21 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 325-се көнө (кәбисә йылында 326-сы). Йыл тамамланыуға 40 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы (1925—25.06.2001), ғалим-урман белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1987 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһы директоры. Биология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973) һәм атҡаҙанған урмансыһы (1982), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Самохвалова Алёна Александровна (1980), спортсы. 2001 йылдан еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Экиден эстафетаһында Рәсәй чемпионы (2001—2002), Японияның Иокогама ҡалаһындағы халыҡ- ара ярыштар еңеүсеһе (2003). Йәштәр араһында 10000 метрға йүгереүҙә Рәсәй чемпионы (2000—2001). Клубтар араһында Европа чемпионы (1998), үҫмер спортсылар араһында дүрт тапҡыр Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (1998—1999; 2000). Эстафета йүгереүендә Рәсәй рекордсыһы (2005). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Хлынов Анатолий Александрович (1971), спортсы. 1992—2001 йылдарҙа спидвей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең спорт мастеры (1992). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Щелкачёв Владимир Николаевич (1907—13.04.2005), ғалим-инженер-механик, математик. Туймазы нефть ятҡылығын продуктив ҡатламдарға һыу ебәреп үҙләштереү проекты авторҙарының береһе. Техник фәндәр докторы (1941), профессор (1941). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), Башҡортостан (1997) һәм Татарстан Республикаларының (1997) атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1996). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ленин (1971), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1957, 1980) һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары кавалеры.
- Строгов Михаил Александрович (1927—9.10.2010), механизатор, инженер. 1942 йылдан Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы тракторсыһы, 1957—1988 йылдарҙа — баш инженеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984). Сығышы менән Фёдоровка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Гуторов Юлий Андреевич (1933), инженер-физик-ғалим, педагог. 1958 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы «ВНИИГИС» ғилми-производство предприятиеһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория һәм бүлек мөдире, 1999—2001 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1998—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы, кафедра мөдире; 2001 йылдан «Геоинформтехнология» ғилми-техник һәм мәғлүмәти хеҙмәттәшлеге ассоциацияһының генераль директоры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1978) һәм почётлы ер аҫты байлыҡтарын разведкалаусы (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан.
- Трофимов Валентин Андреевич (1943), аллерголог‑иммунолог-ғалим. 1970—2008 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының өлкән, төп һәм баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Трубин Михаил Владимирович (1953), инженер. «НПП ОЗНА-Инжиниринг» йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары, 2004—2019 йылдарҙа «ОЗНА» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021), «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
- Вилданова Олия Ғәли ҡыҙы (1958), балет артисы, сәнғәт белгесе-ғалим, педагог. 2012—2022 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы уҡытыусыһы, директоры. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2015). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Муллайән Сөйәрғолов (1934), театр артисы. 1959 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). СССР халыҡтары театр сәнғәте драматургияһының Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972).
- Суркин Валерий Андреевич (1939), СССР-ҙың хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1984—1990 йылдарҙа КПСС-тың Пермь ҡала комитетының беренсе секретары. РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1984—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Власов Валентин Александрович (1949), дәүләт эшмәкәре, ғалим-инженер-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының иҡтисад министры. Иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кашаева Зөлфирә Ғиниәтулла ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мансурова Зөләйхә Хөсәйен ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау ветераны. 1975—2010 йылдарҙа Шаран үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). Шаран ауыл Советы ауыл биләмәһенең почётлы гражданы.
- Обыдённов Михаил Фёдорович (1949), ғалим-археолог. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2000—2006 йылдарҙа төбәкте өйрәнеү һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1854: Бенедикт XV, Рим папаһы.
- 1907: Авилов Михаил Александрович, СССР шағиры.
- 1909: Михаил Садовский, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949).
- 1909: Михаил Бубеннов, СССР яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе.
- 1919: Виктория Горшенина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1985).
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға