26 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 299-сы көнө (кәбисә йылында 300-сө). Йыл һуңына тиклем 66 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Көтөлмәгән һөйөнөстәр көнө.
- Милли
- Һөнәри
тулы исемлек
- 1956: МАГАТЭ (Халыҡ-ара Атом Энергияһы Агентлығы) ойошторола.
- 2012: «Windows 8» системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хәлимов Андалис Ғариф улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер механик. 1969 йылдан Өфө нефть институты (1985 йылға тиклем Салауат ҡалаһындағы филиалы) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Өфөләге «Технология, экспертиза һәм ышаныслылыҡ» ғилми-техник үҙәгенең генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2017), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Новикова Лилиә Барый ҡыҙы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-невролог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡтыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан Өҫтәлмә һөнәри белем биреү институтының неврология һәм нейрохирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Өфөләге Баш ҡан тамырҙары үҙәге һәм Инсульт кисергән ауырыуҙарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының баш неврологы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы. Профессор П. Я. Гапонюк исемендәге премия лауреаты (2013). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2016). Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайының Канск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәлләмов Мөнир Нафиҡ улы (1927—15.09.2021), ғалим-инженер-нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан «Башнефть» берекмәһенең баш инженеры; 1984—1998 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институты директоры. Техник фәндәр кандидаты (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1988), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1972); Октябрь Революцияһы (1981), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (1932—20.02.2010), журналист, 1959—1979 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (1908—5.02.1990), партия һәм дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәре. 1942 йылдан ВКП(б)-ның Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары; 1945 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, секретары; 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш (1948—1975) Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордены кавалеры.
- Сынбулатова Вәсилә Ғилман ҡыҙы (1923—27.11.2000), педагог. 1941 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1947 йылдан Әҙел башланғыс мәктәбе мөдире, 1967—1979 йылдарҙа — Әбүбәкер мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1966). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Федорочева Клавдия Ивановна (1928—28.10.1994), педагог. 1957 йылдан Салауат ҡалаһының 11-се, 1971—1991 йылдарҙа —17-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Сығышы менән Өфө кантоны Надеждин утарынан.
- Гаврилова Зинаида Петровна (1948), малсы. 1970—2008 йылдарҙа Баймаҡ районы «Рассвет» хужалығы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Бикеш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Бикмәтов Альберт Әлмир улы (1964), спортсы. 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәй Хәрби Һауа көстәренең йыйылма командаһы ағзаһы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәйфетдинов Эмиль Дамир улы (1989), спортсы. 2007 йылдан спидвей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007). Европа чемпионы (2014–2015), донъя чемпионатының бронза призёры (2009). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Әхмәҙуллина Хәмиҙә Миңвәли ҡыҙы (1959), ғалим-гигиенист‑эпидемиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1645: Арент де Гелдер, Голландия рәссамы.
- 1685: Доменико Скарлатти, Италия композиторы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға