From Wikipedia, the free encyclopedia
Театр (боронғо грек θέατρον — тамаша ҡылыу урыны, θεάομαι — ҡарайым, күрәм) — авторҙың (ижад итеүсенең) уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын тамашасыларға еткерә торған сәнғәт төрө[1][2][3][4].
Театр | |
Ҡайҙа өйрәнелә | социология театра[d] һәм театроведение[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Театр[d] һәм WikiProject Performing arts[d] |
Категория-эпоним | Категория:Театрҙар категориялары |
Театр Викимилектә |
Актёр тарафынан авторҙың хис-тойғоларын тамашасыларға еткереү тамаша тип атала. Ҡағиҙә булараҡ, актёр пьесала яҙылған кисерештәрҙе күрһәтә. Тамаша ваҡытында актёр үҙенең кәүҙәһе, хәрәкәттәре, ым-ишараһы, тауышы, төрлө предметтар ярҙамында эш итә.
«Театр» төшөнсәһе төрлө төрҙәрҙе һәм формаларҙы үҙ эсенә ала: драма театры, опера, балет, ҡурсаҡ, пантомима театры һ. б[5].
Бөтә ваҡыттарҙа ла театр коллектив сәнғәтте күрһәткән; хәҙерге театрҙа спектакль ҡуйыуҙа, актёрҙар һәм режиссёрҙан тыш (дирижёр, балетмейстер), рәссам-сценограф, композитор, хореограф ҡатнаша, шулай уҡ бутафорҙар, костюмерҙар, гримёр, сәхнә күренештәре, яҡтыртыу була[1][6].
Театр үҫеше һәр ваҡыт йәмғиәт үҫешенән һәм дөйөм алғанда, мәҙәниәт торошонан айырылғыһыҙ була — ижтимағи үҫеш үҙенсәлектәре менән уның тарҡалыуы йәки үҫеше, театрҙа теге йәки был художество тенденцияларының өҫтөнлөк итеүе һәм уның илдәге рухи тормоштағы роле менән бәйле була[2][3].
Театр иң боронғо һунар, ауыл хужалығы һәм йола байрамдарынан килеп сыҡҡан, аллегорик формала тәбиғәт күренештәрен һәм хеҙмәт процестарын сағылдыра[2]. Әммә йола ғәмәлдәре генә әле театр була алмай: сәнғәт белгестәре фекеренсә, театр тамашасы булған ерҙә барлыҡҡа килә, ул әҫәрҙе ижад итеү процесында уртаҡ тырышлыҡ ҡына түгел, ә коллектив ҡабул итеүҙе лә күҙ уңында тота, театр үҙенең эстетик маҡсатына тамашасылар күңелен тапҡан осраҡта ғына ирешә[2][4].
Театр үҫешенең башланғыс стадияларында — халыҡ байрамдарында йыр, бейеү, музыка һәм драматик хәрәкәт айырылғыһыҙ була; артабанғы үҫеш һәм профессионалләшеү барышында театр үҙенең беренсе синкретизмын юғалта, өс төп төр: драма театры, опера һәм балет театры, шулай ук ҡатнаш формалар барлыҡҡа килә[2].
Боронғо театр игенселекте ҡурсалаусы тәңреләргә, беренсе сиратта, Дионисҡа бағышланған мистерияларҙан тыуа: уға бағышланған байрам барышында кәзә тиреләренә кейенгән «сатирҙар» хоры маҡтау йырҙарын (дифирамбаларҙы) йырлай, уларҙың йөкмәткеһе Дионисий даирәһе мифтарын тәшкил итә. Сатирҙар хорынан «трагедия» һүҙе лә килеп сыҡҡан (һүҙмә-һүҙ «кәзәләр йыры»)[7].
Б. э. тиклем 534 йыл донъя театрының тыуған йылы тип һанала, ул саҡта Афина шағиры Феспид Бөйөк Дионисийҙар ваҡытында хор менән бер рәттән бер декламатор-актёрҙы ла ҡулланған[7]. Беҙҙең эраға тиклем VI быуатта «гипокрит» («яуап биреүсе» йәки «комментатор») тип аталған декламатор хор менән диалогка инә, мифтарҙың төрлө персонаждарын һүрәтләй ала, һәм шул рәүешле диалогҡа актёрлык уйыны элементтары ла ҡушыла.
Һуңыраҡ Эсхил хорға икенсе актёр-декламаторҙы, ә Софокл өсөнсөһөн өҫтәй — б.э. тиклем V быуатта «гипокриттар» инде хор менән генә түгел, үҙ-ара ла аралаша ала, был хорҙан бойондороҡһоҙ драматик күренешкә килтерә, һәм һөҙөмтәлә — сатирҙар хорын драмаға үҙгәртергә мөмкин була[7].
Ул ваҡыттарҙа бары тик ике жанр — трагедия һәм комедия пьесалары ғына булған. Улар йыш ҡына мифологик йәки тарихи сюжеттарға ҡоролған. Барлыҡ ролдәрҙе лә ир-аттар уйнаған. Актёрҙар ҙур битлек һәм котурналарҙа сығыш яһаған. Декорациялар булмаған. Грецияла актёр һөнәре абруйлы, ә Римда хурлыҡлы һаналған.
Шул ваҡыттағы күренекле драматургтар: Эсхил, Софокл, Еврипид, уларҙы — грек трагедияһы атаһы, Аристофанды комедияның атаһы тип йөрөтәләр. Римда Плавтты һәм комедиограф Сенеканы билдәләп үтергә мөмкин, Сенека Еврипид әҫәрҙәрен эшкәрткән.
Беҙгә боронғо грек авторҙарының күп кенә пьесалары, шул иҫәптән, Ипполит тураһында пьеса, Эсхилдың «Ҡаҙаҡланған Прометей» трагедияһы, Электра тураһында бер нисә пьеса, «Орестея» трилогияһы һәм башҡалар килеп еткән.
Грецияла драматургтар араһында ярыштар (агон) үткәрелгән, еңеүсене һайлағанда тамашасылар фекере лә иҫәпкә алынған.
Боронғо Римда ателланалар, буффонада рухында ҡыҫҡа фарс тамашалары популяр булған.
Рәсми театр менән бер рәттән, антик халыҡ театры ла булған, унда берәҙәк комедианттар — флиакиҙар һәм мимдар сығыш яһаған. Улар көнкүреш, күңел асыу, сатирик, йыш ҡына урам һәм майҙандарҙа ғәҙәти булмаған пьесалар уйналған[8], актёрҙар битлекһеҙ булған, тамашала ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша алған.
Рим империяһы тарҡалғандан һуң, антик театр онотола: христианлыҡтың иртә идеологтары яһалма ҡыланышты ғәйепләй, актёрҙар, музыканттар һәм бейеүселәр генә түгел, бөтә "театр менән мауығыусыларҙы христиан общиналарынан сығара[9]. Урта быуаттар театры, халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм дини байрамдарға — сиркәү хеҙмәте күренештәренә н игеҙләнеп бөтөнләй яңынан тыуа[9].
Урта быуат гистриондары — берәҙәк актёрҙар сәнғәте мәжүси крәҫтиән байрамдарына һәм улар менән бәйле традицион уйындарға ҡайтып ҡала, улар бер үк ваҡытта йырсы ла, бейеүсе лә, һөйләүсе лә, хайуандарҙы өйрәтеүсе лә, гимнаст та һәм фокуссы ла була, төрлө ҡоралдарҙа ла уйнай ала[10][11]. Гистриондар сәғәтенә ҡала мистериаль тамашаларының алыштырғыһыҙ өлөшө булған фарс инә[12]. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, мәжүсиҙәрҙән айырмалы, Көнбайыш Европа сиркәүҙәре үҙ ғөрөф-ғәҙәттәрен булдыра, былар уларҙың тәғлимәтенә тәьҫирле тамашалылыҡ бирә[13].
XI быуатта Пасха һәм Раштыуала ысын тамашалар уйнала ла инде[13].
XIII быуаттың икенсе яртыһында Изгеләрҙең тормошона арналған күҙаллауҙар киң таралыш ала, улар Инжил сюжеттарынан алынған «көнкүреш» биҙәлеше менән айырылып тора[14]. Шул уҡ ваҡытта халыҡ фольклоры менән бәйле мираклдәргә ҡарағанда, донъяуи пьесалар ҙа барлыҡҡа килә — башлыса, Адам де ла Аляның «Игра в беседке» һәм «Игра о Робене и Марион» пьесалары билдәле[13].
Ҡалаларҙа күмәк, майҙан, үҙешмәкәр сәнғәт — мистерия жанры ла үҫешә. Мистериялар йәрминкә көндәрендә уҙған ҡала тантаналарының өлөшө булып тора, абстракт сиркәү сюжеттары уларҙа милли колоритҡа эйә була[15].
Ренессанс дәүере театры Италияла тыуа, унда башҡа илдәргә ҡарағанда литургик драма була һәм сағыштырмаса һуң, тик XV быуат уртаһында ғына, мистерияларҙың итальян аналогы — rapresentazioni sacre барлыҡҡа килә[16]. Флоренцияла был тамашалар өсөн текстарҙы күренекле шағир-гуманистар — Фео Белькари, Луиджи Пульчи һәм Лоренцо Медичи үҙе яҙа. Антик әҙәбиәт һәм фәлсәфә менән мауыҡҡан гуманистар башта мистерияларҙа мәжүси сюжеттарҙы, башлыса Орфей тураһында мифты ҡуллана, изге тамашаларға мөмкин булған тиклем антик рух бирергә ынтыла[16].
Параллель рәүештә икенсе тенденция ла үҫешә: XV быуаттың 70-се йылдарында Помпонио Лето Римда антик Рим театрын тергеҙә, — үҙенең уҡыусылары менән төп нөсхә телендә Сенека, Плавт һәм Теренций әҫәрҙәрен ҡуя.
Лето тәжрибәһе бөтә Италияла тиҙ тарала, һәм латынь барыһына ла аңлайышлы булмағанлыҡтан, тиҙҙән боронғо Рим авторҙарының итальян теленә тәржемәләре барлыҡҡа килә. Итальян театрының ике формаһы — итальян тәржемәләрендә антик комедиялар (төп нөсхәһендә пьесалар оҙаҡ ваҡыт асыҡтан-асыҡ оҡшатыу характерына эйә була) һәм мифология сюжеттарына мистериялар — даими яҡынлаша, бер-береһенән драматургия һәм сәхнә кәүҙәләнеше элементтарын ала[16].
Италияла мистерияларҙың таралыуы XV—XVI быуаттар сигендә беренсе театр коллективтары барлыҡҡа килеү менән бәйле: башта һәүәҫкәрҙәр берләшмәһе рәүешендә, улар ваҡыт уҙыу менән ярымпрофессиональ театрҙарға әүерелә[17]. Италия профессиональ театрын ойоштороуҙа актёр һәм драматург Анджело Беольконың падуан труппаһы мөһим роль уйнай, уның ағзалары төрлө пьесаларҙа бер үк исем аҫтында, бер үк костюмдарҙа сығыш яһап, алыштырғыһыҙ типтарҙы булдыра[18], — был юҫыҡта труппа Беолько труппаһы XVI быуат уртаһында барлыҡҡа килгән дель арте комедияһын уҙҙырып ебәрә[19]. Ләкин commedia dell’arte итальян теленән теүәл тәржемәһендә шул ваҡытта «профессиональ театр» тигәнде аңлата — «битлектәр комедияһы» төшөнсәһе һуңғараҡ барлыҡҡа килә[17].
Оҙаҡ ваҡыт дауамында спектаклдәр һарайҙарҙа башҡарыла. Бары тик XVI быуаттың 20-се йылдарында ғына махсус театр биналары барлыҡҡа килә башлай, шул уҡ ваҡытта төҙөлөш принциптары Витрувийҙан алына: боронғо Римдағы кеүек үк, тамашасылар залы амфитеатр рәүешендә төҙөлә[20].
Яңы Итальян театры һарай яны театры булараҡ тыуа, әммә тиҙҙән Италия йәмғиәтенең иң киң ҡатламдарында популярлык ҡаҙана, мифологик сюжеттар яйлап заманса тормош сюжеттарына урын бирә, улар, үҙ сиратында, спектакль биҙәлештәренең яңы принциптарын һәм актёр уйынының башҡа стилен талап итә[16].
Дель арте комедияһы, Италия артистарының даими гастролдәре һөҙөмтәһендә, XVI быуат аҙағынан башлап XVII быуатта Испания, Франция, Англия һәм Германияла популярлаша[21].
Ренессанс дәүерендә Италияла шулай уҡ опера һәм балет барлыҡҡа килә. Башта мистерияларҙа музыка урыны-урыны менән генә индерелә, һуңғараҡ музыка бөтә күренештәрҙе оҙата башлай. XVI быуат уртаһында пастораль[22] популяр була, уларҙы хор йыры оҙата. XVI быуат аҙағында бер тауышҡа йырлау (монодия) әҫәрҙәре барлыҡҡа килә.
1637 йылда Венецияла беренсе опера театры асыла.
Беренсе опера композиторҙары Якопо Пери, Клаудио Монтеверди һ.б.[23].
Беренсе балеттар һарайҙа аҡһөйәктәрҙең күңелен асыу өсөн ҡуйыла. Хореография һарай яны бейеүҙәре нигеҙендә төҙөлә[24].
XV быуатта беренсе бейеү оҫтаһы Доменико да Пьяченца (Domenico da Piacenza) була. Ул бейеү менән үҙенең уҡыусылары Антонио Корназано (Antonio Cornazzano) һәм Гульельмо Эбрео менән шөғөлләнә, шулай уҡ был сәнғәткә итальян бай ҡатламдарын да өйрәтә. Да Пьяченца «De arte saltandi et choreus ducendi» («Бейеү сәнғәте һәм бейеү алып барыу тураһында») тип аталған хеҙмәт яҙа[25].
XVI быуатта төньяҡ Италияла ҙур тамашалар — spectaculi барлыҡҡа килә. Улар бейеүҙәрҙе генә түгел, шулай уҡ ат тамашалары һәм көрәштәрҙе үҙ эсенә ала. Екатерина Медичи Францияла бейеүҙәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул шулай уҡ балеттарҙың беренсе спонсоры ла була, ҙур spectaculi тамашаларын ойоштора, уны 1573 йылда Польша илселәре визитында күрһәтәләр.
Беренсе балеттар бейеүҙәрҙе генә түгел, һөйләшеүҙәрҙе һәм драма элементтарын да үҙ эсенә ала. Бейеү яйлап балеттан драма элементтарын ҡыҫырыҡлап сығара. Францияла балет айырым жанр кеүек формалаша. Балет тамашаларын хәҙер һарайҙарҙа ғына түгел, театрҙарҙа ла ҡуя башлайҙар.
Дворяндар, шул иҫәптән Людовик XIV, төрлө әһәмиәткә эйә булған ролдәрҙе башҡара.
1585 йылда Веронала Олимпико театры асыла.
Көнсығыш театрында боронғо архаик, ҡурсаҡ, музыка театрҙарының элементтары һаҡлана. Был шулай уҡ Һиндостан, Япония, Ҡытай, Вьетнам, Индонезия театрҙары өсөн дә хас.
Рәсәйҙә театр һуңыраҡ — XVII быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. Әммә православие сиркәүендә ҡайһы бер айырым хеҙмәттәрҙең күренештәре ҡабул ителә[26]. XI быуатта барлыҡҡа килгән скоморохлыҡ сиркәү тарафынан ҡәтғи ғәйепләнә һәм 1648 йылда Алексей Михайлович указы менән тыйыла[27]; Үҙҙәренең көстәре менән Көнбайыш Европа мистерияларына оҡшаш тамашалар ойоштороу өсөн ҡалалар етерлек үҙ аллылыҡҡа эйә булмай — театр Рәсәйгә Көнбайыш Европанан индерелә[2]. 1672 йылда беренсе һарай яны театры төҙөлә, ләкин ул бер нисә йыл ғына эшләй. Был ваҡытҡа «мәктәп театры» — дини уҡыу йорттарында ойошторолған театрҙар барлыҡҡа килә; улар 1672 йылда беренсе тапҡыр телгә алына, ул саҡта Киево-Могилянская академияһында «Об Алексее человеке Божием» мистерияһы ҡуйыла[28]. 1687 йылда Заиконоспасский монастырында Мәскәүҙә славян-грек-латин академияһына нигеҙ һалына, уның янында шулай уҡ театр ойошторола[28].
Театр Викимилектә | |
Театр Викияңылыҡтарҙа |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.