From Wikipedia, the free encyclopedia
Хуциев Марлен Мартынович (4 октябрь 1925 йыл — 19 март 2019 йыл) — грузин сығышлы СССР һәм Рәсәй кинорежиссеры, сценарист, актер һәм педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1986). Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (1993). Рәсәй художество академияһының Почетлы ағзаһы[7].
Хуциев Марлен Мартынович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Грузия Рәсәй СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | груз. მარლენ ხუციევი |
Тыуған көнө | 4 октябрь 1925[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР[1][2] |
Вафат булған көнө | 19 март 2019[4][5] (93 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Балалары | Хуциев, Игорь Марленович[d] |
Һөнәр төрө | актёр, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, театральный педагог, уҡытыусы, киносценарист |
Эшмәкәрлек төрө | кинорежиссура[d][6], киносценарий[d][6] һәм актёрлыҡ оҫталығы[d][6] |
Эш урыны | Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d] |
Уҡыу йорто | С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Уҡыусылар | Апасян, Игорь Карпович[d] |
Әүҙемлек урыны | СССР[6] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2019 |
Ойошма ағзаһы | СССР Кинематографистар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хуциев Марлен Мартынович Викимилектә |
Марлен Хуциев 1925 йылдың 4 октябрендә Тифлиста (хәҙерге Тбилиси, Грузия) СССР эске һәм тышҡы сауҙа халыҡ комиссары урынбаҫары Хуциев Мартын Леванович (Хуцишвили) һәм актриса Нина Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Утенелишвили) ғаиләһендә тыуған. Исеме Маркс, Ленин исемдәренән алынған акроним.
Тбилисиҙа 43-сө урта мәктәптә уҡый[8]. 1950 йылда ВГИК-та режиссер факультетын тамамлаған (Игорь Савченко оҫтаханаһы)[9].
1953—1958 йылдарҙа Одесса киностудияһында эшләй. 1959—1964 йылдарҙа — М. Горький исемендәге киностудияла, 1965 йылдан — "Мосфильм"да.
Байтаҡ фильмдарында сценарий авторы йәки авторҙашы булараҡ сығыш яһай[10]. Актер булараҡ, башҡа режиссерҙарҙың фильмдарында төшә. 1967 һәм 1986 йылдарҙа «Современник» театрында «Случай в Виши» исемле спектакль ҡуя (Артур Миллерҙың пьесаһы буйынса)р.
1965 — 1986 йылдарҙа СССР кинематографистар союзы идаралығы секретары була[11].
1966 йылда Иосиф Сталиндың реабилитациялауына ҡаршы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең хатына ҡултамға ҡуя[12].
1968—1971 йылдарҙа Үҙәк телевидениеның «Экран» ижади берекмәһенең художество етәксеһе була.
1978 йылдан алып ВГИК-та нәфис фильм режиссураһы оҫтаханаһы менән етәкселек итә. Профессор. 1987—2009 йылдарҙа ВГИК -тың уйын киноһы буйынса режиссура кафедраһы мөдире була.
1989 йыл Рәсәй кинорежиссерҙар гильдияһының Президенты итеп һайлана. 1994—1995 йылдарҙна «Европаға тәҙрә» кинофестивале президенты.
1998 йылдан рәйесе Рәсәй кинематографистар союзының уйын киноһы буйынса комитет рәйесе[11].
2008 йылдың 19 декабрендә Рәсәй кинематографистар союзының рәйесе итеп һайлана. 17 март, 2009 йылдың 17 мартында съезд һөҙөмтәләрен законһыҙ тип таный[13].
2019 йылдың мартында Боткин дауаханаһына эләгә, шунда 94-се йшендә реанимация бүлегенд вафат була[14]. 20 мартта Троекуров зыяратында ерләнә[15][16].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.