формаһында сикләүҙәр һаны ҙур булғанда һыҙыҡлы формаларын максималләштереү кәрәклеген аңлай. Ул уны хәл итеү өсөн Лагранж ҡабатлаусыларына рөхсәт биргән ысулды модификациялай һәм иҡтисадтың күп проблемалары шундай мәсьәләгә бәйле икәнен асыҡлай. 1939 йылда «Производствоны ойоштороу һәм планлаштырыуҙың математик ысулдары» хеҙмәтен баҫтыра[28], унда иҡтисадтың үҙе асҡан математик ысулға буйһоноуын һүрәтләй һәм һыҙыҡлы программалауға нигеҙ һала.
1939 йылда Канторович Хәрби инженер-техник университетының математика кафедраһы мөдире урынына саҡырыуын ҡабул итә[28]. Канторович — Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. Һуғыш йылдарында Ленинградтан Ярославлгә эвакуацияланған Хәрби-Диңгеҙ флотының Хәрби инженер-техник университетында уҡыта, ғаиләһе лә эргәһендә була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.