Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Венероло́гия (лат. Venus, veneris (Венера, Боронғо Рим мифологиясендә матурлык алиһәсе) һәм логия) — медицинаның венерик ауырыуҙарҙы өйрәнеүсе бүлеге[1][2]; медицина өлкәһе, енси юл менән күсә торған венерик ауырыуҙар этиологияһын, клиникаһын, дауалау һәм ауырыуҙы булдырмау ысулдарын өйрәнә.
Был ауырыуҙар хаҡында Боронғо Греция, Һиндостан, Ҡытай ғалимдәре хеҙмәттәрендә бәйән ителә. «Венерик ауырыуҙар» термины 1527 йылда француз ғалимы Ж. де Бетакур тарафынан тәҡдим ителә. 20 быуатта был ауырыуларҙы килтереп сығарыусылар асыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Халыҡ-ара классификацияһы (1988) буйынса сифилис, гонорея, йомшак шанкр (шанкроид), ҡасыҡ лимфогранулематозо, венерик гранулёма — классик венерик ауырыуҙар рәтенә керетелә. Енес органдарын зарарлай торған йоғошло ауырыуҙар: һейҙек-енес юлдары хламидиозы, трихомониазы, һейҙек юлдары-гениталиялар кандидозы, һейҙек-енес юлдары микоплазмозы, гениталиялар герпесы, осло башлы кондиломалар, гениталияләрҙағы контагиоз моллюсктар, һейҙек юлдары — гениталиялар шигелёзы, педикулёз һәм ҡорсаңҡы. Венерик ауырыуҙарҙың күп кенә билдәләре кешенең тән тиреһендә һәм лайлалы тышсаларында барлыҡҡа килә. Шулай итеп, венерология дерматология менән тығыҙ бәйләнгән.
XIX быуат башында Англия, Франция, Вена (немец), Америка (төньяк) дерматовенерологтар мәктәптәре формалаша. Рәсәйҙә дерматовенерология мәктәпләренең ойошоуы Мәскәү университетының медицина факультетында (1869), Санкт-Петербургта Медицина-хирургия (һуңыраҡ Хәрби-медицина) академияһындә (1870), Ҡазан университетында (1872) һ.б. ҡалаларҙа тире һәм венерик ауырыулар буйынса беренсе мөстәҡил кафедралар асылыу менән бәйле.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.