Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Театр 1932 йылда эш башлаған.
Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б.
Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Сираттағы ошондай сара — 2015 йылдың 1 — 18 февралендә Һиндостандың баш ҡалаһы Делиҙа үткән XXVIII «Суражкунд Мела» халыҡ кәсептәре һәм фольклоры халыҡ-ара фестивале. Тамашасыларға театр «Урал батыр», «Һинд легендаһы» һәм «Панчатантра» спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим итте.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә булды.
1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.
Һылтанмалар
- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының рәсми сайты;
- Башҡортостан 450 сайтында театр тураһында(недоступная ссылка);
- Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы сайтында театр тураһында 2012 йыл 13 ғинуар архивланған.;
- Ҡурсаҡ театрының «Урал батыр» спектаклен Һиндостанда күрһәтәсәктәр;
- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостандағы халыҡ-ара фестивалдә өс спектакль күрһәтте.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Викимилектә |
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.