From Wikipedia, the free encyclopedia
Путин Владимир Владимирович (7 октябрь 1952 йыл[5][6]) — СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре,сәйәсмән. 2012 йылдың 7 майынан Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Президенты. 2000 йылдан 2008 йылғаса — Рәсәй Федерацияһының икенсе Президенты. 1999—2000 һәм 2008—2012 йылдарҙа — Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. 1998—1999 йылдарҙа Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры, 1999 йылда Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары.
Владимир Владимирович Путин | ||||||||||||||||||
рус. Владимир Владимирович Путин | ||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
7 май 2012 йыл | ||||||||||||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Виктор Алексеевич Зубков (ваҡытлыса) Дмитрий Анатольевич Медведев | |||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Дмитрий Анатольевич Медведев | |||||||||||||||||
7 май 2000 йыл — 7 май 2008 йыл (1999 йылдың 31 декабренән вазифа башҡарыусы) | ||||||||||||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Михаил Михайлович Касьянов Виктор Борисович Христенко Михаил Ефимович Фрадков Виктор Алексеевич Зубков | |||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Борис Николаевич Ельцин | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Дмитрий Анатольевич Медведев | |||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
8 май 2008 йыл — 7 май 2012 йыл | ||||||||||||||||||
Президент: | Дмитрий Анатольевич Медведев | |||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Виктор Алексеевич Зубков | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Виктор Алексеевич Зубков (ваҡытлыса) Дмитрий Анатольевич Медведев | |||||||||||||||||
16 август 1999 йыл — 7 май 2000 йыл (1999 йылдың 9 авгусына тиклем вазифа башҡарыусы) | ||||||||||||||||||
Президент: | Борис Николаевич Ельцин (1999 йылдың 31 декабренә тиклем) | |||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Сергей Вадимович Степашин | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Михаил Михайлович Касьянов | |||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
29 март — 9 август 1999 йыл | ||||||||||||||||||
Президент: | Борис Николаевич Ельцин | |||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Николай Николаевич Бордюжа | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Сергей Борисович Иванов | |||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
27 май 2008 йыл — 18 июль 2012 йыл | ||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Дмитрий Анатольевич Медведев | |||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
25 июль 1998 йыл — 9 август 1999 йыл | ||||||||||||||||||
Президент: | Борис Николаевич Ельцин | |||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Николай Дмитриевич Ковалёв | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Николай Платонович Патрушев | |||||||||||||||||
Дине: | православ | |||||||||||||||||
Тыуған: | 7 октябрь 1952 (72 йәш) СССР, Ленинград ҡалаһы | |||||||||||||||||
Династия: | Семья Владимира Путина[d] | |||||||||||||||||
Атаһы: | Владимир Спиридонович Путин | |||||||||||||||||
Әсәһе: | Мария Ивановна Шеломова | |||||||||||||||||
Ҡатыны: | Людмила Александровна Путина (Шкребнева) (1983 йылдан 2013 йылға тиклем)[1] | |||||||||||||||||
Балалары: | ҡыҙҙар: Катерина и Мария[2] | |||||||||||||||||
Партия: | 08.1991 тиклем КПСС-та, 1995 йылдан «Беҙҙең йорт - Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһының региональ бүлексә етәксеһе, 2008—2012 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәйесе (ләкин партияла тормай) | |||||||||||||||||
Белеме: | Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университеты | |||||||||||||||||
Ғилми дәрәжәһе: | иҡтисад фәндәре кандидаты | |||||||||||||||||
Профессияһы: | юрист | |||||||||||||||||
Эшмәкәрлеге: | Рәсәй Федерацияһы Президенты | |||||||||||||||||
Сайт: | kremlin.ru | |||||||||||||||||
Хәрби хеҙмәт | ||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1975—1991 | |||||||||||||||||
Ғәскәр төрө: | СССР Дәүләт именлеге комитеты | |||||||||||||||||
Звание: | полковник | |||||||||||||||||
Бәрелештәр: | Вторая чеченская война[d], Война в Грузии[d], военная операция России в Сирии[d], Операция ОДКБ в Казахстане[d] һәм Российско-украинская война[d][3] | |||||||||||||||||
Автограф: | ||||||||||||||||||
Наградалары: |
| |||||||||||||||||
Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 1977 йылдан СССР Дәүләт именлеге комитетының Ленинград өлкәһе буйынса идаралығы тикшереү бүлегендә контрразведка йүнәлешендә эшләй[7]. 1985—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының Беренсе Баш идаралығының (тышҡы разведка) Германия Демократик Республикаһындағы резидентураһында хеҙмәт итә, Дрезден ҡалаһындағы СССР—ГДР Дуҫлыҡ йорто директоры вазифаһын башҡара. 1991 йылдың 20 авгусында подполковник хәрби дәрәжәһендә СССР Дәүләт именлеге комитетындағы хеҙмәттән китә.
Владимир Владимирович Путин 1952 йылдың 7 октябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған.
Атаһы Путин Владимир Спиридонович Путин (23.02.1911 — 02.08.1999) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Армияның 86-се дивизияһы 300-се уҡсы полкы һалдаты. Һуғыш алдынан диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң Егоров исемендәге заводта мастер булып эшләй. Әсәһе Мария Ивановна Шеломова (1911—1998) Ленинград блокадаһын үткәрә, шулай уҡ заводта эшләй. Ҡартатай Спиридон Иванович танылған ашнаҡсы була, ваҡытында юғары партия эшмәкәрҙәренә, шул иҫәптән Ленин менән Сталинға ла аш-һыу әҙерләй.
Владимир ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа (ике оло ағаһы бала саҡта үлә). Виктор 1940 йылда тыуып 1942 йылда дифтериттан үлә. Пискарёвский зыяратында күмелғән. 30-сы йылдарҙа тыуған оло ағаһы Алик (Альберт) һуғыш алдынан үлгән.
Путиндын ғаиләһе Басков тыҡрығында, 12-се йорттағы коммуналь фатирҙа йәшәй. Ул үҙе бында СССР Дәүләт именлеге комитетына хеҙмәткә алынғанға тиклем йәшәй.
Владимир 1960—1965 йылдарҙа 193-сө мәктәптә уҡый. Артабан Ленинград технологик институты ҡарамағындағы 281-се махсус химия мәктәбенә күсә һәм уны 1970 йылда тамамлай.
1970—1975 йылдарҙа А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университеты юридик факультетының халыҡ-ара бүлегендә уҡый. Студент сағында КПСС сафына инә һәм әлегә тиклем партиянан рәсми сыҡмаған.
Уҡыу йылдарында университетта доцент булып эшләгән Анатолий Собчак менән таныша. Путиндың диплом эшенең темаһы — «Иң уңайлы шарттар булдырған милләт принципы» (етәксе Галенская Людмила Никифоровна, халыҡ хоҡуғы кафедраһы).
2004 йылда РФ кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Влалимир Лукин һүҙҙәре буйынса, Путин етәкселегендә шовинизм һәм расизм үҫеүе теркәлә. [8] 2007 йылда Путин 309-сы Законға ҡул ҡуйҙы. Ошо Закон урта мәктәптәрҙә белем биреүҙең төбәк компонентын бөтөрҙө[9] (ошо компонент составында милли республикаларҙа икенсе дәүләт телдәре уҡытыла ине).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.